Аждаһа тауҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Аждаһа тауҙары
ингл. Drakensberg, африк. Drakensberge

, зулу uKhahlamba

, сесото Maluti или Maloti
Аждаһа тауҙары Квазулу-Натал провинцияһында (КАР).
Аждаһа тауҙары Квазулу-Натал провинцияһында (КАР).
27°26′ ю. ш. 29°55′ в. д.HGЯO
Илдәр Көньяҡ Африка Республикаһы КАР
Лесото Лесото
Свазиленд Свазиленд
Майҙаны 402 418 км²
Оҙонлоғо 1169 км
Киңлеге 732 км
Иң бейек түбәһе Тхабана-Нтленьяна
Бейек нөктәһе 3482 м [1]
Аждаһа тауҙары (Көньяҡ Африка Республикаһы)
Montanya.svg
Аждаһа тауҙары
Аждаһа тауҙары (Африка)
Montanya.svg
Аждаһа тауҙары
Commons-logo.svg Drakensberg Викимилектә
ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 985
рус.англ.фр.

Аждаһа тауҙары(ингл. Drakensberg, африк. Drakensberge , зулу uKhahlamba , сесото Maluti йәки Maloti , рус. Драконовы горы[2]) — Көньяҡ Африка Республикаһы, Лесото һәм Свазиленд биләмәләрендә урынлашҡан тау системаһы. Иң юғары нөктәһе — Тхабана-Нтленьяна тауы (3482 м) Лесотола урынлашҡан.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аждаһа тауҙарында табылған файҙалы ҡаҙылмалар: платина, марганец рудалары, алтын, таш күмер, аҡ ҡурғаш рудалары һәм башҡалар.

Тауҙарҙың күп төрлө үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы шулай уҡ эндемик йәки һирәк осраған төрҙәр менән күрһәтелгән.

Тауҙарҙың күп өлөшө Дракенсберг паркына индерелгән, был парк ЮНЕСКО Бөтә Донъя мираҫының тәбиғи объекты булып тора[3].

Төбәк ҡәбиләләренең телендә был тауҙар Кватхламба (зулу uKhahlamba ) тип атала, ул «ҡаялы урын», «ҡаялар өйөмө» тип аңлатыла. Барыу юлы ҡыйын булғаны өсөн аҡ колонизаторҙар — бур халҡы был тауҙарҙы аждаһа йәки африк. Drakensberge

тип атайҙар.

Көнсығыш һәм көнбайыш битләүҙәренең климаты һәм үҫемлектәре бер ни тиклем айырыла. Көнсығыш битләүҙәрҙә мул (башлыса йәйге) ямғырҙар яуа (йылына 2000 мм); ә көнбайыш битләүҙәре ҡоро һәм ҡырҡа континенталь климатҡа эйә. Ҡышын тау баштарында ҡар яуа.

Көнсығыш битләүҙәре 1200 метрға тиклем мәңге йәшел япраҡлы һәм ылыҫлы ағаслы тропик «ямғырлы» урмандар, 1200—1500 метрҙан 2000 метрғә ҡәҙәр — сәнскеле ҡыуаҡлыҡтар, ксерофиттар һәм суккуленттар (акация, алоэ), юғарыраҡ — тау болондары һәм таш ишелмәләре менән ҡапланған. Көнбайыш битләүҙәрҙен урмандар урынына саванналар һәм ҡыуаҡлыҡтар биләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Peakbagger.com
  2. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — Б. 118.
  3. UNESCO World Heritage. Drakensberg Park

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һлтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]