Абдуллин Мөслим Мөким улы
Мөслим Мөким улы Абдуллин ҡаҙ. Мүсілім Мүкімұлы Абдуллин | ||||
Файл:Муслим Абдуллин.jpg | ||||
Төп мәғлүмәт | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған | ||||
Тыуған урыны | ||||
Үлгән | ||||
Һөнәрҙәре |
камера йырсы, | |||
Наградалар |
| |||
Абдуллин Мөслим Мөким улы (ҡаҙ. Мүсілім Мүкімұлы Абдуллин); 14 март 1916 йыл — 7 декабрь 1996 йыл — совет һәм ҡаҙаҡ йырсыһы (лирик тенор). Ҡаҙаҡ ССР-ның халыҡ артисы (1947).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1916 йылдың 14 мартында Усть-Каменогорск ҡалаһында тыуған.
1933—1935 йылдарҙа Алма-Ата музыка техникумында уҡый. 1936 йылда Мәскәү консерваторияһының]] ҡаҙаҡ студияһына уҡырға инеп, 1939 йылда тамамлай.
1939 йылдан 1965 йылға тиклем Абай исемендәге Ҡаҙаҡ опера һәм балет театрының солисы була.
1955 йылдан алып КПСС ағзаһы.
1965 йылдан "Ҡаҙаҡконцерты"ның художество етәксеһе.
Абдуллин ҡаҙаҡ, урыҫ һәм Көнбайыш Европа операларында партиялар башҡара. Сәхнәлә лирик персонаждар образдарын кәүҙәләндерә: Түлеген, Ҡайракбай, Балпан, Арыстан (Е. Г. Брусиловскийҙың «Кыҙ-Ебәк», «Ялбыр», «Ала-Тарғын» һәм «Айман-Шолпан»). Ленский (П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин»), Серика (М. Түлебаеваның «Биржан һәм Сара»), Йылҡарҙар (Е. Г. Брусиловский һәм М. Түлебаевның Амангельды), Туяҡбай (Е. Рәхмәҙиеваның Камар сулу), Әзимә («Абай» А.Жубанова һәм Л. А. Хәмиҙи) һәм башҡалар. 1936 йылда Мәскәүҙә ҡаҙаҡ әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнаша. Ҡаҙаҡ халыҡ йырҙарын һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәрен башҡарыусы.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡатыны Абдуллина Ҡамаш[1] менән дүрт балаға ғүмер биргәндәр:
- Ҡыҙы Абдуллина Ғәлиә (1941 йылғы), улдары Абдуллин Сағнай (1953 йылғы) музыкант һәм алып барыусы[2]
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (03.01.1959)
- Почёт Билдәһе ордены (22.08.1986)
- Ҡаҙаҡ ССР-ның халыҡ артисы (1947)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В нашей семье всем везёт в любви . Ibirzha. Дата обращения: 13 ноябрь 2017. Архивировано 13 ноябрь 2017 года.
- ↑ Сам себе кузнец! Дата обращения: 5 декабрь 2018. [no Архивировано] 5 декабрь 2018 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдуллин, Муслим Мукимович // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.
- Абдуллин М. М. // Музыкальная энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор. Под ред. Ю. В. Келдыша. 1973—1982.
- Mессман Вл., Возрождение песни, А.-А., 1958, с. 352-55;
- Хамиди Л. A., Хамиди Р. Л., Жизнь в искусстве, А.-А., 1967.
Был мәҡәләлә «Ҡаҙағстан. Милли энциклопедия» (1998—2007) материалдары ҡулланылды, барлыҡ материалды «Қазақ энциклопедиясы» редакцияһы Creative Commons BY-SA 3.0 Unported лицензияһы буйынса тәҡдим итте.
- 14 мартта тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Усть-Каменогорскта тыуғандар
- 7 декабрҙә вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса йырсылар
- СССР йырсылары
- Ҡаҙағстан йырсылары
- XX быуат йырсылары
- СССР опера йырсылары
- Ҡаҙағстана опера йырсылары
- XX быуат опера йырсылары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса музыканттар
- КПСС ағзалары
- СССР-ҙың академик музыканттары
- Ҡаҙағстандың опера йырсылары
- Алматыла вафат булғандар