Ҡошсо (ҡәбилә)

Википедия – ирекле энциклопедия

Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Тамға

Ҡошсо (ҡәбилә, ырыу), Ҡошсолар. Әй буйы башҡорттары төркөменә ҡараған ҡәбилә. Ырыуҙарға бүленеше һаҡланмаған. Тамғалары һүрәттә күрһәтелгән, ағастары – ҡайын, муйыл, ҡоштары – аҡҡош, орандары – Салауат.

Ҡошсо атамалы ырыу-ҡәбиләр ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр, төркмәндәр, әзербайжандар, төрөктәр араһында ла бар.

Эстәлеге

[үҙгәртергә] Ҡошсо этнонимы

Ҡошсо — ғалимдар «Һунар ҡоштары буйынса белгес», «Ҡош менән һунар итеүсе», «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)», «Ҡош ҡараусы» тип аңлаталар. Ҡошсо ырыуы башҡорттары үҙҙәрен «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)» тип иҫәпләйҙәр.

[үҙгәртергә] Ҡошсо тарихы

[үҙгәртергә] Р.Г.Кузеев фаразлауҙары

Ҡошсолар Үҙәк Азиялағы боронғо төрки ҡәбиләнән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Беҙҙең эраның 1-се мең йыллығында төркиҙәр менән көнбатышҡа яуҙарҙа ҡатнашҡандар. XII-се быуатта монголдарҙың дурбан (дыуан) ҡәбиләһе тарафынан буйһондоролған. XIII — XIV-се быуаттарҙа бөткөһеҙ яуҙарҙа ҡатнашыу һәм күсеп йөрөү арҡаһында төрлө халыҡтар араһына инеп китеп таралалар. Шул иҫәптән башҡорттар араһына ла. Тәү башлап Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары буйында урынлашҡандар. Һуңғараҡ Ыҡ тамағына, артабан Башҡортостандың төнъяғына һәм Әй йылғаһы буйҙарына килеп ултырғандар.


[үҙгәртергә] Ҡошсо ауылдары

Ҡошсоларҙың ауылдары Башҡортостандың Балаҡатай районында Айҙаҡай, Ауышты, Ҡурғаш,Һандалаш һәм Мәсетле районындаАбдулла, Айып, Борғатья, Йонос, Кесе Ҡыҙылбай, Ҡорғат, Ҡотош, Ләмәҙ-Тамаҡ, Мәләкәҫ, Оло Ҡыҙылбай, Салйоғот, Тимербай, Һабанаҡ, Һөләймән, Әбдрәхим, Әжекәй. Сведловск өлкәһенең Красноуфим һәм Әртә райондарында – ( яҙып бөтөлмәгән).

[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

Р.Ғатауллин. Ҡошсо ырыуы ауылдары. Мәғлүмәт йыйынтығы. — Өфө, 2007. — 132 б.