Зарарлы бәйлелек (аддикция)
Зарарлы бәйлелек | |
Ҡайҙа өйрәнелә | аддиктология[d] һәм аддиктивная психология[d] |
---|---|
Адди́кция (ингл. addiction — бәйлелек, зарарлы ғәҙәт), киң мәғәнәлә — билдәле бер даирәлә кешегә йоғонто яһай торған бәйләнсек ихтыяж. Термин йыш ҡына дарыуға бәйлелек, наркомания кеүек күренештәр өсөн ҡулланыла, хәҙерге көндә химик булмаған бәйлелек өсөн дә ҡулланыла[1], мәҫәлән интернетҡа бәйлелек, компьютер уйындарына бәйлелек, шопоголизм, психоген артыҡ ашау, фанатизм, порнографияға бәйлелек һәм башҡалар[2][3][4]Медицина мәғәнәһендә, аддиктивлыҡ — пациент өсөн ғәҙәти графикты боҙоусы билдәле бер эштәрҙе ҡабатлауҙың талап ителеүе, асыҡтан-асыҡ физиологик һәм психологик тайпылыштар, тривиаль булмаған тәртип һәм психиканың үҙенсәлекле боҙолоуы менән оҙатыла.[5].
Үҙ ихтыярынан тыш ят һәм еңел генә ҡотола алмаҫлыҡ ғәҙәттәрҙе үҙләштереү; шәхес был ғәҙәттәрҙең насар икәнлеген аңлай һәм хатта уларға ҡаршы уңышһыҙ көрәшә лә.
Термин тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүҙә дарыу препараты ҡулланыуға бәйле фармакология термины булараҡ файҙаланыла. Дарыуҙарҙы (легаль йәки легаль булмаған наркотикты) етерлек күләмдә ҡулланыуҙы күҙ уңында тота ине. Бындай бәйлелеккә нигеҙләнгән аддиктив тәртип («наркотизм») девиант тип баһалана һәм ауырыу булараҡ аддицияға ҡаршы ҡуйыла[6]. Дөйөм алғанда, аддикция шартлы рәүештә физик бәйлелек синдромына һәм психологик үҙ-үҙеңде тотоу синдромына бүленә. Әлеге ваҡытта ошондай аддиктив ҡаҡшауҙарҙың асылына ҡараш үҙгәрҙе. «Наркотизм» башҡа тәртипһеҙ аддиктив ҡаҡшауҙар менән бер рәттән берҙәм феномен, психопатологик асылға дөйөм ҡараш кеүек ҡабул ителә башлай.[7][8].
Психологияла үҙ-үҙеңде тотоу аддикцияһы, шәхес аңының билдәле бер эшмәкәрлеккә бәйле торошо, был бәйлелекте үҙ алдына еңеп сыға алмау хәле тип билдәләнә.
Классификацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аддикцияның төрлө авторҙары обсессив-компульсив ҡаҡшауҙарға[9], продуктив спектр боҙолоуҙарына ҡарай[10], сумеречное помрачение сознания (ғәҙәттә көтөлмәгәндә башлана, ҡыҫҡа ваҡыт дауам итә һәм ҡапыл туҡтай, был ҡаҡшау транзитор йәки тиҙ үтеүсән тип атала) һ.б. менән сағыштырыла[11]. Ҡайһы бер авторҙар тарафынан бер-береһе менән дә, башҡа психик ҡаҡшауҙар менән дә тотороҡло (60 % -ҡа тиклем) аддиктив ҡаҡшау (коморбидность), шулай уҡ башҡа психик ҡаҡшау (аффектив, обсессив-компульсив һ.б.) күҙәтелә. Коморбидлыҡ — бер пациентта берҙәм патогенетик механизм менән бәйләнгән йәки ваҡыт буйынса тура килгән ике йәки унан күберәк ауырыуҙарҙың, синдромдарҙың йәки психик ҡаҡшауҙарҙың булыуы.[12].
Аддиктив ауырыуҙарҙы ҡайһы берҙә йоғошло булмағандар йәки социаль ауырыуҙар класына ҡарай. Һуңғы ун йыллыҡтың клиник һәм социаль наркологияһында һәм адиктологияһында хәүефтең яңы факторҙары, кешенең хәле, терапевтик резистентлығы, ауырыуҙың ремиссияһыҙ барышының иртә һәм бик тиҙ формалашыуы билдәләнә.
