Эске яныулы двигатель
Эске яныулы двигатель (Дви́гатель вну́треннего сгора́ния (сокращённо ДВС)) — эш зонаһында янған яғыулыҡтың (шыйыҡ йәки газ хәлендәге углеводород яғыулығының) химик энергияһын механик эшкә әүрелдереүсе йылылыҡ машинаһы, двигатель төрө.
Эске яныулы двигателдәрҙең етешһеҙлектәре:
- ҙур күләмле, ауыр;
- шаулы;
- зарарлы ташлантыларҙы сығарыу системаһы кәрәк;
- сағыштырмаса ҙур булмаған эшләү ресурсы;
- һыуытыу һәм майлау кәрәк;
- проект, етештереүе һәм хеҙмәтләндереүе ҡатмарлы;
- тоҡандырыуы ҡатмарлы;
- туҙа торған деталдәре күп;
- күп яғыулыҡ тотона.
Эске яныулы двигателе камил булмаған йылылыҡ машинаһы булыуға ҡарамаҫтан (ҡулланылған яғыулыҡ иң яҡшы аккумуляторҙар менән сағыштырғанда ла күберәк энергия туплаған), автономиялы эшләгәне өсөн киң таралған, мәҫәлән транспортта.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Эске яныулы двигатель төрҙәре
- Поршенлы двигателдәр — яныу камераһы цилиндр эсендә яғыулыҡтың химик энергияһы, әйләнмә хәрәкәтте ынтылышлы хәрәкәткә (ru:возвратно-поступательное движение) һәм, киреһенсә, ынтылышлы хәрәкәтте әйләнмә хәрәкәткә әүерелдереү механизмы (ru:кривошипно-шатунный механизм) ярҙамында механик энергияға әүрелә.
[үҙгәртергә] Карбюраторлы бензин двигателдәре
Яныусан ҡатнашма карбюраторҙа әҙерләнә, һуңынан һиптереүсе форсункалар ярҙамында цилиндрға бөркөтөлә. Ҡатнашма тоҡандырыу шәме (ru:Свеча) ярҙамында тоҡандырыла.
[үҙгәртергә] Инжекторлы бензин двигателдәре
Яғыулыҡты аралаштырғыс инжектор ярҙамында цилиндрға бөркөтәләр. Яныусан ҡатнашма цилиндр эсендә барлыҡҡа килә.
[үҙгәртергә] Дизель двигателе
Юғары баҫымлы дизель яғыулығы цилиндрға бөркөтөлә. Барлыҡҡа килгән яныусан ҡатнашма шунда уҡ яна. Яғыулыҡ юғары температура һәм һәм цилиндр эсендәге юғары баҫым һөҙөмтәһендә тоҡана.
[үҙгәртергә] Газ двигателе
Нормаль шарттарҙа газ хәлендәге яғыулыҡ ҡулланыусы двигателдәр.
[үҙгәртергә] Эске яныулы двигателдәрҙең эш циклы

