Эстәлеккә күсергә

Абдулла ахун (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Абдулла ахун»
Йыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡорт

Авторы

халыҡ

Абдулла ахун — башҡорт халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр XX быуаттың 30‑сы йылдарында Силәбе өлкәһенең Ялан-Ҡатай районы Тойғон ауылы Ә. Ҡорбанғәлиндән яҙып алына, А. С. Ключарёв тарафынан татар халыҡ йырҙары йыйынтығында баҫтырыла (Ҡазан, 1941). Йыр лирик‑эпик характерҙа. Абдулла Дәүләтшинға бағышланған. Йырҙың куплет төҙөлөшө һалмаҡ йыр башынан һәм марш характерындағы ҡушымтанан тора. Башҡарыусылар араһында Ғ. З. Сөләймәнов, Ә. С. Шайморатова. Йыр тауыш һәм фортепиано өсөн Х. Ф. Әхмәтов тарафынан эшкәртелә.

  • Башҡорт халҡ йырҙары. Өфө, 1954;
  • Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. — Өфө, 1974.