Эстәлеккә күсергә

Юзыкайн Александр Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Михайлов битенән йүнәлтелде)
Александр Михайлович Юзыкайн
Исеме:

Александр Михайлович Михайлов

Тыуған көнө:

12 март 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Краснокама районы Янаҡтай (Чормак) ауылы

Вафат булған көнө:

17 декабрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (67 йәш)

Вафат булған урыны:

Марий Эл Йошкар-Ола ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист, яҙыусы

Ижад йылдары:

1947—1996

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

мари

Юзыкайн Александр Михайлович (12 март 1929 йыл — 17 декабрь 1996 йыл) — Башҡортостанда тыуған мари яҙыусыһы һәм журналисы, Марий Эл Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (1996), СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957), Мари АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1988).

Александр Михайлович Юзыкайн (Михайлов) 1929 йылдың 12 мартында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Янаҡтай (рус. Енактаево, марийса Чормак) ауылында тыуған. 1947 йылда Краснокама педагогия училищеһын, аҙаҡтан Мари педагогия инстиутын (1951) һәм Мәскәүҙәге Юғары әҙәби курстарҙы (1960) тамамлаған. Төрлө йылдарҙа Мари АССР-ының баш ҡалаһы Йошкар-Олала Уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында методист, китап нәшриәтендә мөхәррир, Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт ғилми-тикшеренеү институтында кесе ғилми хеҙмәткәр, республика радиоһының хәбәрсеһе һәм мөхәррире, телевидение мөхәррире, «Ончыко» журналының әҙәби хеҙмәткәре һәм әҙәби мөхәррире, Мари АССР-ы Мәҙәниәт министрлығының инспекторы булып эшләй. 1966 йылдан һөнәри кимәлдә ижад менән шөғөлләнгән яҙыусы, 1984—1988 йылдарҙа «Ончыко» журналының баш мөхәррире.

Әҙәби ижад менән Александр Юзыкайн 1947 йылда шөғөлләнә башлай. Бәләкәй жанрҙағы тәүге әҫәрҙәре — шиғыр, хикәйә һәм очерктарында ул тирә-яҡ тормошҡа үҙ ҡарашын белдерергә ынтыла. Милли-патриотик хистәре ташып торған йәш автор мари халҡының данлы тарихына мөрәжәғәт итә, төрлө ваҡиғаларҙы үҙ күңеле аша үткәреп уҡыусыға еткерегә ынтыла. 1955 йылда донъя күргән «Ямбатыр» исемле тарихи поэмаһында автор мари халҡы вәкилдәренең Степан Разин еткселегендәге ихтиллалда ҡатнашыуын һүрәтләй. Йәш әҙиптең тәүге ижад өлгөләре мари әҙәбиәте тарихында лайыҡлы урын алған. Тормош тәжрибәһе арта барған ижадсы артабан әхләк һәм мораль темаларға мөрәжәғәт итә. Тыуған илгә һөйөү, ололарға ихтирам һәм хөрмәт менән ҡарау, кешеләр араһындағы яҡшы һәм юғары мөнәсәбәттәр яҙыусының артабанғы әҫәрҙәрендә төп темаларға әйләнә бара. 1957 йылда уның «Юл сатында» (русса «На перепутье») тигән пьесаһы М. Шкетен исемендәге Мари драма театры сәхнәһендә ҡуйыла, һәм был әҫәр бөтөн мари драматургияһы өсөн көнүҙәк проблемаларҙы сәхнәлә һынландырыу буйынса өлгө алырлыҡ матур үрнәккә әүерелә. Әҙип 1964 йылда ижад иткән «Изий» (русса «Малышка») шиғри әкиәт мари балаларынан тыш илебеҙҙең төрлө ҡитғаларында йәшәгән төрлө милләт кескәй уҡыусыларының яратҡан әҫәре. Шулай ҙа яҙыусының тәүге оло уңышы булып 1967 йылда баҫылған «Кугызан вуй» (руссаға тәржемәлә «На царской горке») романы һанала. Артабан ул 1972 йылда «Маска вынем» («Медвежья берлога»), 1978 йылда «Тулото» («Костёр», руссаға тәржемәлә «Дубравы»), 1979 йылда «Эльян» романдарын баҫтыра. Был әҫәрҙәрҙә яҙыусының ижади яҡтан өлгөрөп еткәнлеге бик асыҡ сағыла. Үҙ халҡының тарихын һәм бөгөнгөһөн бай буяуҙар менән күп ҡырлы итеп һүрәтләп, әҙип геройҙарының юғары кимәлдәге эске донъяһын матур тел менән уҡыусыға еткерә, тирә-яҡ ваҡиғаларына үҙ ҡарашын тулы асып һала, яңы милли характерҙар тыуҙыра. Уҡыусы һәм әҙәби тәнҡит тарафынан бик йылы ҡабул ителгән ошо романдар серияһы өсөн Александр Юзыкайн Мари АССР-ының Дәүләт премияһына лайыҡ була. Яҙыусының ошондай юғары баһа алған әҫәрҙәре Йошкар-Ола һәм Мәскәү китап нәшриәттәрендә рус телендә лә донъя күргән, күпселектәре авар, әзербайжан, башҡорт, венгр, ҡаҙаҡ, латыш, сыуаш, татар, тыва, үзбәк, эстон һәм саха телдәренә тәржемә ителгән. Александр Юзыкайн үҙе лә тәржемә өҫтөндә эшләй. И. Василенконың «Звездочка» повесын һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәрен мари телендә уҡыусыға еткерә. Әҙип шулай уҡ очерк жанрына ҙур иғтибар бүлә. Ул үҙе йәшәгән республиканың ғына түгел, бөтөн илдең күп ҡала һәм ауылдары буйлап әүҙем йөрөй. Был ижад сәфәрҙәре һөҙөмтәһендә тыуған әҫәрҙәрендә ул хеҙмәт кешеләренә дан йырлай. Александр Юзыкайн үҙенең тыуған яҡтарында — Башҡортостандың Краснокама районы ерҙәрендә лә йыш була. Күп һанлы осрашыуҙар һөҙөмтәһендә ул Арлан нефтселәре тураһында «Яңған һыу» («Горящая вода») исемле очерктар китабы баҫтыра. Ғөмүмән, халыҡ яҙыусыһы халыҡ тормошо менән ҡайнап йәшәй һәм халыҡ өсөн ижад итә. Александр Юзыкайн 1996 йылда вафат була һәм васыятына ярашлы тыуған ауылы Янаҡтайҙа ерләнә.

