Эстәлеккә күсергә

Федеряев Александр Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Федеряев битенән йүнәлтелде)
Федеряев Александр Алексеевич
Тыуған урыны:

Силәбе өлкәһе Кропачёво ҡасабаһы

Һөнәре:

актёр

Әүҙем йылдары:

19642017

Театр:

Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры

Наградалары:

Рәсәйҙең атҡаҙанған (2014), Башҡортостандың халыҡ (2004) артисы

Федеряев Александр Алексеевич (30 ғинуар 1962 йыл) — театр һәм кино актёры, йырсы һәм шағир, телетапшырыуҙар алып барыусы. Афған һуғышында ҡатнашыусы. 1983 йылдан Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры актёры. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2014), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2004) артисы. Бөтә Рәсәй Андрей Миронов исемендәге актёр йыры конкурсы дипломанты (Түбәнге Новгород ҡалаһы, 1994).

Александр Алексеевич Федеряев 1962 йылдың 30 ғинуарында Силәбе өлкәһенең Кропачёво ҡасабаһында тыуған.

Армия сафына алынып, Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (П. Р. Мельниченко курсы) тамамлай.

1983 йылдан алып Башҡортостан Республика рус драма театрында эшләй[1]. Амплуаһы — «кире» персонаждар.

Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990).

Спектаклдәрҙәге ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Валер («Тартюф», Мольер)
  • Шантеклер (Э. Ростандың шул уҡ исемле пьесаһы)
  • Петруччио («Укрощение строптивой», У. Шекспир)
  • Дон Мануэль («Дама невидимка», П. Кальдерон)
  • Красильников («Царь Фёдор Иоаннович», А. К. Толстой; дебют, 1983)
  • Подхалюзин («Банкрот, или Свои люди — сочтёмся!», А. Н. Островский)
  • Мизгирь («Ҡарһылыу», А. Н. Островский)
  • Жевакин («Женитьба», Н. В. Гоголь)
  • Арбенин («Маскарад», М. Ю. Лермонтов).

Кинофильмдарҙағы ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Николай («Һоро сысҡан»)
  • Банкир («Ловец ветра»)
  • Лев Сен-Лоран («Мегаджунглис»)
  • Селиверстов («Медведь», 2005; «Студия Vista Vision»)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2014)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1998)
  • Бөтә Рәсәй А. Миронов исемендәге актёр йыры конкурсы дипломанты (Түбәнге Новгород ҡалаһы, 1994).
  • Лирика. Уфа, 1999;
  • Сказание о пылком Абду Малеке и о луноликой Зану или Поэма о страсти. Уфа, 2004.