Заһитова Алина Илназ ҡыҙы
Алина Заһитова | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Енесе |
ҡатын-ҡыҙ |
Тыуған ере | |
Тренер |
Этери Тутберидзе |
Буйы |
156 |
[[commons:Category: Alina Zagitova Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе |
Заһитова Алина Илназ ҡыҙы (18 май 2002, Ижевск, Рәсәй) — Рәсәй фигурисы, «яңғыҙ шыуыусы ҡатын-ҡыҙ» категорияһында сығыш яһай. 2018 йылда Пхёнчханда уҙған Ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы[1] һәм команда ярышының көмөш призёры. Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалеры (2018)[2].
2018 йылда Европа чемпионы. 2017 йылда Гран-при финалы еңеүсеһе. Юниорҙар араһында донъя чемпионы (2017)[3]. 2018 йылда Рәсәй чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры[4].
2018 йылдың ғинуарына ҡарата Заһитова Халыҡ-ара конькиҙа йүгереүселәр союзының рейтингында 5-се урынды биләй[5].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы — хоккей тренеры Илназ Заһитов[6], сығышы менән йәнәй башҡорттарының Әжибәй ауылынан[7][8]. Ата-әсәһе уға исемде нәфис гимнаст Алина Кабаева хөрмәтенә ҡушҡан. Һеңлеһе Сабина Заһитова ла фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә[9].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башланғыс осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Самбо-1970» спорт һәм белем биреү үҙәгенең «Хрустальный» бүлексәһе (Мәскәү) тәрбиәләнеүсеһе, Этери Тутберидзе һәм Сергей Дудаков төркөмөндә күнегә. Фигуралы шыуыу менән Әлмәт ҡалаһындағы «Юбилейный» спорт һарайында[11] 2007 йылда шөғөлләнә башлай. 2015 йылға тиклем Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә (Ижевск) тренер Наталья Антипинала күнегә. Һүрәт төшөрөү менән мауыға.
Юниорлыҡ осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016—2017 миҙгеле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың февралендә Рәсәй беренселегендә дебюты була, тәүге тиҫтәләге иң һуңғы урынды ала. Августа Францияла Гран-приҙың юниор этабында ҡатнаша һәм еңеү яулай[12]. Әммә сентябрҙә Словениялағы этапта бер аҙ уңышһыҙыраҡ сығыш яһай һәм бронза ала[13]. Шулай ҙа был уға юниорҙар араһында Гран-при финалына сығырға ҡамасауламай. Декабрҙә Марселдә ул көнәркәштәренә бер ниндәй ҙә өмөт ҡалдырмай[14]. Юниор финалында балдар суммаһы буйынса юниор ярыштарының өс донъя рекордын ҡуя: ҡыҫҡа (70.92), ирекле программаларҙа (136.51) һәм йомғаҡлау суммаһында (207.43)[15]. Йыл аҙағында милли чемпионат була, әммә күп белгестәрҙе ғәжәпләндереп, көмөш миҙалды ныҡышмалы көрәш менән генә яулай ала[16]. 2017 йылдың февралендә Алина юниорҙар араһында Рәсәй беренселегендә ышаныслы еңеү яулай[17]. Тиҙҙән Төркиәгә Европа йәштәр Олимпия фестиваленә ебәрелә һәм унда ла еңә[18]. Март уртаһында Тайбейҙа юниорҙарҙың донъя чемпионатында ҡатнаша һәм япон фигуристары менән ҡатмарлы көрәштә беренселекте яулай[19].
«Юниорспорт» журналы версияһы буйынса, ҡыҙҙар араһында «2017 йыл юниоры»[20].
Өлкәндәр ярыштарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017—2018 миҙгеле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылдың сентябрендә өлкәндәр араһындағы тәүге ярышында (Lombardia Trophy 2017) «алтын» ала[21], булған ҡаҙаныштарының бөтәһен дә яҡшырта. Ике айҙан ул Пекинда Гран-при серияһының Ҡытайҙағы этабында ҡатнаша, Вакабу Хигути менән Елена Радионованы артта ҡалдырып, беренсе урынды яулай[22]. Гран-Приҙағы был дебютынан һуң ике аҙнанан Алина Францияла Гран-приҙың бишенсе этабында ҡатнаша, ҡыҫҡа программанан һуң бишенсе урында ғына була. Әммә ирекле программаны камил башҡарып, беренселекте яулай[23]. Гран-при финалында еңеүсе була[24]. 2017 йылдың 21-24 декабрендә Рәсәй чемпионатында ҡатнаша. Ҡыҫҡа программала әһәмиәтһеҙ генә бер хата ебәрә, аралыҡта беренсе урында була. Ирекле программаны бик таҙа башҡарып, Рәсәй чемпионы була[25]. Европаның Мәскәүҙә үткән 2018 йылғы чемпионатында, донъяның ике тапҡыр чемпионы Евгения Медведеваны артта ҡалдырып, беренселекте ала[26].
