Эстәлеккә күсергә

Төрөк-курд ҡаршылығы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Турецко-курдский конфликт" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

11:17, 26 май 2017 өлгөһө

Конфликт между Турцией и РПК
Дата

с 1984

Урыны

Восточная Турция, Северный Ирак

Сәбәбе

Стремление курдов создать суверенное государство (1984—1993)
Стремление курдов создать автономию (1993—2011)

Нәтижә

Конфликт продолжается

Ҡаршы тороусылар

Рабочая партия Курдистана

Төркиә Төркиә
при поддержке:
Ираҡ Ираҡ
(1987 - 2005)
Иран Иран
2004)

Командирҙар

Оджалан, Абдулла
Махсум Коркмаз
Эрдал, Бахоз
Карайылан, Мурат

Төркиә Эврен, Кенан
Төркиә Озал, Тургут
Төркиә Демирель, Сулейман
Төркиә Сезер, Ахмет Недждет
Төркиә Бююканыт, Яшар
Төркиә Гюль, Абдулла
Төркиә Эрдоган, Реджеп Тайип
Ираҡ Саддам Хусейн
Ираҡ Гази Машаль Аджиль аль-Явер

Дөйөм юғалтыуҙар
около 40000 убито (1984—2011)
 Төрөк-курд ҡаршылығы Викимилектә

Төрөк-ҡурд ҡаршылығы — Төркиә хөкүмәте менән Төркиә составында ҡурд автономияһы булдырыу өсөн көрәшкән Ҡурдистан Эшсе партияһы яугирҙәре араһындағы ҡораллы ҡаршы тороу, 1984 йылдан бирле бара. 

XXI быуат башына ҡурдтар үҙ дәүләтселегенә эйә булмаған иң ҙур милләт булып ҡала. Төркиә менән Антанта араһындағы Севр солох договоры (1920) бойондороҡһоҙ Ҡурдистан ойоштороуҙы күҙҙә тота. Ләкин договор үҙ көсөнә инмәй ҡала һәм Лозанна договорына (1923) ҡул ҡуйғанда юҡҡа сығарыла. 1920—1930-сы йылдарҙа ҡурдтар бер нисә тапҡыр төрөк властарына ҡаршы баш күтәрә, ләкин уңышҡа өлгәшә алмай.  

1961 йылда Ираҡта ҡурд ихтилалы башлана, өҙөклөктәр менән бер нисә тиҫтә йыл дауам итә. Ҡурд милләтселегенең көсәйеүе һөҙөмтәһендә 1978 йылда  Ҡурдистан Эшсе партияһы (ҠЭП) тип аталған хәрби-сәйәси ойошма барлыҡҡа килә. Көрәшенең башында (1984—1993) ул Төркиәлә ҡурдтарҙың үҙ аллы дәүләтен булдырырға тырыша, ләкин 1993 йылда был ынтылышты Төркиә составында ҡурд автономияһы барлыҡҡа килтереү маҡсатына алмаштыра.  Был осорҙа ҡурдтар ныҡлы ҡыҫым аҫтында йәшәй: ҡурд телен файҙаланыу тыйыла, ҡурд милләте танылмай (рәсми властар ҡурдтарҙы  «тау төрөктәре» тип атай).

1984 йылдың 15 августында ҠЭП Төркиәнең көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә партизандар һуғышын башлай. Партизандарҙы баҫтырыуға даими төрөк армияһы йәлеп ителә, был төбәктә ғәҙәттән тыш хәл индерелә. Төп ҡурд базалары Ираҡтың төньяғында урынлаша. Ике ил хөкүмәттәренең килешеүе буйынса, төрөк именлек көстәренә партизан отрядтарын эҙәрлекләп Ираҡ территорияһына инеү хоҡуғы бирелә[1]. 1990-сы йылдарҙа Төркиә Ираҡта хәрби операциялар алып бара (1995 һәм 1997 йылдарҙа иң күләмлеләре була).

Америка һәм Израиль махсус хеҙмәттәренең Кенияла ҠЭП лидеры Абдулла Оджаланды ҡулға алыуы (1999 йылдың 15 феврале) Төркиәнең ҡурд партияһына ҡаршы көрәшендә иң ҙур уңыш була. Үҙен тотоп алғандарынан аҙ ғына элгәрерәк  (1998 йылдың 1 сентябрендә) Абдулла Оджалан ҠЭП-ты ваҡытлыса солох иғлан итергә саҡырған була, ә үҙе тотолғас, хәрби көстәрҙе Ираҡ төньяғына тартырға ҡуша.  Ошо мәлдән ҠЭП-тың партизан һуғышы һүнеүгә китә. 2000-се йылдар башында Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында хәрби хәрәкәттәр ғәмәлдә туҡтала, әммә  20052006 йылдарҙа партизандар йәнә әүҙемләшә.  Элеккесә, улар Ираҡтың төньяғындағы базаларҙан эш итә.  2008 йылдың февралендә төрөк армияһы һуңғы тиҫтә йылда был базаларға ҡаршы иң ҙур операцияны үткәрә. 

