Шәйбәков Айнур Рәүил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Айнур Шәйбәков битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шәйбәков Айнур Рәүил улы
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 27 август 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (27 йәш)
Тыуған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Ишембай
Һөнәр төрө Спорт, Шашка
Commons-logo.svg Шәйбәков Айнур Рәүил улы Викимилектә

Шәйбәков Айнур Рәүил улы (27 август 1992 йыл) — Рәсәй шашкасыһы (халыҡ-ара шашка). Халыҡ-ара гроссмейстер (2015 йылдың 1 ғинуарынан).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айнур Рәүил улы Шәйбәков 1992 йылдың 27 авгусында Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһында тыуған.

2003 йылдың мартында, 10 йәшендә, ике Рәсәй чемпионатында ҡатнаша — ҡарар буйынса (Өфө) һәм шәхси-команда турнирында (Ижевск). Ишембай олимпия резервындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, Өфөгә күскәндән һуң — 23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Айнур Шәйбәков тиҙ шашка донъя чемпионы (2014), 2014 йылда халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионатының көмөш призеры, 2015 йылда блиц форматында Европа чемпионатының бронза призеры. 2013 йылда классик программала, 2012 йылда йәшен тиҙлегендә программала Рәсәй чемпионы. Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя чемпионы була. 2012 йылда Европа чемпионатының бронза призеры. 2013 йылда (финалда 3-сө урын), 2015 йылда (14-се урын) донъя чемпионаты ҡатнашсыһы, 2012 йылда Бөтә Донъя тиҙ шашка интеллектуаль уйындары бронза призеры. 2017 йылда халыҡ-ара шашка буйынса Европа команда чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы составында беренсе урынды ала.

«Азия балалары» V Халыҡ-ара спорт уйындарында Монголия йыйылма командаһы етәксеһе (2011)[1]. Польшаның Минск-Мазовецкий ҡалаһында үткән юниорҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя беренселегедә Башҡорт дәүләт университетының икенсе курс студенты, Өфөнөң 23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спортсы-инструкторы Айнур Шәйбәков чемпион була. Мөмкин булған 16 мәрәйҙән ул 14 мәрәй йыя. Өсөнсө турҙың хәл иткес партияһында Айнур Шәйбәков үҙенең төп ярышташы Нидерланды спортсыһы Рул Бумстра менән көс һынашып, еңеүгә өлгәшә.

2013 йыл интервьюһынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лидия Ильясова: «Һеҙҙең өсөн иң мөһим турнир тураһында һөйләгеҙ?»

Айнур Шәйбәков: «Мин ике йыл элек донъяның иң яҡшы 12 уйынсыһы исемлегенә эләктем. Мине Пекинда үткән Бөтә Донъя интеллектуаль уйындары турнирына саҡырҙылар, мин унда алтынсы урын биләнем. Ә Польшала юниорҙар араһында донъя чемпионатында чемпион булып киттем. Шунан һуң юниорҙар ярыштарында ҡатнашыуҙан туҡтаным, ир-егеттәр араһында ғына сығыш яһайым. Был йылда башҡа спортсмендар менән бергә команда турнирында донъя чемпионы булдыҡ. Мин монстрҙар менән бер командала уйнаным, уларҙың уйынында мин өйрәндем, шунлыҡтан миңә тәүге ваҡытта бик ауыр булды, ниндәйҙер дискомфорт һиҙҙем. Ә инде һуңыраҡ ҡайһы ваҡытта танылған мэтрҙарҙан бер нисек тә насар уйнамағаныңды күрәһең.»[2]

4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]