Айс Арена (спорт -күңел асыу комплексы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Айс Арена
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй

«Айс Арена»Дондағы Ростовта спорт-күңел асыу комплексы, 2014 йылдың декабрендә асылған.

Әлеге ваҡытта боҙ аренаһы административ комплекстан һәм ярыштар үткәреү өсөн боҙ майҙансығынан тора. Перспективала 700 урынға монтажлана, проекты буйынса ҡышҡы спорт төрҙәре менән генә түгел, шулай уҡ баскетбол, волейбол һәм мини-футбол менән шөғөлләнергә була. Бының өсөн майҙансыҡты махсус япма менән ябыу планлаштырыла. Икенсе сиратта – күнекмәләр өсөн һырғалаҡты 2015 йылдың яҙында төҙөй башлау планлаштырыла, хәҙерге ваҡытта ерҙе нығытыу буйынса эштәр башҡарыла[1].

Бинала кафетерий, конькиҙар прокаты пункты, сисенеү бүлмәләре, бәҙрәфтәр бар, икенсе ҡатта боулин урынлаштырыу мөмкинлеге ҡаралған. Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса 6-сы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә ҡуртымҡа бирелгән икенсе бинала сисенеү бүлмәләре, бәҙрәфтәр, душ бүлмәләре, спорт залдары, административ бүлмәләр урынлашҡан.

Мәктәптә бушлай 460 хоккейсы һәм фигурасылар уҡый, өлкә мәктәбе тағы ла 140 баланы уҡытыу өсөн контингентты киңәйтеүгә ғариза биргән

«Айс Арена» «Ростов» хоккей клубының запас стадионы һәм күнекмәләр базаһы булып тора. Беренсе рәсми уйынды бында 2015 йылдың 7 мартында үткәрәләр, Юғары хоккей лигаһы беренселегенә уйындың 1-се раундында «Ростов» Новочебоксар «Ыласынын» 10:0 иҫәбе менән тар-мар итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]