Абуладзе Тенгиз Евгеньевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Абуладзе Тенгиз Евгеньевич
груз. თენგიზ აბულაძე
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Georgia (1990–2004).svg Грузия
Тыуған ваҡыттағы исеме груз. თენგიზ აბულაძე
Фамилия Abuladze[d]
Тыуған көнө 31 ғинуар 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[3][2]
Тыуған урыны СССР, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], Грузия ССР-ы[d], Кутаиси
Вафат булыу көнө 6 март 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1][2] (70 йәш)
Вафат булған урыны Грузия, Тбилиси
Ерләнгән урыны Дидубийский пантеон[d]
Һөнәр төрө кинорежиссёр, сценарий яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө режиссёр[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Кинематографистар союзы[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыу йорто ВГИК[d]
Әүҙемлек осороноң башы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 194: Функция для отображения свойства не найдена.
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]

Тенгиз Евгеньевич Абуладзе (груз. თენგიზ ევგენის ძე აბულაძე; 31 ғинуар 1924, Кутаиси — 6 март 1994, Тбилиси) — совет грузин кинорежиссёры, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1980)[4][5].

Биографияһы һәм ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тенгиз Абуладзе 1924 йылдың 31 ғинуарында (башҡа сығанаҡтар буйынса 1 ғинуарҙа[6]) Кутаиси ҡалаһында тыуа.

Тимер юл техникумын, унан һуң Тбилиси театр институтын (19431946) тамамлай, унда Г. А. Товстоногов һәм Д. А. Алексидзела уҡый[7]. 1953 йылда ВГИК (С. Юткевич оҫтаханаһы) тамамлай. ВГИК-тағы уҡытыусылары араһында С. М. Эйзенштейн, Л. В. Кулешов, А. С. Хохлова, А. П. Довженко була. Диплом эше итеп дирижёр Дмитрий Аракишвили тураһында ҡыҫҡа метражлы документаль фильм төшөрә[8].

1953 йылдан — «Грузия-фильм» киностудияһы режиссёры.

1955 йылда Резо Чхеидзе менән берлектә Екатерина Габашвили хикәйәһе буйынса «Лурджа Магданы» тигән фильм төшөрә. 1956 йылда фильм Канн кинофестиваленең ҡыҫҡа метражлы фильмдар конкурсында «Уйлап сығарылған сюжетлы иң яҡшы фильм» булараҡ Махсус билдәләүгә лайыҡ була[9][10].

Режиссёрҙың икенсе эше — «Чужие дети» тигән көнкүреш драмаһы — 1958 йылда сыға. Совет тәнҡитселәре фильмды итальян неореализмына оҡшашлыҡта ғәйепләй. Абуладзеның хәҙерге биографтары неореалистарҙың, шулай уҡ ошо йүнәлештә эшләгән кинорежиссёрҙар М. Антониони менән Ф. Феллиниҙың йоғонтоһо шәйләнеүен, әммә шул уҡ ваҡытта режиссёрҙың үҙ поэтик теле булыуын да билдәләй[11][12]. Был фильм да халыҡ-ара фестивалдәрҙә наградаларға лайыҡ була.

1962 йылда Абуладзе Нодар Думбадзеның «Я, бабушка, Илико и Илларион» тигән романы буйынса шул уҡ исемдәге «моңһоу комедия» төшөрә. Фильм киң прокатҡа сыға һәм режиссёрға бөтә Союзда билдәлелек килтерә[13]. Михаил Ромм, картинала грузин халҡы юморы менән философияһының үҙенсәлекле үрелешен билдәләп, фильмға юғары баһа бирә[14].

1967 йылда Абуладзе Важа Пшавела әҫәрҙәре («Алуда Кетелаури» һәм «Гость и хозяин» поэмалары) буйынса «Мольба» фильмын төшөрөп бөтә. Унда хевсурҙар менән кистиндарҙың ҡан дошманлығы тураһындағы сюжеттарҙы, Изгелек менән Яуызлыҡ бәрелеше тураһындағы ҡиссаны, философик интермедияларҙы ҡуллана. Абуладзе "Мольба"ны ижадының төп әҫәре тип һанай һәм трилогияһының артабанғы ике фильмы — «Древо желания» менән "Покаяние"ның йөкмәткеһен философик кимәлдә дөйөмләштереү тип күрә[15]. «Мольба» СССР кинотеатрҙарында күрһәтелмәй тиерлек, әммә 1973 йылда Сан-Ремола (Италия) Халыҡ-ара кинофестивалдең автор фильмдары конкурсында гран-при ала[16].