Дөйөм алғанда, аддикцияларҙы шартлы рәүештә «химик» (субстанцион) — шулай уҡ физик буйһоноусанлыҡҡа һәм тәртип (субстанцион булмаған), психик бойондороҡһоҙлоҡ тип аталғандарға бүлергә мөмкин[7][13].
Психологияла тәртип аддикцияһы — билдәле бер эшмәкәрлеккә әүәҫлеге, уны үҙ аллы туҡтата алмауы менән ҡылыҡһырланған аң торошо.
Күренеште өйрәнеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кешенең аддиктив тотошо, үҙенең аң торошон үҙгәртеп, ысынбарлыҡ тормоштан китергә ынтылышы менән бәйле. Был күренеште өйрәнеү менән аддиктология, клиник психология һәм социология шөғөлләнә.[14].
Йәмғиәт тарафынан ҡабул итерлек аддикция формалары бар[15]: рухи ғәмәлдәр, медитация, ғашиҡ булыу, ижад, трудоголизм, интернет-бәйлелек, шопоголизм, экстремаль спорт, артыҡ ашау, шулай уҡ социаль яҡтан хәүефле: токсикомания, наркотиктарға бәйлелек, клептомания (урлашырға ынтылдыра торған психик ауырыу) һәм башҡалар. Ҡайһы бер осраҡтарҙа аддикция аңлы рәүештә үҫешергә мөмкин (мәҫәлән, интеллектуаль һәләтле үҫмерҙәрҙә когнитив аддикция факторҙары өйрәнелә.[16]).
Мәғлүмәт йәмғиәте үҫеше һәм мәғлүмәткә бәйле традицион ауырыуҙарҙың үҫеүе менән[17], яңы аддикциялар барлыҡҡа килде — телевидениеға патологик бәйлелек[18], социаль селтәрҙәрҙән, интернет-бәйлелек; компьютер уйындарына бәйлелек, интернет бәйлелеге арҡаһында барлыҡҡа килеүсе үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙар (суицид) [19], интернет-бәйлелек; компьютер уйындарына бәйлелек[20] һәм башҡалар.
Биологик нигеҙҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, аддикция өсөн яуап бирә торған билдәле бер биологик механизмдар бар. Әммә был өлкә бәхәстәр тыуҙырыусы булып ҡала. «Социогенетизм йәки биогенетизм» дискуссияһында әйтелгәнсә, тыумыштан килгән сифаттарҙың биологик тәбиғәте ҡарарҙар ҡабул итеүгә һәм ғәмәлдәргә йоғонто яһарға мөмкин. Генетикаға, ДНК-ға, психик тайпылыштарға ҡараған ҡайһы бер факторҙар һиҙҙермәй тороп, билдәле бер ваҡытта килеп сығыуы мөмкин[21].Шул уҡ ваҡытта мөхит йоғонтоһо лп булыуы ихтимал.
Аддикцияның биологик механизмында баш мейеһенең ҡайһы бер участкалары ҡатнашыуы мөмкин. Иң иғтибарға лайығы — Nucleus acumbensта дофамин сығарыу механизмы, ул күп кенә наркотик матдәләр ҡулланғанда килеп сыға, был бәйлелекте нығыта[22]. Дофамин барлыҡҡа килеүе, мәҫәлән, тәбиғи туйыныу йәки сексҡа хас стимул биреүсе процесс кеүек күренеш булып тора. Наркотиктар ҙа шундай уҡ тәьҫир бирә. Айырым алғанда, ҡайһы бер наркотиктар баш мейеһендә дофамин эшләп сығарыуҙы һәм бушатыуҙы 5-10 тапҡырға арттыра, был уларҙы ҡуллана торған кешеләргә яһалма рәүештә рәхәтлек хисе алырға мөмкинлек бирә[23][24][25].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аддиктология
- Химик булмаған бәйлелек
- Дарыуға бәйлелек
- Наркомания
- Бәйлелек синдромы
- Психик бәйлелек синдромы
- Физик бәйлелек синдромы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ А.Л.Свенцицкий. Краткий психологический словарь. — Проспект, 2011. — С. 11. — 512 с. — ISBN 978-5-392-01704-1.
- ↑ Taylor, C.Z. (March 2002). «Religious Addiction: Obsession with Spirituality». Pastoral Psychology (Springer Netherlands) 50 (4): 291–315. DOI:10.1023/A:1014074130084. (недоступная ссылка)
- ↑ "Depression", The Columbia Electronic Encyclopedia, Columbia University Press, 2007, <http://www.infoplease.com/ce6/sci/A0815204.html>
- ↑ Все параметры шаблона {{cite web}} должны иметь имя. Nowack, W.J. Psychiatric Disorders Associated With Epilepsy . eMedicine Specialities. WebMD (29 август 2006). Архивировано 5 июнь 2012 года.