Кореялағы 2018 йылғы Олимпия уйындарында Алина Рәсәй олимпия атлеттары составында команда ярышында көмөш миҙал яулай.
Программалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҙгел | Ҡыҫҡа программа | Ирекле программа | Күрһәтмә номерҙар |
---|---|---|---|
2017-18 |
«Ҡара аҡҡош» фильмынан музыка Клинт Мэнселл |
«Дон Кихот» Людвиг Минкус |
Afro Blue Джазмея Хорн |
2016-17 | «Самсон һәм Далила» Камиль Сент-Санс |
«Дон Кихот» Людвиг Минкус |
«Алһыу пантера» Генри Манчини |
2015-16 | «Алһыу пантера» Генри Манчини |
Unchained Melody (Dance) / The Love Inside Suspend My Disbelief / I Had A Life |
Спорт ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ярыштар | 2015/16 | 2016/17 | 2017/18 | |||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Халыҡ-ара | ||||||||
Ҡышҡы Олимпия уйындары. Команда ярыштары |
2 | |||||||
Ҡышҡы Олимпия уйындары. Индивидуаль ярыштар |
1 | |||||||
Донъя чемпионаты | ||||||||
Европа чемпионаты | 1 | |||||||
Гран-при финалдары | 1 | |||||||
Гран-при финалдары: Cup of China | 1 | |||||||
Гран-при финалдары: Trophée de France | 1 | |||||||
Ломбардия кубогы | 1 | |||||||
Милли | ||||||||
Рәсәй чемпионаты | 2 | 1 | ||||||
Юниорҙар араһында Рәсәй чемпионаты | 9 | 1 | ||||||
Юниорҙарҙың халыҡ-ара | ||||||||
Юниорҙар араһында донъя чемпионаты | 1 | |||||||
Юниор Гран-при финалы | 1 | |||||||
Юниор Гран-при финалы: Франция | 1 | |||||||
Юниор Гран-при финалы: Словения | 3 | |||||||
Европаның йәштәр Олимпия фестивале | 1 |
Ентекле һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алина Заһитованың ИСУ системаһы буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләре ҡалын, ағымдағы иң яҡшы һөҙөмтәләре ҡалын курсив менән айырылған. ИСУ чемпионаттарында ҡыҫҡа һәм ирекле программалар өсөн кескәй миҙалдар бирелә.
Өлкән сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017-18 миҙгеле | ||||||
Дата | Ярыш | КП | ПП | Дөйөм | ||
---|---|---|---|---|---|---|
21-23 февраль 2018 | 2018 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары Индивидуаль ярыштар | |||||
9-12 февраль 2018 | 2018 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары Команда ярыштары | - | 1
158.08 |
2 (команда) | ||
15-21 ғинуар 2018 | Европа чемпионаты 2018 | 1
80.27 |
1
157.97 |
1
238.24 | ||
21-24 декабрь 2017 | Рәсәй чемпионаты 2018 | 1
78,15 |
1
155,44 |
1
233,59 | ||
7-10 декабрь 2017 | Гран-при финалдары 2017 | 2
76.27 |
1
147.03 |
1
223.30 | ||
17-19 ноябрь 2017 | Гран-при этаптары: Trophée de France 2017 | 5
62.46 |
1
151.34 |
1
213.80 | ||
3-5 ноябрь 2017 | Гран-при этаптары: Cup of China 2017 |
4
69.44 |
1
144.44 |
1
213.88 | ||
14-17 сентябрь 2017 | Ломбардия кубогы 2017 | 3
71.29 |
1
147.17 |
1
218.46 |
Юниор осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016-17 миҙгеле | |||||||
Дата | Ярыш | КП | ПП | Дөйөм | |||
---|---|---|---|---|---|---|---|
15-19 март 2017 | Юниорҙар араһында донъя чемпионаты 2017 | 1 70.58 |
1 138.02 |
1 208.60 | |||
13-15 февраль 2017 | Европаның ҡышҡы йәштәр Олимпия фестивале | 1 58.30 |
1 128.76 |
1 187.06 | |||
1-5 февраль 2017 | Юниорҙар араһында Рәсәй чемпионаты 2017 | 1 74.46 |
1 142.36 |
1 216.82 | |||
20-26 декабрь 2016 | Рәсәй чемпионаты 2017 | 3 74.26 |
2 146.95 |
2 221.21 | |||
8-11 декабрь 2016 | Юниорҙарҙың Гран-при финаы 2016-17 | 1 70.92 |
1 136.51 |
1 207.43 | |||
22-24 сентябрь 2016 | Юниорҙарҙың Гран-при этабы: Словения | 1 68.09 |
4 109.29 |
3 177.38 | |||
24-27 август 2016 | Юниорҙарҙың Гран-при этабы: Франция | 1 68.07 |
1 126.30 |
1 194.37 | |||
2015-16 миҙгеле | |||||||
Дата | Ярыш | КП | ПП | Дөйөм | |||
19-23 ғинуар 2016 | Юниорҙар араһында Рәсәй чемпионаты 2016 | 12 52.85 |
8 108.08 |
9 160.93 |
Донъя рекордтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алина Заһитова юниор ярыштарында биш донъя рекорды ҡуя.