1974 йылдан Абуладзе Тбилиси театр институтында уҡыта. Институтта кино факультеты асыу тәҡдимен күтәреп сығыусыларҙың береһе була, унда кинорежиссура курсын алып бара. Ошо уҡ йылдан ул — «Грузия-фильм» киностудияһы ижади берекмәһенең беренсе художество етәксеһе.

1978 йылда Еревандан үҙенең 1977 йылда төшөрөлгән «Древо желания» фильмын күрһәтеп ҡайтып килгәндә Абуладзе юл ҡазаһына эләгә. Шофёры һәләк була, Абуладзе ауыр йәрәхәтләнә һәм бер нисә ай дауалана.

Абуладзеның иң әһәмиәтле әҫәре — «Покаяние» фильмы. 1984 йылда төшөрөлә, әммә «кәштәгә» һалына. СССР Кинематографистар союзының беренсе секретары Элем Климовтың тырышлығы менән 1986 йыл аҙағында Кино йортонда "Покаяние"ны ябыҡ күрһәтеү була[17], киләһе йыл башында картина киң прокатҡа сыға[18]. «Покаяние» Үҙгәртеп ҡороу барышында Сталиндың шәхес культын фашлау кампанияһының тамғаһы булырлыҡ күренешкә әйләнә.

Фильм СССР һәм сит ил кинофестивалдәрендә күрһәтелә, күп һанлы наградаларға, шул иҫәптән Канн кинофестивале Гран-прийына лайыҡ була.

1976 йылдан Абуладзе — Грузия Кинематографистар союзы идараһы секретары.

1978 йылдан — КПСС ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ депутаты (19891991).

Тормошоноң һуңғы йылдарында Абуладзе кино төшөрөү менән шөғөлләнмәй. 1994 йылдың 6 мартында Тбилисиҙавафат була. Дидубе пантеонында ерләнгән.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Атаһы — Евгений Моисеевич Абуладзе, табип.
  • Әсәһе — Александра Яковлевна Абуладзе, һөнәре буйынса иҡтисадсы, әммә эшләмәй, йорт хужабикәһе булып өйҙә генә тора.
  • Ҡатыны — Мзия Махвиладзе, актриса
    • Улдары: Гия (Георгий), архитектор; Каха Абуладзе, архитектор; Иракли Абуладзе, юрист.
    • Ейәндәре: Георгий Абуладзе; Мариам Абуладзе; Тамара Абуладзе.

Фильмография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нәфис фильмдар

  • 1955 — Лурджа Магданы (Р. Чхеидзе менән берлектә)
  • 1958 — Чужие дети
  • 1962 — Я, бабушка, Илико и Илларион
  • 1967 — Мольба
  • 1971 — Ожерелье для моей любимой
  • 1977 — Древо желания
  • 1984 — Покаяние

