Алабаш ҡурҙай
Уҡыу көйләүҙәре
Алабаш ҡурҙай | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Acrocephalus paludicola (Vieillot, 1817) | ||||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Юғалыуға бирешеүсе төр IUCN 3.1 Vulnerable : / 148383 |
Алабаш ҡурҙай (рус. вертлявая камышовка, лат. Acrocephalus paludicola)— ҡамыш, япраҡ араларында осоп йөрөй торған теремек ҡош.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Турғайҙан бәләкәйерәк. Ҡойроғоноң осо түңәрәкләнеп бөтә. Һырты ҡара һәм ерән таплы һарғылт һоро. Кәүҙәһенең аҫ яғы көрәнһыу аҡ. Түбәһе уртаһынан һары һыҙыҡ үтә, уның ике яғында киң генә ҡара таптар бар. Күҙҙәре өҫтөндәге ҡаштары ап-аҡ. Сыбар турғайҙан сыбар һырты һәм түбәһенән үткән һары һыҙыҡ менән айырыла.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы киҫкен генә:"ткк-ткк" йәки"тррр-тррр" Һайрауы тоноҡ ҡына тырылдауҙан тора.
Туҡланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө бөжәктәр менән туҡлана
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыу буйҙарындағы ҡамыштарҙа, шырлыҡтарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ҡамыш йәки үлән һабаҡтарына оя яһай. Ҡыҙғылт һәм һоро таптар менән сыбарланған 5-6 аҡ йомортҡаһы була.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы һирәк осрай торған төр | |
Төр тураһында мәғлүмәт Алабаш ҡурҙай ИПЭЭ РАН сайтында |
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |