Эстәлеккә күсергә

Авашла (утар)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Авашла
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Авашла (Ивашла) — Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Преображенский улусындағы утар, административ үҙәге Преображенск заводы, Преображенск, Преображенское — элекке (1925 йылға тиклем) Йылайыр улусы Йылайыр ауылының элекке исеме (Йылайыр кантоны) (хәҙер — Рәсәй, Башҡортостандың Йылайыр районы). 1925 йылда хужалыҡтар һаны — 25. Улус башҡарма комитетына тиклем алыҫлыҡ — 52 саҡрым[1]. Оло Ыҡ йылғаһына бер-нисә йылға тоташҡан урынында[2] урманлы тау ерҙә урынлашҡан. Хәҙер был утар юҡ. Ауылдың башҡорт атамаһы утарҙа йәшәүселәр тарафынан Ивашлаға үҙгәртелгән.

Күпселек милләт — урыҫтар (казак[3]). Преображенскҡа нигеҙ һалған кеүек был ауылға ла казактар нигеҙ һала. Шағир һәм публицист Сорокин Валентин Васильевич былай тип һөйләй: «...минең райондың үҙәге Преображенск тип аталған. Был Прелбраженское ауылы иҫ киткес. Станица булған»[4]. Аңлатыу өсөн А.К.Белозерцевтың китабында өлөшләтә килтерелгән риүәйәт бар: борон утар Ивашла тип аталған, ул «Ива — шла!» (башҡортса «Тал — бара!») һүҙбәйләнешенән сыҡҡан[5]. 1972 йылда утар кешеһе шағир В.В.Сорокиндың «Ивашла» шиғырында риүәйәт киң күрһәтелгән.

А где же ты, мой хутор Ивашла,

И что теперь с тобой, скажи на милость, - Как будто ива шла и не дошла

И над речушкой вдруг остановилась.

СССР һәм Рәсәй шағиры һәм публицист Сорокин Валентин Васильевич 1936 йылдың 25 июлендә алыҫ утарҙа күп балалы урмансы ғаиләһендә тыуған[6]. Уның ижадында кесе ватаны тураһында иҫтәлектәр сағылған. Үҙенең иң билдәле «Крест поэта» китабында Сорокин былай тип яҙа:

Минең Ивашла утарым, борон революцияға тиклемге энциклопедияларҙа Преображенский заводы һәм Ҡана-Никольский заводы тип аталған ике ҙур ауыл, заводтар араһында урынлаша.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Белозерцев, А. К. Священного призвания стихия : о жизни и творчестве поэтов Юж. Урала / Анатолий Белозерцев . — Челябинск: Челяб. Дом печати, 2005. — 415 с.
  • Ханбеков, Л. В. Присягаю Уралу : три лит. портр. : [о Л. К. Татьяничевой, М. Д. Львове, В. В. Сорокине]. — Челябинск: Юж.-Урал. кн. изд-во, 1989. — 255 с.