Өрәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Византияла өрәк символы булып ҡош торған.

Өрәк (урыҫ. приведение, башҡортса өрөү һүҙенән) йәки Ҡот — үҙ үлеме менән үлмәгән кешенең янында, ерҙә йөрүөүе зат.

Өрәк — шәүлә, кәүҙәләнеш, (һынланып) күҙгә күренеү, үҙ үлеме менән үлмәгән кешенән йәне. Өрәк кешегә оҙон буйлы, аҡ кейемле кеше булып күренә[1].

Миф буйынса кеше уны алға барыусы башҡа кеше йәки күләгә рәүешендә күрә ала. Шулай уҡ өрәк болот ҡейәфәтен дә ала ала дип иҫәпләйҙәр.

Ышаныуҙара ҡарағанда өрәк үҙенең кешеһенең мәйетен үтеп барыусы тере кешеләргә күрһәтергә теләп, йән өҙгөс тауыш менән ҡысҡыра. Ә кеше уны яҡынданырак күрергә теләһә шунда уҡ юҡҡа сыға.

Башҡорт телендә ҡурҡыу осрағында «ҡот осоу» тип әйтелә. Йәғни, ышаныуҙар буйынса, ҡот (өрәк) һәр бер кешелә лә бар булып сыға.

Бөгөнгө башҡорт әҙәби телендә өрәк һүҙе урынына, фарсы теленән кергән йән һүҙе ҡулланыла. Был өрәккә ышаныуҙар Ислам дине таралғансы уҡ булыуын күрһәтергә мөмкин.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]

  • Башҡорт халыҡ ижады. 1-16 том.

Татар мифтары (урыҫ.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

  1. Хисамитдинова Ф.Г. Мифологический словарь башкирского языка. – М.: Наука, 2010. – 452 с. – ISBN 978-5-02-037580-2