Эстәлеккә күсергә

Әл-Мәсәд сүрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әл-Мәсәд сүрәһе
سورة المسد

Әл-Мәсәд сүрәһе
Синыфы

Мәккәләге

Мәғәнәһе

Пальма сүсе

Статистика
Сүрә номеры

111

Аяттар һаны

5

Джүз

30

Руҡуғ

1

Алдағы сүрә

Ән-Наср сүрәһе

Киләһе сүрә

Әл-Ихлас сүрәһе

QuranAcademy.org

әл-Мәсәд сүрәһе (ғәр. سورة المسد‎) (Пальма сүсе икенсе төрлө Бау тип тә атала), Ҡөрьән Кәримдең 111-се сүрәһе, 5 аяттан тора. Мәккәлә иңгән сүрә.

Әбү Ләһәб Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ﷺ атаһы менән бер туған ҡәрҙәше булған. Ул бик яуыз мөшрик булып, үҙе лә, ҡатыны ла Пәйғәмбәргә бик күп яуызлыҡ ҡылғандар. Аллаһы Тәғәлә улар тураһында ошо сүрәне үәхи ҡылған. Пәйғәмбәр ﷺ Аллаһ әмере менән туғандары араһында Исламға өндәй башлағас, Әбү Йәһил (ҡушаматы): «Әгәр ҡустымдың улының әйткән һүҙе дөрөҫ булһа, иман килтермәгән өсөн ғазап булһа, мин малымды һәм балаларымды фиҙа ҡылып ҡотолормон», — тигән. Аллаһы Тәғәлә: «Уның малы ла, балалары ла файҙа бирмәҫ» — тигән аят ебәргән. Әбү Йәһелдең улы Ғүтбәне Шам юлында арыҫлан күтәреп алып киткән. Ә Әбү Йәһелдең үҙенә бик яман бер йәрәхәт сығып, һаҫыҡлығынан бер кем янына килә алмаған, күп ғазаптар менән вафат булған. Бер нисә көн күмелмәйсә һаҫып ятҡан. Һуңынан ҡолдар яллап күмгәндәр ("Тибйән"дән).

Әл-Мәсәд сүрәһе



بِسۡمِ اللّٰہِ الرَّحۡمٰنِ الرَّحِیۡمِ

  1. تَبَّتۡ یَدَاۤ اَبِیۡ لَہَبٍ وَّ تَبَّ

  2. مَاۤ مَا أَغْنَى عَنْهُ مَالُهُ وَمَا كَسَبَ

  3. سَیَصۡلٰی نَارًا ذَاتَ لَہَبٍۚ

  4. وَامْرَأَتُهُ حَمَّالَةَ الْحَطَبِ

  5. فِیۡ جِیۡدِہَا حَبۡلٌ مِّنۡ مَّسَدٍ


БисмиЛләһи-Ррахмәни-Ррахиим!
1 Тәббәт йәдәә әбии ләһәбиү-үә тәбб
2 Мә әғнәә ғәнһү мәәлүһү үә мәә кәсәб
3 Сәйасләә нәәрәң ҙәәтә ләһәб
4 Үәмрәьәтүһү хәммәәләтәл хәтаб
5 Фии жиидиһәә хәблүм-мим-мәсәд

БисмиЛләһи-Ррахмәни-Ррахиим!

  1. Әбү Ләһәбтең ике ҡулы ла ҡороһон! Үҙе лә һәләк булһын.
  2. Уның малы ла, кәсебе лә (балалары ла) һәләк булыуҙан ҡотҡарманы.
  3. Тиҙҙән ул ялҡын эйәһе булған утҡа керер.
  4. Ҡатыны ла утын ташыусы булып(йәғни гонаһтарын өҫтөнә күтәреп), тамуҡҡа керер.
  5. Ул ҡатындың муйынында пальма сүсенән ишелгән арҡан булыр.
  • Ҡөрьән Кәрим – башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // - Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007,609 бит.
  • Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар – Ҡазан, 2004