Эстәлеккә күсергә

Александр Ранкович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Александр Ранкович
сер. Александар Ранковић
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Югославия
Тыуған көнө 28 ноябрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[3][4][5][…]
Тыуған урыны Дражевац[d], Сербия короллеге
Вафат булған көнө 20 август 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (73 йәш) или 19 август 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[6] (73 йәш)
Вафат булған урыны Дубровник[d], СР Хорватия[d], Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d][2]
Ерләнгән урыны Яңы зыярат[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Анджелия Ранкович[d] һәм Славка Ранкович[d]
Туған тел Серб теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, комиссар
Биләгән вазифаһы вице-президент Югославии[d], Deputy Prime Minister of Yugoslavia[d] һәм министр внутренних дел Югославии[d]
Әүҙемлек урыны Югославия[7]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Союз коммунистов Югославии[d]
Хәрби звание генерал-полковник[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Народно-освободительная война Югославии[d]
Ғәскәр төрө Ғәскәр һәм контрразведка[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Народный герой Югославии орден Героя социалистического труда орден Суворова I степени орден Кутузова I степени орден «За заслуги перед народом» орден Братства и единства орден «За храбрость» орден Партизанской звезды орден Национального освобождения орден Народного героя
 Александр Ранкович Викимилектә
Файл:Ранкович, Александр.jpg
Ранкович Дәүләт именлек хеҙмәте башлығы булараҡ

Александр Ранкович, сер. Александар Ранковић, шулай уҡ Марко Лека булараҡ билдәле (28 ноябрь 1909 йыл, Обреновац ҡалаһы эргәһендәге Дражевац ауылы — 20 август 1983 йыл, Дубровник, Хорватия) — сәйәси эшмәкәр. 1963—1966 йылдарҙа Югославияның вице-президенты, 1946—1953 йылдарҙа Югославия Федератив Халыҡ республикаһының эске эштәр министры. Югославия халыҡ геройы.

1950—1960 йылдарҙа Югославияла дәүләт именлеге органдары өсөн яуаплы була. Югославия (совет гәзите «Тито — Ранкович» терминын ҡуллана), 1966 йылда сәйәси янъял һөҙөмтәһендә барлыҡ вазифаларынан бушатыла.

Ярлы ғаиләлә тыуа. Иртә атайһыҙ ҡала. 1922 йылда Белградҡа аҡса эшләргә китә. 1924 йылда профсоюзға инә (синдикат). 1927 йылда буласаҡ ҡатыны Анджа менән таныша һәм шунан алып Югославияның коммунистик йәштәр союзы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша.

Йәшерен партия карьераһы.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1928 йылда Югославия коммунистар партияһына инә һәм Югославияның Сербия буйынса коммунистик йәштәр союзы округ комитетының секретары була. Алтынсы ғинуар диктатураһы уның революцион эшмәкәрлеген туҡтата алмай. Округ комитеты етәксеһе булараҡ, йәшерен гәзит булдыра, ул Белград һәм Земун буйынса таратыла. Ҡулға алынған гәзит таратыусы партия етәкселеген, шул иҫәптән, Ранковичты ла һата, һәм ул һаҡ аҫтына алына.

Ранковичтың процесы 6 ғинуар диктатураһы ваҡыттарындағы сәйәси диссидентҡа ҡаршы процесстарҙың береһе була. Һөҙөмтәлә, Ранкович ҡаты язаларға дусар ителә. «Дәүләтте яҡлау буйынса суд» уны алты йылға иркенән мәхрүм итә, ул Сремск Митровица һәм Лепоглава төрмәләрендә ултырып сыға. Төрмәлә ултырғанда, Ранкович йәштәрҙе коммунистик хәрәкәткә ылыҡтыра.

Төрмәнән 1935 йылдың башында сыға. Шул уҡ йылда әрмелә хәрби бурысын үтәй. Һуңынан Белградҡа күсеп килә, профсоюзда эшләй (синдикат). 1936 йылда Югославия коммунистар партияһының Сербия буйынса округ комитеты ағзаһы, ә 1937 йылда — Югославия коммунистар партияһы үҙәк комитеты политбюроһы ағзаһы була. Полицияның даими күҙәтеү аҫтында булыуы арҡаһында, 1939 йылдың ғинуар айында йәшерен тормошҡа күсә, унда «Марко» псевдонимы аҫтында билдәле була. Загреб конференцияһында (1939) ҡабаттан Югославия коммунистар партияһының үҙәк комитетына һайлана.

Икенсе донъя һуғышы йылдарында партизанлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гитлер Германияһы Югославия Короллегенә һөжүм иткәндә, Ранкович Загребта була. Югославия коммунистар партияһы Үҙәк комитеты пленумынан һуң Белградҡа килә. 1941 йылда июль аҙағында белград радиостанцияһы шартлағандан һуң, полиция ҡулына эләгә, һәм гестапоға тапшырыла. Агент-подпольщиктар ярҙамында уны дауаханаға күсерәләр, унда ҡасырға ярҙам итәләр. Күпмелер ваҡыт Белградта була, һуңынан партизандар биләгән территорияға сыға. Партизандар хәрәкәтенең Баш штабы составына инә. Шул ваҡытта уның ҡатыны һәләк була (үлгәндән һуң Югославия геройы тип иғлан ителә).

Халыҡты яҡлау буйынса бүлек булдырылғандан һуң, 1944 йылдың 13 майында Югославия буйынса етәксе итеп тәғәйенләнә. 1944 йылда Белградта Сербияны халыҡ азат итеүенең Бөйөк антифашистик парламент йыйылышында халыҡ депутаты һәм Сербия Халыҡ парламентының беренсе һәм икенсе саҡырылышының беренсе урынбаҫары булып һайлана. Маршал Титоның беренсе урынбаҫары булараҡ, ул юҡта Сремск фронтының алға йырып сығыуы буйынса указ сығара (1945).

1946 йылдан алып 1953 йылға тиклем — Югославия эске эштәр министры. Партизан хәрәкәттәрендә көнәркәшлек иткән коллаборационистарға ҡаршы репрессиялар ойоштора (рупниковсы усташи).

1940 йылдар аҙағында Сталин Титоға ҡаршы көрәш башлай, Ранкович үҙенең шефын яҡлай. Югославия коммунистар партияһының бишенсе съезында Сретен Жуйович һәм Андрия Хебрангтың эшмәкәрлеген «партияға ҡаршы сығыу» тип таба, шунан һуң икеһе лә партия сафынан сығарыла. Сталинсыларға ҡаршы репрессиялар менән етәкселек итә; 1951 йылда Титоның дошмандары ҡулға алынған Яланғас утрауға бара, шунан һуң уларҙың йәшәү шарттары яҡшыра.

1956 йылдан — Союз башҡарма вечеһы рәисе урынбаҫары (вице-премьер), Югославия коммунистар партияһы үҙәк комитеты юғары комитет секретариаты ағзаһы, Сербияның коммунистар союзы үҙәк комитеты ағзаһы, башҡа партия һәм дәүләт вазифаларын биләй.

1952 йылда Иосип Броз Тито Йованка Будиславлевичҡа өйләнгәндә, Александр Ранкович Титоның кумы була, ә генерал Иван Гошняк — Йованканың кумы була.

1963 йылда Словениянан Хорватия аша һәм Сербиянан Македонияға «Туғанлыҡ — берҙәмлек». автомагистрален сафҡа индерә. Ҙур иҫәп буйынса, был юл халыҡ-ара автомагистраль критерийҙарына яуап бирмәй, әммә ул ваҡыттаға Югославия өсөн был ҙур технологик алға китеш була. Автомагистралде Югославияның ирекле йәштәр бригадаһы төҙөй.

Тыңлау менән ғауға һәм Брион пленумы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1966 йылда Иосип Броз Тито Белград ҡалаһының Ужичка урамындағы резиденцияһында — үҙенең эш кабинетында һәм ҡатынының бүлмәһендә тыңлау ҡорамалдарын таба. Был приборҙарҙы кем ҡуйғанлығы билдәһеҙ. Тито кисекмәҫтән партия башлыҡтарына уны йәшерен тыңлауҙары тураһында хәбәр итә һәм хөкүмәт именлеге хеҙмәте менән уның етәксеһе Ранковичты ғәйепләй. Тикшереү комиссияһы ойошторола. Башҡарма комитет ултырышын Тито 1966 йылдың 16 июненә билдәләй, унда Үҙәк комитеттың сираттан тыш пленумы тураһында ҡарар ҡабул ителә, ул 1966 йылдың 1 июлендә Брионила «Истра» ҡунаҡханаһында башлана.

