Абдрахманов Әнүәр Муллағәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдрахманов Әнүәр Муллағәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 3 ғинуар 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ҡабыҡҡыуыш, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Эшмәкәрлек төрө депутат[d]

Абдрахманов Әнүәр Муллағәли улы (рус. Абдрахманов Анвар Муллагалиевич; 3 ғинуар 1947 йыл) — педагог, сауҙа өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1986 йылдан Башпотребсоюз идараһы рәйесе урынбаҫары; 2007 йылдан Башҡортостан кооператив техникумы директоры. Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре. Милләте башҡорт.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әнүәр Муллағәли улы Абдрахманов 1947 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуған.

1965 йылда хеҙмәт юлын тыуған ауылында клуб мөдире булып башлай.

1966—1969 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

Запасҡа ҡайтарылғас, Башҡортостан кооператив техникумында уҡыған.

Артабан Әнүәр Муллағәли улы сельпо, райпо рәйесе урынбаҫары, Раевка район-ара база директоры, Әлшәй райпоһының идара рәйесе булып эшләй. Совет сауҙа институтының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай.

1986 йылда кооператив сәнәғәт идаралығы рәйесе — Башпотребсоюз идараһы рәйесенең етештереү эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары була.

1987 йылдан Башпотребсоюз идараһы рәйесенең сауҙа буйынса урынбаҫары булып эшләй.

1990 йылда Әлшәй районының 154-се Раевка һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана[1].

2007 йылда Башҡортостан кооператив техникумы директоры итеп тәғәйенләнә[2][3]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны Рәмзиә Абдрахманова менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2012)[4]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 4
  2. Человек системы.- «Кооператор Башкортостана», 2012, январь, № 1 (136)
  3. Судьба в дарах своих богата(недоступная ссылка)
  4. В Башкирии наградили лучших работников образования

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Кооператор Башкортостана», 2012, январь, № 1 (136)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]