Азотлы ашламалар
Азотлы ашламалар – тупраҡтың уңдырышлығын арттырыу өсөн ҡулланылған азотлы органик һәм органик булмаған матделәр; составында азот булған һәм үҫемлектәрҙе азот менән туҡландыдыу сығанағы булараҡ ҡулланыла торған минераль матдәләр.
Азот, аҡһымдар синтезында ҡатнашып, сәсеүлектәрҙә үҫемлектәрҙең үҫешен көсәйтә, ауыл хужалығы продукцияһының, бигерәк тә ҡыяҡлы бөртөклөләрҙең һәм күпселек мал аҙығы культураларының сифатын яҡшырта. Сәнәғәт эшләп сығарған минераль ашламалар менән бер рәттән, составында үҫемлектәр туклануы өсөн азоттан башҡа элементтары ла булған органик ашламалар (торф, тиреҫ, компост), шулай уҡ йәшел ашламалар (люпин, донник, сераделла һ.б.) азотлылар сифатында күптән ҡулланылып килә.
Минераль азотлы ашламалар 4 төркөмгә бүленә: амидлы, аммиаклы, аммиаклы-нитратлы, нитратлы. Амидлы ашламаларға мочевина (карбамид) һәм кальций цианамиды керә. Мочевина айырыуса ҡиммәткә эйә (составында 46% азот бар), тупраҡта ул аммоний карбонатына әүерелә. Көйшәүсе хайуандарҙы өҫтәмә туҡландырыуҙа аҡһым булараҡ файҙаланыла. Кальций цианамиды (составында 20-22% азот бар) − һелтеле ашлама, тупраҡтың әселеген кәметә. Көпшәк, нейтраль тупраҡтарҙа нәтижәле, ләкин рәттәргә һәм оялап керетеү өсөн яраҡһыҙ. Аммиаклы һәм аммонийлы ашламалар − аммоний сульфаты, хлорлы аммоний, аммоний бикарбонаты һәм шыйыҡ азотлы ашламалар Аммоний сульфаты (20,5% азот һәм 24% көкөрт) менән хлорлы аммоний ошо уҡ ашламаларҙың әсетеү тәъҫирен нейтральләштереүсе нигеҙҙәр менән туйынған тупраҡтар (ҡара тупраҡ, һоро тупраҡ, аҡһыл-көрән тупраҡ) өсөн файҙалы. Хлорлы аммонийҙа хлорҙың кәрәгенән артыҡ булыуы күп кенә ауыл хужалығы культуралары (бәрәңге, майлы үҫемлектәр һ.б.) уңышының күләменә һәм сифатына насар йоғонто яһай. Аммоний бикарбонаты (составында 17% азот бар) һелтеле реакциягә эйә, ләкин тупраҡта нитрификациялана. Аммиак формалы азотлы ашламаларҙан һыуһыҙ шыйыҡ аммиак һәм һыулы аммиак кеүек шыйыҡ ашламалар яҡшы нәтижә бирә. Аммиаклы (аммонийлы) − нитратлы ашламаларға аммиак селитраһы, аммоний сульфанитраты (аммоний нитросульфаты) керә. Аммоний сульфанитратының әселәндереү һәләте сағыштырмаса юғары. Нитратлы ашламаларға натрий һәм кальций селитралары керә. Натрий селитраһы (натрий нитраты, чили селитраһы) − физиологик һелтеле ашлама, күбеһенсә әсе тупраҡтарҙа ҡулланыла (шәкәр сөгөлдөрө һәм бойҙай иккәндә). Кальций селитраһы тупраҡты һелтеләндерә. Үҫемлек ҡалдыҡтары серемәһе, тиреҫ һ.б. төрҙәге азотлы ашламалар боронғо замандарҙан бирле ҡулланылған. 20 быуат башында сәнәғәт натрий селитраһын, аммоний сульфатын, кальций селитраһын эшләп сығара башлай. 1914-18 йылдарҙа аммиакты һауалағы азоттан һәм водородтан синтезлау сәнәғәт масштабында үҙлештерелгәндән һуң, азотлы ашламалар етештереү киҫкен үҫеш ала.
Азотлы ашламалар, төп ашлама булараҡ, өҫтәмә туҡландыдыу өсөн һәм сәсеү ваҡытында керетелә (рәтләп ашлау). Ауыл хужалығы ерҙәренең яртыһы тиәрлек кәҫле-көлһыу һәм һоро урман тупраҡлы булған ерҙәрҙә азотлы ашламалар ҡулланыуға ҙур иғтибар бирелә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Прянишников Д.Н. Избранные сочинения. М., 1963. Т. 1; Справочник по удобрениям. М., 1964; Системы земледелия Татарской АССР. Казань, 1983; Система ведения отраслей агропромышленного комплекса Республики Татарстан. Казань, 1992.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)