Айырылышыуҙар музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Айырылышыуҙар музейы
хорв. Muzej Prekinutih Veza
Логотип
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 2010
Рәсми атамаһы Muzej prekinutih veza һәм Museum of Broken Relationships
Дәүләт Flag of Croatia.svg Хорватия
Административ-территориаль берәмек Загреб
Рәсми асылған ваҡыты 2010
Адрес (DEPRECATED) 2 Sv. Ćirila i Metoda
Рәсми сайт brokenships.com
Commons-logo.svg Айырылышыуҙар музейы Викимилектә

Айырылышыуҙар музейы, Мөнәсәбәттәрҙе өҙөү музейы (хорв. Muzej Prekinutih Veza) — Загреб ҡалаһындағы махсуслашҡан үҙенсәлекле музей, унда юғалтылған мөхәббәт һәм шәхси мөнәсәбәттәрҙе өҙөү таныҡлыҡтары йыйылған. 2011 йылда музей «Европала йыл музейы» махсус премияһы менән билдәләнә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музей Загреб ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе ике рәссам Олинка Виштицы (Olinka Vištica) һәм уның ул ваҡыттағы уҙаҡташы, һөйгәне Дражен Грубишичтың (Dražen Grubišić) айырылышыу драмаһынан һуң барлыҡҡа килә. Был пар айырылышҡандан һуң да үҙҙәренең бәхетле йәшәгән ваҡыттары тураһындағы иҫтәлектәрҙе һаҡларға ҡарар итә[1]. Ваҡыт үтеү менән башҡа айырылышҡан парҙарҙың яңы экспонаттары иҫәбенә коллекция тулылана бара.

Бөтә донъяла был музей киң билдәлелек ала, Донъяның төрлө төбәктәренән үҙҙәренең бәхетле мәлдәрен хәтерләтеүсе экспонаттарҙы Загребҡа ебәрә башлайҙар. Музейҙағы һәр экспонеттың үҙ тарихы бар. Был турала инглиз һәм хорват телендәге яҙыуҙарҙы уҡып белергә була.

2007 йылдың авгусынан коллекция күсмә күргәҙмә булараҡ түбәндәге илдәрҙә була: Сербия, Македония, Босния һәм Герцеговина, Германия, АҠШ, ЮАР[2][3][4][5]. 2010 йылдың ноябренән музей Загреб ҡалаһында төпләнә[6].

2011 йылдың 21 майында Айырылышыуҙар музейы «Европалағы йыл музейы» махсус премияһы менән билдәләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • MDC | Muzej prekinutih veza | Info
  • BBC NEWS | Europe | Balkan heartbreak a hit in Berlin
  • The Museum of Broken Relationships on Oddity Central
  • Museum of failed love offers balm for heartbreak | Reuters
  • Blaffer Art Museum — at the University of Houston(недоступная ссылка)
  • Museum der zerbrochenen Beziehungen — Was von der Liebe bleibt; Frankfurter Rundschau Online, — онлайн, 15 лютого 2011