2008 йылға хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булғандар һаны яҡынса 40 мең тип баһалана[2].

2011 йылдың авгусында төрөк армияһы  Ираҡ Ҡурдистаны территорияһына уңышһыҙ һауа рейдтары үткәрә.

2011 йылдың 13 сентябрендә  Төркиәнең эске эштәр министры Наим Шаһин Ираҡ Ҡурдистаны территорияһына төрөк ғәскәрен индереү ниәте тураһында белдерә. 

2011 йылдың 10 октябрендә Ираҡ Ҡурдистанындағы ҠЭП базаларының береһен һауанан бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә 14 ҡурд партизаны, улар араһында ҠЭП етәкселегенән дә бер нисә кеше һәләк була. 

2011 йылдың 19 октябрендә Хаҡкәри провинцияһының Чукуржа районында ҡурд партизандары был төбәктәге 19 хәрби объектҡа һөжүм итә, был бәрелештә, Төркиә Генштабы башлығы белдереүенсә, төрөк армияһы  26 һалдатын юғалта[3]. ҠЭП-ҡа яҡын торған[4] Firat мәғлүмәт агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, төрөк яғында 87 һалдат һәләк була, 60-лабы яралана, ҡурд яғынан 7 партизан үлтерелә[5].

2011 йылдың 2123 октябрендә ҡурд партизандары төпләнгән тип иҫәпләнгән урындарҙы һауанан оҙайлы бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә Чукуржа районында 36 ҡурд партизаны һәләк була. Ҡурд яғы һәм иҫән ҡалған шаһиттар ҡурд партизандарына ҡаршы химик ҡорал ҡулланылыуы тураһында белдерә[6][7]. Төрөк хәрби командованиеһы ғәйепләүҙе кире ҡаға. Бойондороҡһоҙ немец эксперттары тикшереү үткәрә[8].

2015 йылдың 25 июлендә Ҡурдистан эшсе партияһы Төркиә менән артабан солох мөмкин булмауы тураһында белдерә. Был төрөк Хәрби һауа көстәренең Ираҡ территорияһында Ислам дәүләтенеке булған биләмәләрҙе лә, ҡурдтарҙың позицияларын да бомбаға тотоуының һөҙөмтәһе була[9]. Ваҡытлыса солох 2013 йылдан террорсы Ислам дәүләтенә ҡаршы бергәләп эш итеү кәрәклеге арҡаһында урынлаштырылған була. 

2015 йылдың 21 декабрендә Жизрә һәм Силопи ҡалаларында ҠЭП боевиктарына ҡаршы киң күләмле операция башлана. Унда төрөктәрҙән 10 мең  полицейский һәм һалдат, танкылар ҡатнаша. ҠЭП баш күтәреүселәре Жизрә өйәҙенә инеү юлдарын бикләй,  баррикадалар ҡора һәм йырындар ҡаҙа.  Улар шулай уҡ торлаҡ йорттарға штурмды кире ҡағыу өсөн ут нөктәләре урынлаштыра. Жизрә тирәһендәге ҡалҡыулыҡтарға урынлашҡан танкылар ҠЭП позицияларын утҡа тота. 30 бронялы машинанан торған хәрби конвой бер районды штурмлай. 19 ғинуарҙа Силопи ҡалаһындағы террорсылыҡҡа ҡаршы операцияны тамамлау тураһында иғлан ителә. 2016 йылдың 1 февралендә БМО-ның Кеше хоҡуҡтары буйынса юғары комиссары Зәйд Раад әл Хөсәйен Жизрә ҡалаһында тыныс халыҡты танкыларҙан атыу тураһындағы хәбәрҙәр айҡанлы етди борсолоу белдерә. Был кешеләр аҡ флагтар тотоп һәләк булғандарҙың мәйеттәре һалынған машиналар менән үтә. Юғары комиссар Төркиә властарына ентекле тикшереү үткәрергә ҡуша. Жизрә өйәҙендәге операция 2016 йылдың 11  февралендә тамамлана.[10][11][12][13]

Иҫкәрмәләр