Әз-Зәлзәлә сүрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әз-Зәлзәлә сүрәһе
سورة الزلزلة

Әз-Зәлзәлә сүрәһе
Синыфы

Мәҙинә

Мәғәнәһе

Ер тетрәү

Статистика
Сүрә номеры

99

Аяттар һаны

8

Жуз

30

Руҡуғ

1

Алдағы сүрә

Әл-Бәййинә сүрәһе

Киләһе сүрә

Әл-Ғәдийәт сүрәһе

QuranAcademy.org

Әз-Зәлзәләһ сүрәһе (ғәр. سورة الزلزلة‎, Ер тетрәү ) — Ҡөрьән Кәримдең 99 сүрәһе. Мәҙинәлә ингән сүрә, 8 аяттан тора.

Ғәрәпсә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

سورة «الزلزلة» 99

بِسْمِ اللّهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِ

1 إِذَا زُلْزِلَتِ الْأَرْضُ زِلْزَالَهَا ()

2 أَخْرَجَتِ الْأَرْضُ أَثْقَالَهَا ()

3 وَقَالَ الْإِنسَانُ مَا لَهَا ()

4يَوْمَئِذٍ تُحَدِّثُ أَخْبَارَهَا ()

5 بِأَنَّ رَبَّكَ أَوْحَى لَهَا ()

6 يَوْمَئِذٍ يَصْدُرُ النَّاسُ أَشْتَاتًا لِّيُرَوْا أَعْمَالَهُمْ ()

7 فَمَن يَعْمَلْ مِثْقَالَ ذَرَّةٍ خَيْرًا يَرَهُ ()

8 وَمَن يَعْمَلْ مِثْقَالَ ذَرَّةٍ شَرًّا يَرَهُ

Транскрипцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

1. Иҙәә зүлзиләтил-арду зилзәәләһәә.

2. Үә ахраджатил-арду әҫҡааләһәә.

3. Үә ҡааләл-иңсәәнү мәә ләһәә.

4.Йәүмә'иҙиң түхәддиҫү ахбәәрәһәә.

5.Биьәннә раббәкә әүхәә ләһәә.

6. Йәүмәьиҙии-йәсдүрү-ннәәсү әштәәтәл-лийүрау әғмәәләһүм

7. Фәмәй-йәғмәл миҫҡаалә ҙәрратин хәйрай-йәраһ.

8. Үә-мәй-йәғмәл миҫҡаалә ҙәрратиң шәррай-йәраһ

Мәғәнәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

1. Ер үҙ тетрәүе менән тетрәгәс,

2. һәм Ер үҙенең йөктәрен атып сығарғас,

3. һәм кеше: «Ни булды уға?» — тип әйткәс,

4. ул көндө ул [Ер] үҙенең хәбәрҙәрен һөйләр,

5. сөнки Раббың уға үәхи ҡылыр.

6. Ул көндө кешеләр үҙҙәренең ҡылған ғәмәлдәрен күреү өсөн төркөм-төркөм булып сығыр.

7. Бер кеше туҙан ауырлығы саҡлы ғына изгелек эшләгән булһа ла, уны [әжерен] күрер.

8. Һәм бер кеше туҙан ауырлығы саҡлы ғына боҙоҡлоҡ эшләгән булһа ла, уны [ғазабын] күрер.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡөрьән Кәрим — башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007, 609 бит.
  • Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар — Ҡазан, 2004

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

http://www.falaq.ru/quran/arab/99