- ↑ Beck, D.A. Psychiatric Disorders due to General Medical Conditions (PDF). Department of Psychiatry, University of Missouri-Columbia (2007). Архивировано 14 апрель 2008 года. 2008 йыл 14 апрель архивланған.
- ↑ Пятницкая И. Н. Клиническая наркология. Л., Медицина. 1975. 332 с.
- ↑ 7,0 7,1 Albrecht U, Kirschner NE, Grüsser SM (2007). «Diagnostic instruments for behavioural addiction: an overview». Psychosoc Med 4: Doc11. PMID 19742294.
- ↑ С.Ю.Циркин. Справочник по психологии и психиатрии детского и подросткового возраста. — 2. — Питер, 2004. — С. 561. — 896 с. — ISBN 5-318-00115-7.
- ↑ Leshner A.I. Addiction is a brain disease — and it matters. // Science. 1997. V. 278. N 5335. P. 45-47.
- ↑ Альтшулер В. Б. Патологическое влечение к алкоголю. Москва, 1994. — 216 с.
- ↑ Менделевич В. Д., Садыкова Р. Г. Зависимость как психологический и психопатологический феномен (проблемы диагностики и дифференциации)// Вестник клинической психологии. 2003. Т. 1. № 2. С. 153—158
- ↑ А. Ю. Егоров Перспективы лечения аддиктивных расстройств: теоретические предпосылки . Дата обращения: 13 март 2012.
- ↑ С.Ю.Циркин. Справочник по психологии и психиатрии детского и подросткового возраста. — 2. — Питер, 2004. — С. 561. — 896 с. — ISBN 5-318-00115-7.
- ↑ В. Качалов. Об аддикциях и аддиктивном поведении . Мир Психологии. Дата обращения: 12 март 2012.
- ↑ А. Ю. Егоров — Нехимические (поведенческие) аддикции (обзор)
- ↑ Якимова Т.В. Феномен познавательной аддикции в развитии интеллектуально одаренных подростков // Консультативная психология и психотерапия. — 2010. — Т. 1. — С. 121—136.
- ↑ Еремин А. Л. Влияние информационной среды на здоровье населения//Проблемы социальной гигиены, здравоохранения и истории медицины. 2014 йыл 28 ноябрь архивланған. −2000.- № 6. — с.21-24.
- ↑ Kubey R., Csikszentmihalyi M. Television Addiction Is No Mere Metaphor // Scientific American. — 2002. — № 2. — pp.48-55.
- ↑ Karaiskos D., Tzavellas E., Balta G., Paparrigopoulos T. P02-232 — Social network addiction : a new clinical disorder?// European Psychiatry. Vol. 25, Suppl. 1, 2010, P. 855.
- ↑ Brus A. A young people’s perspective on computer game addiction// Addiction Research & Theory. 2013, Vol. 21, No. 5 , pp. 365—375.
- ↑ Tsuang, M.T.; M. J. Lyons, J. M. Meyer, T. Doyle Co-occurrence of abuse of different drugs in men: The role of drug-specific and shared vulnerabilities (инг.) // JAMA : journal. — 1998. — № 55. — С. 967—972.
- ↑ Salamone, J.D. Complex motor and sensorimotor function of striatal and accumbens dopamine: Involvement in instrumental behavior processes (инг.) // Psychopharmacology (инг.)баш. : journal. — Springer, 1992. — № 107. — С. 160—174.
- ↑ Мозг и наркотики . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Your Brain on Drugs: Dopamine and Addiction (ингл.). BigThink.com. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Dopamine — A Sample Neurotransmitter (ингл.). The University of Texas at Austin. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 14 август архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Макушина О.П. Склонность к различным аддикциям в современной семье (рус.) // Социальная психология и общество. — 2011. — В. 4. — С. 111—122.
- Лешнер А. И. Зависимость — это болезнь мозга, и это имеет значение Пер. с англ. Н. Д. Фирсовой (2018)
- Аддикция, или что общего между толстяком, алкоголиком и влюбленным? — статья на сайте «Школа жизни»
- Об аддикциях и аддиктивном поведении — статья на сайте «Мир психологии»
- Трудоголизм — это болезнь, точно такая же, как и любая психологическая зависимость
- Журнал «развитие личности» 2021 йыл 30 ноябрь архивланған.
Был медицина буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк. |