Эстәлеккә күсергә

Ҡоҙаш (Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡоҙаш
Ҡоҙаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Иманғол

Координаталар

54°12′54″ с. ш. 59°16′10″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 830 003

ОКТМО коды

80 653 430 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡоҙаш (Рәсәй)
Ҡоҙаш
Ҡоҙаш
Ҡоҙаш (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡоҙаш

Ҡоҙаш (рус. Кудашево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 377 кеше[1]. Почта индексы — 453734, ОКАТО коды — 80253830003.

Ҡандыболаҡ йылғаһы (Урал йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 17 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иманғол): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 17 км[2]

Ауылға XVIII быуаттың 2-се яртыһында Себер даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Юлдаш исеме менән нигеҙ һала. Ауыл тәүге төпләнеүсе Юлдаш Нөркин (1738—1819) исеме менән аталған. 1795 йылда 23 йортта 147 кеше йәшәгән, 1866 йылда Юлдашта (Ҡоҙашта) 47 йортта – 325 кеше[3].

Юлдаш Нөркиндең улдары Әзебай һәм Таулыбай Юлдашевтар тыуған ауылында йәшәгән. 1795 йылғы V ревизия ваҡытында Юлдаш ауылында 23 хужалыҡта 147 кеше теркәлә. 1816 йылда Истамғол ауылына — 3, Һәйтәккә 25 ғаилә күсенә. Йәйләүгә 35 хужалыҡтан (228 кеше) 30 арба сыға, уларҙың 181 аты, 99 һыйыры, 78 һарығы, 5 баш кәзәһе була. 30-сы йылдар аҙағында — 40-сы йылдар башында төҙөлгән 3 тирмән-болғауыс игенселектең яйлап үтеп инеүе тураһында һөйләй. XIX быуатта 1842 йылда 35 йорт-хужалыҡҡа 104 бот ужым һәм 1016 бот яҙғы иген сәселә[4]. 1859—1866 йылдарҙа 47 хужалыҡта 325 кеше иҫәпләнгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1900 йылда мәсет, һыу тирмәне теркәлгән.

Совет халыҡ иҫәбе барышында 106 хужалыҡта 547 кеше теркәлә. 20 быуаттың 30‑сы йылдарынан хәҙерге Ҡоҙаш исемен йөрөтә[3].

Ҡоҙаш ауылы Иманғол ауыл Советына ҡарай. Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 547
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 376
1959 йыл 15 ғинуар 351
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 327
2002 йыл 9 октябрь 366
2010 йыл 14 октябрь 377 196 181 52,0 48,0
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[5].

1900 йылда — 423 кеше, 1920 йылда 547 кеше йәшәй.

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Кемеров урамы (рус. улица Кемерова)
  • Мостай Кәрим урамы (рус. улица Мустая Карима)
  • Күл тыҡрығы (рус. Озерный переулок)
  • Тау аҫты тыҡрығы (рус. Подгорный переулок)
  • Баҫыу урамы (рус. Полевая улица)
  • Йылға урамы (рус. Речная улица)
  • Салауат урамы (рус. улица Славата)
  • Уңыш урамы (рус. Урожайная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Сәскә урамы (рус. Цветочная улица)[6]

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл территорияһында, Урал йылғаһы ярында архитектура ҡомартҡыһы Ҡоҙаш ҡурғандары урынлашҡанРәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0301016000№ 0301016000

Йылғалар:

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡоҙаш ауылы Ҡарға урамы панорамаһы
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. 3,0 3,1 Ҡоҙаш (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 20. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан