Ала себен турғайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Ала себен турғайы
Ата ҡош (өҫтә), инә ҡош (аҫта).
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Себен турғайҙары
Ырыу: Ала себен турғайҙары
Төр: Ала себен турғайы
Латинса исеме
Ficedula hypoleuca
(Pallas, 1764)
ITIS 560081
NCBI 46689
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 147361
Ficedula hypoleuca

Ала себен турғайы(урыҫ.Мухоловка — пеструшка (лат. Ficedula hypoleuca) — һайраусы ҡош себен турғайҙары ғаиләһенән (Muscicapidae).

Инә ҡош ояһында йомортҡаларын баҫып ултыра

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Турғайҙан бәләкәйерәк. Ағастарҙың ҡоро ботаҡтарында ултыра, ваҡыт-ваҡыт күтәрелеп, осоп йөрөгән бөжәктәрҙе тота һәм кире урынына ҡуна. Һырты һорғолт көрән. Һоро түшендә, ҡабырғаларында бәй—буй ваҡ ҡына көрәнһыу һоро төҫө һәм сыбар түше менән айырыла. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә.

Тауышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«пичи-пичи-кули-личи» йәки «цитру-цитру-три-крути-три», тауышы — тоноҡ «сиси». Өҙөп — өҙөп ҡысҡыра ла «үин-үин».

Йәшәү урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урмандарҙа йәшәй. Киң таралған күсмә ҡош. Ағас ҡыуыштарында йәки ботаҡ саталарында оя яһай.

Туҡланыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Осоп йөрөүсе бөжәктәрҙе ашай.

Үрсеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ерәнһыу таплы 4—5 бөртөк йәшкелт йоморҡа һала.