Акиров Мәжит Мөхәмәтязар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Акиров Мәжит Мөхәмәтязар улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Күҙәбай улусы, Новоузенский уезд[d], Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1947
Хәрби звание комиссар[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Акиров Мәжит Мөхәмәтязар улы (19041947) — партия һәм совет сәйәси-хужалыҡ эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, политрук[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәжит Мөхәмәтязар улы Акиров 1904 йылда Һамар губернаһы Николаев өйәҙе Күҙәбай улусы (хәҙер — Һарытау өлкәһе Перелюбский районы) Акир ауылында тыуған[3].

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19261928 йылдар — Башҡорт Республикаһы Йылайыр кантонындағы Байҡары руднигы забойсыһы.

19291930 йылдар — БАССР-ҙың Баймаҡ районы «Яңы юл» колхозы партия секретары.

19301931 йылдар — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозы тракторисы һәм шофёры.

19311933 йылдар — Мәскәүҙә белем камиллаштырыу курстарында шөғөлләнә.

19331934 йылдар — БАССР-ҙың Нуриман районы мәҙәни-пропаганда бүлеге мөдире.

19341935 йылдар — БАССР-ҙың Нуриман районында парткабинет мөдире, район гәзите мөхәррире.

19351936 йылдар — Өфө — Ишембай тимер юлының линия милицияһы хеҙмәткәре, сержант[4].

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына Куйбышев өлкәһе Кинель районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[5].

1947 йылда Төркмән ССР-ы Мары өлкәһе Мургаб ҡасабаһында вафат була[6].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • М. М. Маннапов. Переселение башкир Самарской губернии на юго-восток Башкортостана в первой половине ХХ в. — Уфа: Гилем, 2008. — 200 с. — С.182.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]