Зарарлы бәйлелек (аддикция)
Адди́кция (ингл. addiction — бәйлелек, зарарлы ғәҙәт), киң мәғәнәлә — билдәле бер даирәлә кешегә йоғонто яһай торған бәйләнсек ихтыяж. Термин йыш ҡына дарыуға бәйлелек, наркомания кеүек күренештәр өсөн ҡулланыла, хәҙерге көндә химик булмаған бәйлелек өсөн дә ҡулланыла[1], мәҫәлән интернетҡа бәйлелек, комьютер уйындарына бәйлелек, шопоголизм, артыҡ ашау, фанатизм һәм башҡалар[2][3][4][5].
Үҙ ихтыярынан тыш ят һәм еңел генә ҡотола алмаҫлыҡ ғәҙәттәрҙе үҙләштереү; шәхес был ғәҙәттәрҙең насар икәнлеген аңлай һәм хатта уларға ҡаршы уңышһыҙ көрәшә лә.
Термин тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иң тәүҙә дарыу препараты ҡулланыуға бәйле фармакология термины булараҡ файҙаланыла. Дарыуҙы (легаль йәки легаль булмаған наркотикты) ҡапыл туҡтатыу синдромы булмаһын өсөн тейешле күләмдә ҡабул итеү, үҙ-үҙеңде тотоуҙың шуға бәйле булыуына килтерә[6]. Дөйөм алғанда, аддикция шартлы рәүештә физик бәйлелек синдромына һәм психологик үҙ-үҙеңде тотоу синдромына бүленә[7][8].
Психологияла үҙ-үҙеңде тотоу аддикцияһы, шәхес аңының билдәле бер эшмәкәрлеккә бәйле торошо, был бәйлелекте үҙ алдына еңеп сыға алмау хәле тип билдәләнә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ А.Л.Свенцицкий Краткий психологический словарь — Проспект, 2011. — Б. 11. — 512 б. — ISBN 978-5-392-01704-1.
- ↑ Taylor, C.Z. (March 2002). «Religious Addiction: Obsession with Spirituality». Pastoral Psychology (Springer Netherlands) 50 (4): 291–315. DOI:10.1023/A:1014074130084.
- ↑ "Depression", The Columbia Electronic Encyclopedia, Columbia University Press, 2007, <http://www.infoplease.com/ce6/sci/A0815204.html>
- ↑ Nowack, W.J. Psychiatric Disorders Associated With Epilepsy. eMedicine Specialities. WebMD (2006-08-29). Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 июнь 2012.
- ↑ Beck, D.A. Psychiatric Disorders due to General Medical Conditions (PDF). Department of Psychiatry, University of Missouri-Columbia (2007). Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 апрель 2008.
- ↑ Пятницкая И. Н. Клиническая наркология. Л., Медицина. 1975. 332 с.
- ↑ Albrecht U, Kirschner NE, Grüsser SM (2007). «Diagnostic instruments for behavioural addiction: an overview». Psychosoc Med 4: Doc11. PMID 19742294.
- ↑ С.Ю.Циркин Справочник по психологии и психиатрии детского и подросткового возраста — 2. — Питер, 2004. — Б. 561. — 896 б. — ISBN 5-318-00115-7.
![]() |
Был медицина буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк. |