  • Марий Элдың баш ҡалаһы Йошкар-Оланың «Подольск курсантары» урамында әҙип йәшәгән 17-се йортта 1998 йылда мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
  • Башҡортостандың Краснокама районы Ҡарый ауылындағы бер яңы урам күрше ауылда тыуған яҙыусының исемен йөрөтә.
  • Краснокама районы үҙәге Николо-Берёзовка ауылындағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Марий Элдың халыҡ яҙыусыһы Александр Юзыкайнға һәм уның ижадына арналған бай экспозиция булдырылған. Унда әҙиптең ижад емештәре менән бергә шәхси әйберҙәре лә лайыҡлы урын алған. Район халҡы данлы яҡташтарын онотмай, уға арналған хәтер кисәләрен һәм башҡа сараларҙы даими үткәреп тора.
  • Нефтекама ҡала Советына ҡараған Михайловка ауылындағы бер урамға Александр Юзыкайн исеме бирелгән.

Баҫылған әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ямбатыр: поэма // Ончыко. 1955. № 2.
  • Корнывожышто : пьеса [На перепутье : пьеса]. Йошкар-Ола, 1959.
  • Йÿлышо вÿд : очерк-влак. да ойлымаш [Горящая вода : очерки и рассказы]. Йошкар-Ола, 1963. 76 с.
  • Изий : эрвел марий йомак [Сказка восточных мари]. Йошкар-Ола, 1964. 16 с.
  • Олма сад: драм, поэма // Ончыко. 1964. Mb 1. С. 25—69.
  • Мондалтше ава: йоча пьеса // Ончыко. 1965. № 4. С. 88—108.
  • Тошто тÿня: йоча пьеса [В темном царстве : пьеса]. Йошкар-Ола, 1966. 76 с.
  • Кугызан вуй : роман [На царской горке : роман]. Йошкар-Ола, 1967. 76 с.
  • Маска вынем : роман [Медвежья берлога : роман]. Йошкар-Ола, 1972. 256 с.
  • Начий: пьеса // Ӱжаран кастене. Йошкар-Ола, 1975. С. 79—90.
  • Тулою : роман [Костер]. Йошкар-Ола, 1978. 360 с.
  • Эльян : роман. Йошкар-Ола, 1979. 400 с.
  • Эҥыремышвот: койдарчык повесть // Ончыко. 1986. № 1. С. 7—48.
  • Газэнхр: очерк // Ончыко. 1986. № 2. С. 68—80; № 3. С. 66—79.
  • Маска вынем : роман [Медвежья берлога : роман]. Йошкар-Ола, 1988. 272 с.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мари АССР-ы Юғары Советының Маҡтау грамотаһы (1979);
  • Мари АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984);
  • Мари АССР-ының Дәүләт премияһы (1988);
  • Мари Эл Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (1996).
  • Г. Е. Беспалова, К. К. Васин, Г. З. Зайниев Писатели Марий Эл: биобиблиографический справочник / А. В. Селин. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 1988.
  • В. А. Мочаев Марийская биографическая энциклопедия. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2007.
  • Писатели Марий Эл: биобиблиографический справочник / Сост. А. Васинкин, В. Абукаев и др.. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 2008.
  • Юзыкайн Александр Михайлович // Энциклопедия Республики Марий Эл / Гл. редкол.: М. З. Васютин, Л. А. Гаранин и др.; Отв. лит. ред. Н. И. Сараева; Мар. НИИ яз., лит. и истории им. В. М. Васильева. — М.: Галерия, 2009.
  • Воронина И. Жизнь продолжается: (О романе А. Юзыкайна «Эльян») // Литературная Россия. — 1882. — 16 июля.
  • Казанчина Г. Александр Юзыкайн. Эльян // Литературное обозрение. — 1983. № 9.
  • Сандаков Г. Правда жизни. // Восхождение. Йошкар-Ола. 1984.
  • Тетерин В. Юзыкайн А. М. Медвежья берлога // Молодая гвардия. — 1974. — № 11.