Эстәлеккә күсергә

«Берлек» (промартель, Бөрйән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Берлек» промартеле
Тип

артель

Нигеҙләнгән йыл

1930

Ябылған йыл

1957

Урынлашыуы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй ФедерацияһыБашҡортостан Башҡортостан

Тармаҡ

Кәсепселек

Продукция

ағас ҡырҡыу, ағыҙыу; күмер яндырыу; сайыр һәм скипидар етештереү һ.б.


"«Берлек» промартеле — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылындағы ойошма.

«Берлек» промартеле 1930 йылда Яңы Мөсәт ауылында ойошторола һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Беренсе рәйесе — М. Бүләкбаев. Һуңғараҡ артель «Яңы юл» колхозына инә. 1936 унан сыға һәм 1942 йылға тиклем үҙаллы була.

1942 йылда «Берлек» промартелендә кәсепселек эше йәйелдерелә. Уны Ҡасҡынбаев С. С. етәкләй. Артель ағас ҡырҡыу һәм ағыҙыу, төрлө сеймал әҙерләү, поташ производствоһы, ыҫмала һәм дегет етештереү, күмер үртәү, һалабаш әҙерләү менән шөғөлләнә. Ағасты Алағуян йылғаһы буйлап Ағиҙел йылғаһына тиклем (Иҫке Собханғол эргәһендә) ағыҙалар. Ағас күмерен яндырыу, дегет һәм ыҫмала Иҫке Ыҙма йылғаһы буйында башҡарыла.

1957 йылда «Берлек» промартеле бөтөрөлә һәм Бөрйән урман сәнәғәте хужалығының ағас әҙерләү пунктына әүерелә.

Өҫтәп уҡығыҙ
  • Яңы Мөсәт ауылының тарихы[1]
  • Бүләкбаев М.
  • Ҡасҡынбаев С. С.

"Берлек" // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 114. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.