Эстәлеккә күсергә

Луи де Фюнес: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Фюнес, Луи де" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

11:30, 30 август 2017 өлгөһө

Луи де ФюнесЛуи де Фюнес
Louis de FunèsLouis de Funès
Файл:Louis de funes 1978 ws 1-zoom.jpgLouis de funes 1978 ws 1-zoom.jpg


Луи де Фюнес на съёмках фильма Жандарм и инопланетяне в 1978Луи де Фюнес на съёмках фильма Жандарм и инопланетяне в 1978

Исеме:

Луи Жермен Давид де Фюнес де ГаларсаЛуи Жермен Давид де Фюнес де Галарса

Тыуған:

31.7.191431.7.1914

Тыуған урыны:

Курбевуа , ФранцияКурбевуа , Франция

Үлгән:

28.1.198328.1.1983

Үлгән урыны:

Нант , ФранцияНант , Франция

Гражданлығы:

Франция ФранцияФранция Франция

Һөнәре:

актёр , кинорежиссёр

, сценарист
Карьера:

1946—19821946—1982

Наградалары:

Почётлы легион ордены кавалеры Почётлы легион ордены кавалеры

Луи де Фюнес (франц. Louis de Funès, тулы исеме Луи́ Жерме́н Дави́д де Фюне́с де Галарса,, франц. Louis Germain David de Funès de Galarza; 31 июль, 1914, Курбевуа — 28 ғинуар1983, Нант) —  француз йәһүд киноактеры, режиссер, сценарист,  донъя киноһының иң бөйөк комиктарының береһе.

Биографияһы

Луи де Фюнес де Галарса 1914 йылдың 31 июлендә  Курбевуала донъяға килә. Француз һәм испан экран йондоҙоноң ата-әсәһе испан Севильендә тыуа. Атаһы, Карлос Луи де Фюнес де галарса, юридик белем алған, әммә Францияға күсенгәндән һуң алмасты тирәсләүсе (огранщик)  булып китә. Әсәһе сығышы яғынан испан һәм португал була. Луиның ата-әсәһе Францияға рәсми рәүештә никахҡа инеү өсөн 1904 йылда күсәләр, сөнки ватандарында уларҙың ата-әсәләре никахтарына ҡаршы булалар.

Луины дуҫтары баласаҡта "Фюфю" тип йөрөтәләр. бала француз, испан һәм инглиз телен һәйбәт белгән була. Йәш сағында һүрәт төшөрөү һәм  фортепианола уйнау менән мауыға. Шуға күрә Луиның пианист булып китеүе бер ниндәй мөғжизә түгел. Башлыса ул Пигалдә джаз уйнай.  Музыканттың уйнаған саҡта гримасаларын күҙәтеп, тамашасылар күңелләнгәндәр.

1936 йылда Луи де Фюнес Жермен Луизе Элоди Карруайеға  өйләнә. Йәш парҙың Даниэль исемле улдары тыуа, әммә 1942 йылдың аҙағында улар айырылыша.

Парижды Германия ғәскәрҙәре оккупациялаған ваҡытта Луи де Фюнес музыкаль мәктәптә сольфеджио уҡыта, ошонда уҡ сәрҡәтип булып эшләгән Жанна Августина де Бартелеми де Мопассанға ғашиҡ була. Һөйгәне бөтә донъяға билдәле яҙыусы Ги де Мопассандың ҡыҙ туғаны була. Ҡыҙ "джазды илаһи уйнаған бәләкәй кешегә" яуап бирә. Ғашиҡтар 1943 йылда өйләнешәләр һәм Луи де Фюнестың 1983 йылда вафат булғанға  тиклем 40 йыл бергә йәшәйҙәр. Никахтарында ике улдары тыуа — Патрик һәм Оливье.

Һуғыш тамамланғандан һуң ң де Фюнес үҙен  кинематографта һынап ҡарай; бынан алдараҡ ул Рене Симондың драма курстарында уҡыған.  1945 йылда   "Барбизон ҡотоҡолары" фильмында (режиссеры Жан Степи) төшә. Картина йәш актерға ҙур билдәлелек алып килмәй. 

Режиссер Ив Роберҙың "Тотолмаған - бур түгел" фильмында (1958 йылда төшөрөлгән) де Фюнес төп ролде ала — браконьер Блеро. Был фильм уға киң билдәлелек алып килә.Фильмдың сит илдәрҙә киң экранға   сыҡҡанынан һуң төп персонажды Дональд Дак тип исемләйҙәр. Рәсәйҙә фильм "Блеро" исеме аҫтында билдәле. 1960 йылдар де Фюнесҡаысын  популярлыҡ һәм тамашалар танылыуы алып килә: йыл һайын өс-дүрт картинала төшөп тора. Сираттағы уңышты режиссер Андрэ Юнебель төшөргән Фантомас тураһында трилогияһындағы комиссар Жюва алып килә. Башта данлыҡлы енәйәтсе тураһында 10 серия төшөрөргә планлаштырыла, әммә трилогияның өсөнсө өлөшө ("Фантомас Скотланд-Ярдҡа ҡаршы" фильмы) популярлығын юғалта барыуын иҫбатлай һәм решил артабан төшөрмәҫкә була. 

