Абдулғужин Рәүил Сәлим улы
Уҡыу көйләүҙәре
| Абдулғужин Рәүил Сәлим улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 19 август 1942 (83 йәш) |
| Тыуған урыны | Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | геолог |
Абдулғужин Рәүил Сәлим улы (1942) — геолог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (2004).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәүил Сәлим улы Абдулғужин 1942 йылда Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Хоҙайбәндә ауылында тыуған.
Тормош һәм хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1967 йылдан Бүребай, 1981 йылдан «Башкиргеология» берекмәһенең Көньяҡ-көнсығыш геология-разведка экспедицияһы геологы.
1986 йылдан — Сибай ҡалаһындағы Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты (Сибай ҡалаһы), 1988 йылдан — Ырымбур өлкәһендәге Медногорск баҡыр-көкөрт комбинаты геологы.
1990 йылдан — Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, 2000—2004 йылдарҙа Хәйбулла тау компанияһы геологы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (2004)[1]