Эстәлеккә күсергә

Семипалатинск өлкәһе (Ҡаҙағстан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Семипалатинск өлкәһе
ҡаҙ. Семей облысы
Нигеҙләү датаһы 14 октябрь 1939[1]
Дәүләт  СССР
 Ҡаҙағстан
Административ үҙәк Семей
Административ-территориаль берәмек Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы һәм Ҡаҙағстан
Хөкүмәт башлығы Бозтаев, Кешрим Бозтаевич[d]
Халыҡ һаны 838 324 кеше (1989)[2]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 3 май 1997[3]
Урынлашыу картаһы

Семипалатинск өлкәһе — (рус. Семипалатинская область, ҡаҙ. Семей облысы (Қазақстан)) Ҡаҙаҡ ССР-ы (19391991) һәм Ҡаҙағстандың административ берәмеге.

Ҡаҙаҡ ССР-ының административного бүленеше картаһы, 1959 йыл

Өлкә Ҡаҙаҡ ССР-ының көнсығышында урынлашҡан, төньяҡта РСФСР-ҙың Алтай крайы менән , көньяҡ-көнсығышта — Ҡытай менән сиктәш.

Рәсәй империяһының Семипалатинск өлкәһе 1854 йылдың 19 майында барлыҡҡа килгән. 1920 йылдың 11 декабрендә Семипалатинск губернаһы тип үҙгәртелә.

Ҡаҙаҡ ССР-ының Семипалатинск өлкәһе 1939 йылдың октябрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән булдырыла

1991 йылдың октябренән Ҡаҙағстан Республикаһы составында.

1997 йылдың 3 майында Ҡаҙағстан республикаһы президенты указы менән Семипалатинск өлкәһе бөтөрөлә, уның территорияһы Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе составына инә .

СССР-ҙа 1989 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Семипалатинск өлкәһендә 838 324 кеше йәшәгән[4] (ҡалала — 429 255, ауылда — 409 069), ир-ат — 407 038, ҡатын-ҡыҙ — 431 286 кеше.

1970 йылда ҡаҙаҡтар (43,5 %), урыҫтар (40 %), немецтар (6,6 %), украиндар (2,5 %), татарҙар (2,6 %), белорустар, үзбәктәр, уйғырҙар, мордвалар һәм тажиктар йәшәгән.