Документаль фидьмдар

  • 1953 — Дмитрий Аракишвили (Р. Чхеидзе менән берлектә)
  • 1954 — Государственный ансамбль народного танца Грузии (Р. Чхеидзе менән берлектә)
  • 1954 — Наш дворец (Р. Чхеидзе менән берлектә)
  • 1965 — Сванские и Тушетские зарисовки
  • 1972 — Музей под открытым небом (документаль телефильм)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Грузин ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961)
  • Грузин ССР-ының халыҡ артисы (1966)
  • Дағстан АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1972)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1980)
  • Грузин ССР-ының Шота Руставели исемендәге дәүләт премияһы (1979)
  • Ленин премияһы (1988)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976)
  • Канндағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Махсус билдәләү, «Лурджа Магданы», 1956)
  • Эдинбургтағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Почётлы диплом, «Лурджа Магданы», 1956)
  • Хельсинкиҙағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Диплом, «Чужие дети», 1959)
  • Лондондағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Диплом, «Чужие дети», 1959)
  • Порретта-Термдағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Приз, «Чужие дети», 1960)
  • Тегерандағы Халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы фильмдар кинофестивале (Приз, «Чужие дети», 1960)
  • Братиславалағы Халыҡ-ара кинофестиваль (I дәрәжә диплом, «Я, бабушка, Илико и Илларион», 1964)
  • Тбилисиҙағы Бөтә Союз кинофестивале (Диплом һәм Премия, «Ожерелье для моей любимой», 1972)
  • Сан-Ремолағы Халыҡ-ара автор фильмы кинофестивале (Төп приз, «Мольба», 1974)
  • Ригалағы Бөтә Союз кинофестивале (Төп премия, «Древо желания», 1977)
  • Тегерандағы Халыҡ-ара кинофестиваль («Золотой тур» пластинаһы өсөн, «Древо желания», 1977)
  • Карловы Варыҙағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Махсус приз, «Древо желания», 1978)
  • Италияның «Давид ди Донателло» милли кинопремияһы («Древо желания», 1979)
  • Кабургтағы (Франция) Халыҡ-ара романтик фильмдар кинофестивале (Приз, «Древо желания», 1983)
  • Киевтағы Бөтә Союз кинофестивале (Приз һәм Диплом, «Ожерелье для моей любимой», 1984)
  • Тбилисиҙағы Бөтә Союз кинофестивале (Төп приз, «Покаяние», 1987)
  • Канндағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Гран-при, «Покаяние», 1987)
  • Канндағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Халыҡ-ара киноматбуғат федерацияһы призы, «Покаяние», 1987)
  • Канндағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Экуменик (христиан) жюри призы, «Покаяние», 1987)
  • Чикаголағы Халыҡ-ара кинофестиваль (Махсус приз, «Покаяние», 1987)
  • «Ника» премияһы, номинациялар: «Лучший игровой фильм», «Лучшая режиссёрская работа», «Лучшая сценарная работа» (Н. Джанелидзе һәм Р. Квеселава менән берлектә) («Покаяние», 1987)
  • Иң яҡшы сит ил фильмына тәнҡит призы, Польша («Покаяние», 1988)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #123404843 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 data.bnf.fr: اوپن ڈیٹا پلیٹ فارم, платформа відкритих даних, платформа открытых данных, plateforme de données ouvertes, piattaforma di dati aperti, Opendata-Plattform, otevřená data platforma, åben-data-platform, տվյալների բաց շտեմարան, platforma za odprte podatke, plataforma de datos abierta, plataforma de dados aberta, платформа адкрытых дадзеных, платформа на отворените данни, platforma otwartych danych, ашық деректер платформасы, ачык маалыматтарды платформа, açıq data platforma, ochiq ma'lumotlar platforma, açık verilerin platformu, платформа отвореног података, platforma otvorenih podataka, platforma otvorenog podataka, platforma otvorených údajov, πλατφόρμα ανοικτών δεδομένων, platformu atklātā datu, platforma atvira duomenų, platvormi avatud andmete, avoimen datan foorumi, nyílt adatok platformja, პლატფორმა ღია მონაცემები, платформа за отворени податоци, нээлттэй мэдээллийн тавцан, platformă de date deschise, platformo de malferma datumoj, open data platform, плятформа адкрытых зьвестак, Усьтэм даннойёслэн платформазы — 2011.
  3. Абуладзе Тенгиз Евгеньевич // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. Новая Российская энциклопедия: в 12 т. / Редкол.: А. Д. Некипелов, В. И. Данилов-Данильян, В. М. Карев и др. — М.: ООО «Издательство „Энциклопедия“» Т. 2 А — Баяр, 2005. — 960 с.: ил.
  5. Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 1. А — Анкетирование. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.
  6. Абуладзе, Тенгиз Евгеньевич
  7. Кваснецкая, 2009, с. 99
  8. Кваснецкая, 2009, с. 1212
  9. Кваснецкая, 2009, с. 2222
  10. Исмаилова, Н. Абуладзе. http://art.1september.ru (2004). Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 февраль 2012. 3 ғинуар 2011 тикшерелгән.
  11. Кваснецкая, 2009, с. 56—6056—60
  12. Левченко, Я. Тенгиз Абуладзе: поэзия цвета и тоски. cinematheque.ru (31 января 2009). Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 февраль 2012. 1 ғинуар 2011 тикшерелгән.
  13. Абуладзе, Тенгиз Евгеньевич // Энциклопедия «Кругосвет».
  14. Кваснецкая, 2009, с. 40—4140—41
  15. Кваснецкая, 2009, с. 6363
  16. Кваснецкая, 2009, с. 65—6765—67
  17. Кваснецкая, 2009, с. 143143
  18. Богомолов, Ю. Прощание с мифами. Известия (21 февраля 2002). Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 февраль 2012. 1 ғинуар 2011 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кваснецкая, М. Г. Тенгиз Абуладзе. Путь к «Покаянию». — М.: Культурная революция, 2009. — 200 с. — ISBN 9785250060516.
  • Кто есть кто в России и в ближнем зарубежье: Справочник. — М., Издательский дом «Новое время», «Всё для вас», 1993. — ISBN 5-86564-033-X

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]