Эстәлеккә күсергә

Абыҙбаев Измаил Ибраһим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абыҙбаев Измаил Ибраһим улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 11 ғинуар 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 сентябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Абыҙбаев Измаил Ибраһим улы (11 ғинуар 1929 йыл — 4 сентябрь 1997 йыл) — ғалим-тау инженеры. 1975—1986 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының директор урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1988). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағзаһы (нефть һәм газ бүлеге)[1]. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977), нефть сәнәғәте отличнигы (1971). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).

Абыҙбаев Измаил Ибраһим улы 1929 йылдың 11 ғинуарында Өфөлә Башҡортостандың дәүләт эшмәкәре Абыҙбаев Ибраһим Хафиз улы ғаиләһендә тыуа.

1951 йылда Мәскәү нефть һәм газ институтын (хәҙерге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты) тамамлай, һөнәре — газ һәм нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса тау инженеры[2].

19521956 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең нефть промыслаларында эшләй. 1956 йылда Башҡортостан нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының (БашНИПИнефть, хәҙер «Башҡортостан нефть машиналары эшләү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институты» дәүләт унитар предприятиеһы): 1975—1985 йылдарҙа — фән буйынса директор урынбаҫары, 1986 йылдан баш ғилми хеҙмәткәр була. 1988 йылда докторлыҡ иссертацияһын яҡлай.

Измаил Ибраһим улы Башҡортостандың — Арлан, Шкапово, Манһары һәм башҡа нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса проект етәкселәренең береһе була. Алжир һәм Иран нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе анализлау һәм проекттарын төҙөү менән етәкселек итә.

1997 йылдың 4 сентябрендә Өфөлә вафат була. Уның улы — олатаһы хөрмәтенә уның исеме ҡушылған Ибраһим Измаил улы Абыҙбаев, шулай уҡ нефтсе, техник фәндәр докторы.[3]

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның фәнни-ғәмәли эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре нефть запасын алыу ҡатмарлы булған ятҡылыҡтарын анализлау һәм проектлау, шулай уҡ ҡатлам шыйыҡсаларының геохимик билдәләре һәм гидрогеологик ҡоролошо үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, палеозой киҫелеше ултырмаларын эшкәртеүҙең комплекслы методикаһы анализын булдырыу була.[4]. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977)
  • СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1971)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1976) һәм миҙалдар