Эстәлеккә күсергә

Хәкимова Светлана Фәрит ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Фамилиялаш|Хәкимова}} {{Театральный деятель | Имя = Хәкимова Светлана Ф…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

13:47, 1 ноябрь 2016 өлгөһө

Хәкимова Светлана Фәрит ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

21.06.1963

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Әлшәй районы, Иҫке Сәпәш ауылы,

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1991—2013

Театр:

Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006)

Хәкимова Светлана Фәрит ҡыҙы (тыуғ. 26 июнь 1963 йыл) — Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006).

Биографияһы

Хәкимова Светлана Фәрит ҡыҙы 1963 йылдың 26 июнендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Иҫке Сәпәш ауылында тыуған. 1991 йылда Өфө сәнғәт институтын (педагогы Рифҡәт Исрафилов) тамамлай. Институтты тамамлағас Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында эшләй башлай. Амплуаһы - лирик-комик геройҙар. Йырсы булараҡ концерттар менән сығыш яһай. Светлана Фәрит ҡыҙы башҡорт халыҡ йырҙарын һәм башҡорт композиторҙарының (Салауат Низаметдинов, Сара Садыҡова, Рим Хәсәнов һ.б.) йырҙарын башҡара.

Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре

Ғәлиәбаныу (  «Ғәлиәбаныу»), Сәрби («Йәш йөрәктәр» — «Молодые сердца», Ф. Бурнаш), Ҡарлуғас («Ҡарлуғас» драмаһы, Баязит Бикбай), Ләлә («Аҫылйәр» — «Возлюбленная», М. Фәйзи); лирик-комик ролдәре: Һандуғас («Тиле йәшлек» — «Озорная молодость», Ибраһим Абдуллин; дебют, 1991), Сәрүәр («Башмағым»), Әлфиә («…Шайморатов-генерал» — «…Шаймуратов-генерал»); тәрән драматик ролдәре: Хәлимә («Һөйөү сәғәте һуҡҡанда» — «В ожидании часа любви», Флорид Бүләков), Алтынай («Өҙөлгән туй» — «Прерванная свадьба», Зинира Аҙнабаева), Негина — («Аҡ ҡанатлы хыялым»- «Белокрылая моя мечта», А. Н. Островскийҙың «Таланттар һәм табыныусылар» пьесаһы буйынса); Баҙыян («МАҠТЫМҺЫЛЫУ, ӘБЛӘЙ ҺӘМ ҠАРА ЮРҒА»), Бикәй («АҠ ПАРОХОД»), Сәлиха («ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ ТУҒАН»), Гөлфинә («МИН - ҠАТЫН - ҠЫҘ»), Альбина («БӘХЕТ ХАҠЫ»), Гөлшат (« ИКЕ ТӨШ »), 3-сө («ЙОСОФ ҺӘМ ЗӨЛӘЙХА»), Мәрйәм Иршатовна («МИН ҺИНЕҢ ҠӘЙНӘҢ БУЛАМ»).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Һылтанмалар