Аксаков урамы (Өфө)
Аксаков урамы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Киров районы, Ленин районы һәм Өфө |
Оҙонлоҡ | 1,9 ± 0,1 km |
Аксаков урамы Викимилектә |
Аксаков урамы Өфө ҡалаһының Киров һәм Ленин райондары биләмәләрендә урынлашҡан. Көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай Зәки Вәлиди урамынан башлана һәм Революция урамына барып етеп тамамлана.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдың баштағы исеме — Каретный. Был исем XIX—XX быуаттарҙа Өфөлә тыуған Аксаков Сергей Тимофеевич хөрмәтенә үҙгәртелә.
Тарихи биналар һәм ҡоролмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта Аксаков урамында урынлашҡан тарихи биналар йә һүтелгән, йә һүтеүгә планлаштырылған. Шулай итеп, сауҙагәр Алексеевтарҙың усадьбаһы, Я. В. Колотовтың, В. И. Ярчевскийҙың йорттары юҡҡа сыға. Хәҙер Аксаков урамы тарихи колоритты юғалтҡан һәм ғәҙәттәге индустриаль тышҡы күренешкә эйә.
Һаҡланып ҡалғандарҙан:
- Поляр тикшеренеүсе Альбан Валериан Иванович йәшәгән йорт
- Бухартовскийҙар йорто, ағас архитектура ҡомартҡыһы. Бухартовскийҙарҙың береһе — Генрих Генрихович Бухартовский, Өфө полицмейстеры — халыҡ айыҡлыҡ паркына нигеҙ һалыуы менән билдәле, хәҙер — Яҡутов паркы.
Заманса биналар һәм ҡоролмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ФГУП «Өфө агрегат производствоһы берекмәһе»
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аксаков урамында транспорт трамвай бәйләнеше менән булдырыла (Свердлов урамынан Революция урамына тиклем). Урамдың һуңғы туҡталышы Телеүҙәк булып, көньяҡ өлөшө буйлап маршрут таксиҙары һәм автобустар йөрөй.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.