Ән-Нәс сүрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ән-Нәс сүрәһе
سورة الناس
Бисмиллаһ.jpg
Sura114.pdf
Ән-Нәс сүрәһе
Синыфы

Мәккә сүрәһе

Мәғәнәһе

Кешеләр

Статистика
Сүрә номеры

114

Аяттар һаны

6

Жуз

30

Руҡуғ

1

Һүҙҙәр һаны

20

Хәрефтәр һаны

80

Алдағы сүрә

Әл-Фәләҡ сүрәһе

Киләһе сүрә

Ән-Нәс сүрәһе (ғәр. سورة الناس‎, Кешеләр) — Ҡөрьәндең һуңғы, 114-се сүрәһе. 6 аяттан тора. Мәккәлә иңгән сүрә.

Сүрәгә исем тәүге аяттың һуңғы һүҙенән алып бирелгән һәм бәрейҙәрҙән һәм әҙәмдәрҙән яҡлау һорап бер Аллаһыға һығынырға өндәй.

Ғәрәпсәһе Транскрипцияһы Мәғәнәһе
بِسۡمِ ٱللهِ ٱلرَّحۡمَـٰنِ ٱلرَّحِيمِ Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!(и) Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!!
1 قُلۡ أَعُوذُ بِرَبِّ ٱلنَّاسِ Ҡул әғүҙү бирабби-ннәәс(и) Әй Мөхәммәт ғ.с., әйт: «Кешеләрҙең Раббыһына,
2 مَلِكِ ٱلنَّاسِ Мәлики-ннәәс(и) Әҙәмдәрҙең Батшаһы булған Аллаһы тәғәләгә
3 إِلَـٰهِ ٱلنَّاسِ Иләәhи-ннәәс(и) Кешеләрҙең илаһы булған Аллаһыға,
4 مِن شَرِّ الْوَسْوَاسِ الْخَنَّاسِ миң шәррил-үәсүәәсил-ханнәәс(и) Үәсүәсә ҡылыусының боҙоҡлоғонан һыйынам,
5 الَّذِي يُوَسْوِسُ فِي صُدُورِ النَّاسِ Әлләҙии йүүәсүисү фии сүдүүри-ннәәс(и) Ул әҙәмдәрҙең күңелдәрендә үәсүәсә ҡыла
6 مِنَ الْجِنَّةِ وَ النَّاسِ Минәл джиннәти үә-ннәәс(и) Ендәрҙән һәм әҙәмдәрҙән Аллаһыға һыйынам»

Сөннәт[үҙгәртергә]

Ғәйшә р.ғ. әйткән:

Ғәйшә р.ғ. риүәйәт иткәнсә, Пәйғәмбәр ғ.с. Әл-Фәләҡ һәм Ән-Нәс сүрәләрен уҡып ҡулдарына өрә лә, ауыртҡан ағзаларын һыйпай торған булған.

Әл-Бохари, 61/535

Һылтанмалар[үҙгәртергә]


Төргәк Был Ҡөрьән тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.

Ҡулланылған әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Ҡөрьән Кәрим – башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.

Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар – Ҡазан, 2004