Эстәлеккә күсергә

Аҡбуҙат (журнал)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(«Аҡбуҙат» журналы битенән йүнәлтелде)
Аҡбуҙат
Нигеҙләү датаһы 1990
Нигеҙләүсе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Мөхәррир Лариса Абдуллина
Ил  Рәсәй
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Рәсми сайт akbuzatrb.ru

Аҡбуҙат — мәктәпкәсә йәштәге һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн башҡорт телендәге айлыҡ журнал, 1989 йылдың майынан «Ағиҙел» журналына ҡушымта булараҡ «Бәпембә» исеме менән сыға. 1991 йылдан үҙаллы баҫма булып донъя күреп килә. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы.

Тәүге баш мөхәррире — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2014) Факиһа Туғыҙбаева. 2010 йылдан журналдың баш мөхәррире — Тамара Искәндәриә, 2020 йылдың июненән — Лариса Абдуллина[1].

Баҫма редакцияһының адресы: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Матбуғат йорто, 1-се ҡат.

Журналда балалар өсөн ҡыҫҡа шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр, пьесалар, тарихи-этнографик характерҙағы материалдар, башватҡыстар, ҡул эштәре өсөн ҡулланмалар, йырҙар, уйындар, шулай уҡ һәр һанда кескәйҙәрҙең ижад өлгөләре баҫыла.

Баҫма ун йыл дауамында Рәсәй Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы тарафынан иғлан ителгән социаль әһәмиәтле проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра.

Журнал йыл да республика балалары араһында Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге шиғри конкурс иғлан итә. Йәш шағирҙар ҡатнашлығында I—II «Бәпембә» балалар шиғриәте фестивалдәре Ишембай һәм Өфө ҡалаларында үтә.

  • Юғары сифаты өсөн журнал Рәсәй матбуғатының алтын фондына индерелгән.
  • 2012 йылда балалар өсөн журналдар араһындағы «Маленький принц» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе була.
  • 2016 йылда Башҡортостан китапханалары араһында үткән «Йыл китабы» конкурсында еңеүсе исемен ала һәм «Иң уҡымлы балалар журналы» тип табыла.
  • 2018 йылда журнал илдең 19 төбәгенән 69 гәзит һәм журнал ҡатнашҡан «Рәсәйҙең биш яҡшы этник баҫмаһы» федераль конкурсында еңеүсе булды[2].
  • 2021 йылдың мартында Рәсәйҙең Милли киң мәғлүмәт саралары ассоциацияһы тарафынан журнал сыға башлауының 30 йыллығы уңайынан Пегас йондоҙлоғондағы бер йондоҙға «Аҡбуҙат» исеме бирелде[3].

Журналдың гимн-йыры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
АҠБУҘАТ

Тамара Искәндәриә һүҙҙәре,

Гөлдәр Ишҡыуатова көйө.

  1. Хыялдарҙы бойомға ул

Ашыра,

Балаларҙың янына гел

Ашыға.

Аҡбуҙ иле — һандуғаслы,

Торналы,

Ҡурай моңло, ҡумыҙ сыңлы,

Һомайлы.

Ҡушымта:

Һай, тылсымлы, тоғро атым

Аҡбуҙат!

Саҡма тояҡ, йондоҙло ял -

Аҡбуҙат!

Моң ҡанатлы, нур ҡанатлы

Аҡбуҙат,

Ялҡын тынлы, йондоҙ яллы

Аҡбуҙат!

2. Һинең менән осам, гүйә,

Күктәргә,

Киң ҡанатың бейектәргә

Күтәрә!

Ҡуш йөрәкле "Аҡбуҙат"ым -

Зирәк һин!

Бик кескәй булһаң да, илгә

Терәк һин!