Башҡа актерлыҡ эштәре ("Ҙур прогулка" һәм "Асыҡ ауыҙ") бөтә донъя кимәлендә тиҫтәләгән миллион тамашасыларҙы таң ҡалдыра. Шулай уҡ 1960 йылдарҙа төшөрөлгән Жандармдың һәм уның ҡул аҫтындағы кешеләрҙең мажаралары тураһындағы күп сериялы фильм. Үҙе Луи де Фюнес актерлыҡ карьераһы тураһында ошолай ти:

«

Я не сожалею о медленном развитии моей карьеры. Эта медлительность помогла мне понять основательно мою профессию. Когда я был ещё неизвестным, я пытался окрасить деталями, мимикой, жестами маленькие роли, которые мне поручали. Таким образом, я приобрёл некоторый комический багаж, без которого не мог бы сделать карьеру. Поэтому, если начать снова, то я бы не отказался от этого пути.

»

1970 йылдарҙа де Фюнес элеккесә тамашасыларҙың  популяр һәм яратҡан актеры булып ҡала. шулай уҡ әүҙем төшөүен дауам итә һәм 1973 йылдың 15 мартында Францияның иң юғары наградаһына лайыҡ була: Почетлы легион орденына. 

1975 йылда де Фюнес ике инфаркт кисерә. Табиптарҙың  ҡәтғи талаптарына ярашлы актер кинонан китә һәм XVII быуатҡа ҡарағанНант бик алыҫ булмаған ҡала ситендәге  Шато-де-Клерман имениеһына күсенә, бында ул ҙур теләк менән розалар үҫтереү менән шөғөлләнә[1]. "Мейян" фирмаһы сығарып алған розаларҙың бер төрөнә уның исеме бирелгән[2].

Шулай ҙа де Фюнес Клод Зидиҙың "Ҡанат йәки тәпәй" фильмында төшөүҙән баш тарта алмай. Был картинала төшкндән һуң актер тағы ла бер нисә фильмда иҫ китмәле төшә. «Жандарм һәм жандарметкалар» фильмы уның кинокарьераһында һуңғыһы була.

Луи де Фюнес 1983 йылдың 27 ғинуарында  йөрәк өйәнәгенән вафат була.

Актерҙың ике улы ҡала: Оливье де Фюнес, «Эйр Франс» авивкомпанияһы пилоты (атаһы улының профессиональ актер булыуын бик теләй, әммә Оливье, бер нисә фильмда атаһы менән төшөүгә ҡарамаҫтан,  ҡаршы була) һәм Патрик де Фюнес, һөнәре буйынса табип. 

Наградалары

  • 1973: Почетлы легион ордены кавалеры
  • 1980: «Сезар» премияһы («Һаран» фильмы)

Фильмографияһы

Луи де Фюнесты ҡабатлаған актерҙар

Совет кинопрокатында Луи де Фюнес ҡатнашлығындағы фильмдар дубляж тәржемәһе менән барған. Актерҙың Советтар Союзында популярлығында ҙур ғына ролде Владимир Кенигсон кәүҙәлендергән образ уйнай. Хәҙерге көнгә тиклем ул Луи де Фюнесты тәржемәләгән дубляж актерҙарының иң яҡшыһы тип һанала[3][4]. Шундай легенда бар, йәнәһе, Луи де Фюнес үҙе Кенигсондың дубляжы менән фильмдарын күргәс, ихлас күңелдән: "Шундай шәп актер булғанымды белмәгән инем", - тигән[5]

Владимир Кенигсон  "Союзмультфильм" киностудияһында дубляжы

  • "Фантомас", 1964
  • "Асыҡ ауыҙ", 1965
  • "Ҡоторонған Фантомас", 1965
  • "Фантомас  Скотланд-ярдҡа ҡаршы", 1966
  • "Ҙур прогулка", 1966
  • "Септим әфәнденең рестораны" 1966
  • "Оскар", 1967; дубляж 1968 йылда 
  • "Кеше-оркестр", 1970

Михаил Глузский "Мосфильм" киностудияһында дубляжы

  • "Жандарм Нью-Йоркта", 1965
  • "Бәләкәй һыу инеүсе", 1968;
  • "Жандармдар һәм башҡа планетала йәшәүселәр", 1979; дубляж 1981 йылда дублировать.

Лев Лемке

  • "Жандарм өйләнә", 1968; дубляж 1977 йылда  "Ленфильм" киностудияһында.

Александр Белявский

  • "Туңдырылған", 1969; дубляж  "Мосфильм" киностудияһында.

Евгений Весник  М. Горький исемендәге киностудияһында дубляж

  • "Атай, әсәй, хеҙмәтсе һәм мин", 1954;
  • "Тотолмаған — бур түгел", 1958;  дубляж 1960 йылда;
  • "Иблис һәм ун ҡанун" 1962.

Зиновий Гердт

  • "Гүзәл американ ҡатыны", 1961; дубляж М. Горький исемендәге киностудияһында

Артем Карапетян дубляж М. Горький исемендәге киностудияһында

  • "Һаран" 1980 йылда; дубляж 1982 йылда;
  • "Эпсомдағы джентльмен", 1962; дубляж 1983 йылда.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар