Эстәлеккә күсергә

Алексеевка йәмиғ мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Алексеевка йәмиғ мәсете
Файл:Йәмиғ мәсете (Өфө районы, Алексеевка ауылы).jpg
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
Город Өфө районы, Алексеевка ауылы
Диниә назараты, мөхтәсибәт Башҡортостан мосолмандары диниә назараты
Мәсет төрө Йәмиғ мәсет
Төҙөүсе Башкортостан-нефтезаводстрой
Төҙөлөш ???—2004 йылдар
Последний имам Мөлөкөв Варис Ғилмулла улы
Манаралар һаны 1
Мәктәп ДаY

2004

Йәмиғ мәсете Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Алексеевка ауылында урынлашҡан.

Мәсет 2004 йылдың 15 ноябрендә асыла һәм уның асылыуы Ураҙа байрамына тура килтерелә.

Мәсет ҙур булмаған биш көмбәҙ һәм манаралы биш ҡатлы заманса бинанан ғибәрәт. Мәсет тыштан ҡыҙыл кирбес менән көпләнгән, эсе — мәрмәрҙән. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым намаҙ залдары ҡаралған, шәкерттәрҙе ислам нигеҙҙәренә өйрәтеү өсөн уҡыу кластары бар.

Мәсеттең төҙөлөшө дүрт йыл тиерлек барҙы, «Алексеевский» совхозы һәм иғәнә итеүселәр аҡсаһына төҙөлдө. Эштәрҙе «Башкортостаннефтезаводстрой» компанияһы алып барҙы.

Тантанала Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғматуллин, Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепископы владыко Никон, Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам институты ректоры Илдар хәҙрәт Малахов, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Дин эштәре буйынса советы рәйесе Марс Шаһиев, «Алексеевский» совхозы директоры Евгений Майстренко ҡатнашты.

Мәсеттең имам-мөхтәсибы — Мөлөков Варис Ғилмулла улы (Варис хәҙрәт Мөлөков). Йома вәғәздәре башҡорт һәм урыҫ телдәрендә үткәрелә.

2012 йылдың 25 апрелендә Алексеевка ауылының йәмиғ мәсетендә Башҡортостан республикаһы мосолмандары диниә назаратының күсмә пленумы үтте[1]. Шулай уҡ мәсеттә балалар өсөн исламға арналған төрлө саралар үткәрелә[2].

  1. В Уфимском районе открылся пленум Духовного управления мусульман Башкортостана. Мусульмане России (25 апрель 2011). Дата обращения: 13 май 2012. Архивировано 21 сентябрь 2012 года.
  2. Ринат Сагитов. В башкирском селе Алексеевка дети смогли узнать об исламе и пообщаться. IslamRF.ru (23 август 2011). Дата обращения: 13 май 2012. Архивировано 21 сентябрь 2012 года.