Абдуллин Рәфил Сәйфулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдуллин Рәфил Сәйфулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ иле  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 сентябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Ҡарлы, Мораҡ ауыл советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик
Эш урыны Газпром Нефтехим Салауат
Биләгән вазифаһы главный инженер[d]
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Абдуллин Рәфил Сәйфулла улы (12 сентябрь 1946 йыл) — ғалим-инженер-механик. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2003); Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Башҡортостан Республикаһы Инженерҙар академияһының ағза корреспонденты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәфил Сәйфулла улы Абдуллин 1946 йылың 12 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Ҡарлы ауылында тыуа.

1968 йылда Салауат индустрия техникумын, 1975 йылда Өфө нефть институтын тамамлай

1968 йылдан Салауат машиналар эшләү заводында инженер-технолог булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1973 йылдан өлкән мастер, 1978 йылдан «Салауатнефтемаш» производство берекмәһендә аппараттар цехы начальнигы булып эшләй[1].

1982 йылда «Гидромаш» заводы директоры урынбаҫары[2].

1982 йылдан башлап «Кардан» заводы директоры урынбаҫары, 1986 йылдан — «Салаватнефтеоргсинтез» производство берекмәһенең төҙөлөш материалдары һәм конструкциялары заводының баш инженеры, 1992 йылдан — «Техинком» ғилми-производство берекмәһе директоры[1].

2009 йылдан алып Өфөлә Энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институтында (ИПТЭР) баш ғилми хеҙмәткәр[2].

Фәнни эшмәләрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлеге нефтехимия предприятиелары ҡорамалдарының эшләүен технологик тәьмин итеү менән бәйле. Абдуллин Рәфил Сәйфулла улы механик яҡтан бер төрлө булмаған ҡорамалдарҙың эшкә яраҡлылығын тәьмин итеү ысулдарын уйлап таба, улар «Газпром нефтехим Салават», «Салаватнефтемаш» акционер йәмғиәттәрендә индерелгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 3 монография авторы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Башҡорт энциклопедияһы — Абдуллин Рәфил Сәйфулла улы (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2022)
  2. 2,0 2,1 Свободная энциклопедия Урала — Абдуллин Рафиль Сайфуллович(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2022)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]