Үрге Бикҡужа
Үрге Бикҡужа | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Түбәнге Бикҡужа ауыл Советы (Күгәрсен районы) |
Халыҡ һаны |
277 кеше (2002)[1], 257 кеше (2009)[1], 214 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453338 |
Үрге Бикҡужа (рус. Верхнебиккузино) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 214 кеше[3]. Почта индексы — 453338, ОКАТО коды — 80238855002.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, күпселек милләттәр — башҡорттар (65 %), татарҙар (33 %)[4]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 745 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 610 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 373 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 245 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 277 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 214 | 111 | 103 | 51,9 | 48,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 47 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Түбәнге Бикҡужа): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 92 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғөзөйеров урамы (рус. улица Гузаирова )
- Яр буйы урамы (рус. улица Набережная )
- Еңеү урамы (рус. улица Победы )[5]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бикҡужа ауылы 1749 йылда тыуған аҫаба Бикҡужа Юлдашевтың исемен йөрөтә. Уның улдары Динмөхәмәт, Әлмөхәмәт, Усман, Мәһәҙиә, Әбделнасир (уның улы Дәүләтҡол) Бикҡужиндар Бикҡужала йәшәгән.
1795 йылда ауылда 20 йорт булған, уларҙың һәр береһендә 7,7 кеше йәшәгән. VII ревизия үткәреүгә ҡарата ихаталар һаны 10-ға кәмегән, ауылдарҙы башҡа ауылдарға индереү арҡаһында халыҡ һаны 60 кешегә кәмегән. Әммә 1859 йылға ауылдың үҫеше күҙәтелә: ихаталар һаны 98-гә етә, халыҡ — 582 кеше. Шул ваҡыттан алып Бикҡужа, биш ауылды берләштереп, ауыл йәмғиәтенең үҙәгенә әүерелә. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу 141 йортта 745 башҡорт, 303 башҡорт һәм татар йәшәгән элекке Үрге Бикҡужа (Яңы Бикҡужа) һәм Түбәнге Бикҡужа (Иҫке Бикҡужа) ауылдарын күрһәтә. Тимәк, ауылдарҙың бүленеше XIX аҙағында, XX быуат башында булған.
1842 йылда 397 кешенең һәр береһенә 3,3 бот яҙғы иген сәселә (бөтәһенә лә — 1312 бот)[6].
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мораҙым. 20 февраль 2020, Йүнсел хужа мал да аҫрай, баҡса ла үҫтерә, балыҡ та үрсетә[7]
- Башҡортостан. 21 март 2020, Башҡортостанға аҡҡоштар ҡайтты![8]
Видеофильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наза. 2013 йылдың 12 июле. Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Үрге Бикҡужа ауылы[9]
- Турбаза, Башҡорт ауылы, Үрге Бикҡужа, Башҡортостан Республикаһы[10]
- Үрге Бикҡужала Яңы йыл байрамы[11]
Һөйләше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үрге Бикҡужа һәм Түбәнге Бикҡужа ауылдарының йәнле һөйләү теле[12].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикбаев Нәсибулла Рәхмәтулла улы (7.10.1897—27.09.1937), Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны[13].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2002F
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 145. 2022 йыл 27 март архивланған.
- ↑ [1]
- ↑ [2]
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 67 — 69-сы биттәр
- ↑ Всемирный Курултай башкир. Официальный сайт. Курултай утвердил список ста личностей, стоявших у истоков образования Республики Башкортостан 2018 йыл 12 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 сентябрь 2017)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |