Эстәлеккә күсергә

Александр Невский ғибәҙәтханаһы (Ҡыҙыл Сулин)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Православие ғибәҙәтханаһы
Александр-Невский ғибәҙәтханаһы
Ил Рәсәй
Конфессия Православие
Епархия Ростов һәм Новочеркасск епархияһы 
Архитектура стиле Эклектика
Төҙөүсе Николай Петрович Пастухов
Төҙөлгән ваҡыты 1900
Бөгөнгө хәле реконструкцияла

1900

Александр  Невский ғибәҙәтханаһы  — Ҡыҙыл Сулин ҡалаһындағы православие сиркәүе, ул Мәскәү Патриархаты Урыҫ Православие Сиркәүенең Шахты һәм Миллерово епархияһы, Сулин мәнфәғәтенә ҡарай.

Адресы: Ростов өлкәһе, Красносулинский районы,  Ҡыҙыл Сулин ҡалаһы, Беренсе Май  урамы, 3 ( 4-се мәктәп территорияһы).

Сулин заводы ауылы һәм уның янындағы утарҙарҙың мәхәллә кешеләре рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында Дон һәм Новочеркасск Архиепоскобына Сулинда ғибәҙәтхана төҙөүҙө һорап мөрәжәғәт иткән. Был хатҡа суйын ҡойоу һәм тимер эшләү заводының идара итеүсеһе Петр Пастухов эшләгән һыҙымды ла һалғандар. Хатта: «Заводтағы халыҡтың 5000 кешенән артыуы һәм яҡын-тирәлә ғибәҙәтханаларҙың булмауы сәбәпле, ауылда ғибәҙәтхана төҙөү мотлаҡ»,- тип яҙғандар.

Ул саҡта суйын ҡойоу һәм тимер эшләү заводы хәҙерге Рәсәй Федерацияһының Ростов һәм Волгоград өлкәләренең территорияһын биләгән Дон Ғәскәре өлкәһендә урынлашҡан булған. Сулин металлургия заводының хужаһы, тыумыштан Почетлы гражданы Николай Петрович Пастухов, завод янындағы Дон Ғәскәренә ҡараған ике ер участкаһында, 1989 йылдың 17 авгусында хакимиәт менән контракт төҙөп, үҙ аҡсаһына сиркәү төҙөргә ҡарар итә. Ерҙе арендалау срогы сыҡҡас, унда төҙөлгән ғибәҙәтхана Дон Ғәскәренә бирелергә тейеш булған. 1898 йылда таш сиркәү төҙөүҙе ДонРухи Консисторияһы хуплай. Сиркәүҙең төҙөлөш планына Епархияның архитекторы ҡул ҡуйған һәм төҙөлөштөң барышын күҙәтеп барған.

Таш сиркәүҙе төҙөү 1900 йылда уны изеләндергәнсе дауам иткән. Александр Невский ғибәҙәтханаһының һыйҙырылышы 1000 кеше тәшкил иткән. Сиркәүҙе төҙөү, клирҙы материаль яҡтан ҡарау Н. П. Пастухов иҫәбендә булған.

Ғибәҙәтхана янындағы хужалыҡ ҡоролмалары хәҙерге ваҡытта һаҡланып ҡалған. Сиркәү янында сиркәү-мәхәллә мәктәбе эшләгән. Унда ата-әсәләре Николай Пастуховтың заводында эшләгән кешеләрҙең балалары уҡыған. Уларҙы Александр Невский ғибәҙәтханаһының руханийҙары уҡытҡан.

Сиркәү 19001931 йылдарҙа эшләгән. Унда үҙ ваҡытында (1912 йылдар тирәһендә) Иоанн Александров һәм Савва Поляковтар эшләгән. Сиркәүҙә дини хеҙмәтләндереү 1917 йылдан һуң ХХ быуаттың 20-се йылдарына тиклем дауам иткән. Һуңынан сиркәүҙе япҡандар. Бина ваҡыт үтеү менән иҫкергән һәм өлөшләтә емерелгән. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында сиркәүгә бомба төшөп шартлаған. Станица совет һалдаттары тарафынан азат ителгәс, ғибәҙәтхананы талағандар һәм оҙаҡламай һүткәндәр.

Хәҙерге ваҡытта боронғо ғибәҙәтхананан ҡалған ҡоролмалар Ҡыҙыл Сулин ҡалаһының 4-се һанлы мәктәбе территорияһында торалар. Ҡалала Изге ышаныслы кенәз Александр Невский хөрмәтенә ваҡытлыса ғибәҙәтханала православныйҙарҙың мәхәлләһе асылған, унда Йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Мәхәллә ғибәҙәтхананы тергеҙеү эштәре алып бара[1].

Ҡыҙыл Сулиндағы Александр-Невский  ғибәҙәтханаһының өлкән руханийы — иерей Виктор Литвинов.