Пленумдың ултырышы алдынан Ранкович Югославия коммунистар партияһы Үҙәк комитеты һәм Башҡарма комитеты вазифаларынан отставкаға китеүгә ғариза бирә. Һуңынан, 1966 йылдың 15 сентябрендә Ранкович партия сафынан сығарыла. Вазифаларҙан уның яҡлылар, күбеһенсә, сербтар ҙа төшөрөлә.

1966 йылдың 1 декабрендә хөкүмәт йәшерен «Александр Ранкович төркөмөнөң законға ҡаршы эшмәкәрлеге һәм Дәүләт именлеге хеҙмәтен сәйәси маҡсаттарҙа енәйәти ҡулланыуы тураһында хәбәр»[8] ҡабул итә. Был ҡарарҙа ниндәйҙер төркөм Именлек хеҙмәте аша ҡарар ҡабул итеүҙәргә йоғонто яһарға маташа, тип әйтелә.[9]. Шулай уҡ ҡарар Именлек хеҙмәтендә кеше һанын 700-гә ҡыҫҡартырға, ә Ранковичҡа ҡарата йәмәғәт шелтә саралары ҡулланырға, ә енәйәт эше ҡуҙғатмаҫҡа тип тәҡдим итә[10].

Отставкаға киткәндән һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Ранкович брион пленумынан һуң да йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, үҙе йәшәгән Дубровниктағы виллаһында мемуарҙар яҙа. Йөрәк өйәнәгенән вафат була. Ерләү йыйынында 100 мең самаһы кеше була, был, властар ситләтеүендә булыуына ҡарамаҫтан, уның популярлығының һаҡланып ҡалыуы тураһында һөйләй.

Беренсе ҡатыны Анджа һуғыш ваҡытында һәләк була. Һуғыштан һуң Ранкович Славкаға өйләнә. Ике улы бар: Слободан һәм Мирослав. Ейәнсәре Аня Ранкович әлеге ваҡытта — серб телевидениеһында алып барыусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик хеҙмәт геройы ордены
  • Милли азатлыҡ ордены
  • Партизан йондоҙ ордены
  • «Халыҡ алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены
  • I дәрәжәләге «Туғанлыҡ һәм берҙәмлек» ордены
  • «Батырлыҡ өсөн» ордены
  • Алтын таҫма ордены
  • 1941 йылғы иҫтәлекле партизан билдәһе
  • Халыҡ геройы ордены

Александр Ранкович СССР ордендары менән дә бүләкләнә[11]:

  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #119046148 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Aleksandar Ranković // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. Bibliothèque nationale de France Aleksandar Marko Ranković // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  5. Brozović D., Ladan T. Aleksandar Ranković // Hrvatska enciklopedija (хорв.)LZMK, 1999. — 9272 с.
  6. Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  7. Чешская национальная авторитетная база данных
  8. Югославия в XX веке: очерки политической истории / К. В. Никифоров (отв. ред.), А. И. Филимонова, А. Л. Шемякин и др. — М.: Индрик, 2011. — С. 711. Режим доступа: http://www.inslav.ru/resursy/elektronnaya-biblioteka/2372-2011-jugoslavija-v-xx-veke
  9. Югославия в XX веке: очерки политической истории / К. В. Никифоров (отв. ред.), А. И. Филимонова, А. Л. Шемякин и др. — М.: Индрик, 2011. — С. 711—712. Режим доступа: http://www.inslav.ru/resursy/elektronnaya-biblioteka/2372-2011-jugoslavija-v-xx-veke
  10. Югославия в XX веке: очерки политической истории / К. В. Никифоров (отв. ред.), А. И. Филимонова, А. Л. Шемякин и др. — М.: Индрик, 2011. — С. 712. Режим доступа: http://www.inslav.ru/resursy/elektronnaya-biblioteka/2372-2011-jugoslavija-v-xx-veke
  11. Указ Президиума Верховного Совета СССР о награждении «За выдающуюся боевую деятельность и за проявленные при этом храбрость и мужество в борьбе против общего врага СССР и Югославии — гитлеровской Германии» (рус.)(рус.)
  • Војин Лукић, «Сазнања һәм Сећања — брионски пленум һәм Ранковић Александар», Титоград, 1989.
  • Југославије народня хероји, «Младост», Београд, 1975.