Ике программа суммаһы буйынса юниор ҡыҙҙар рекордтары[28] | |||
---|---|---|---|
Дата | Мәрәйҙәр | Сара | Иҫкәрмә |
19 март 2017 | 208,60 | Юниорҙар араһында фигуралы шыуыу буйынса донъя чемпионаты 2017 |
Йыйылған мәрәйҙәре буйынса юниор ярыштарында әлеге ваҡыттағы донъя рекордсыһы |
11 декабрь 2016 | 207,43 | Юниорҙар араһында фигуралы шыуыу буйынса Гран-при финалы 2016/2017 |
Алина Заһитова 200 балдан ашыу баһа алған тәүге юниор ҡыҙ |
Ҡыҫҡа программала юниор ҡыҙҙар рекордтары | |||
Дата | Мәрәйҙәр | Сара | Иҫкәрмә |
10 декабрь 2016 | 70,92 | Юниорҙар араһында фигуралы шыуыу буйынса Гран-при финалы 2016/2017 | Алина Заһитова ҡыҫҡа программала 70 балдан ашыу баһа алған юниор ҡыҙ |
Ирекле программала юниор ҡыҙҙар рекордтары | |||
Дата | Мәрәйҙәр | Сара | Иҫкәрмә |
19 март 2017 | 138,02 | Юниорҙар араһында фигуралы шыуыу буйынса донъя чемпионаты 2017 | Йыйылған мәрәйҙәре буйынса юниор ярыштарында донъя рекорды ҡуйыусы |
11 декабрь 2016 | 136,51 | Юниорҙар араһында фигуралы шыуыу буйынса Гран-при финалы 2016/2017 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Алина Загитова и Евгения Медведева выиграли турнир фигуристок. Вести. Ru сайты, 2018, 23 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 февраль 2018)
- ↑ 2,0 2,1 Путин вручил награды призерам Олимпиады. «РБК-Башкортостан» сайты. 2018, 28 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 март 2018)
- ↑ Чемпионат мира среди юниоров по фигурному катанию. Тайбей (Китайский Тайбэй/Тайвань).
- ↑ Фигуристам Загитовой и Коляде присвоено звание заслуженного мастера спорта РФ, ТАСС (14 февраля 2018). 1 март 2018 тикшерелгән.
- ↑ ISU World Standings for Figure Skating and Ice Dance (ингл.). ИСУ. Дата обращения: 30 сентябрь 2017.
- ↑ Фигуристка из Удмуртии Алина Загитова выступит в финале юниорского Гран-при в Марселе 2016 йыл 25 декабрь архивланған.
- ↑ http://nailtimler.com/articles_page/auly_menzelinskih_bashkir/menzel_uezd_aktanysh_rayon/menzel_uezd_aktanysh_rayon_aziaba.html(недоступная ссылка)
- ↑ хәҙерге Татарстандың Аҡтаныш районы
- ↑ Алина Загитова: «Родители меня назвали в честь Алины Кабаевой»
- ↑ Медведев передал призерам Олимпиады ключи от внедорожников BMW. «Интерфакс» сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 март 2018)
- ↑ Новая звезда фигурного катания. Она могла бросить всё в 14 лет, но теперь обходит Медведеву 2018 йыл 29 ғинуар архивланған., 22.01.2018
- ↑ Гран-при среди юниоров. Первый этап: Загитова одержала победу.
- ↑ Гран-при среди юниоров. Пятый этап: Японка Кихира победила, Загитова третья.
- ↑ Гран-при среди юниоров. Финал: Загитова одержала победу, Губанова — вторая.
- ↑ Монстры Этери Тутберидзе. Юные бесстрашные амазонки 2016 йыл 13 декабрь архивланған.
- ↑ Чемпионат России. Медведева победила, Загитова — вторая, Сотскова — третья, Погорилая — четвёртая.
- ↑ Чемпионат России среди юниоров. Загитова выиграла, Константинова вторая, Цурская третья.
- ↑ Европейский юношеский олимпийский фестиваль. Загитова одержала победу.
- ↑ Чемпионат мира среди юниоров. Загитова победила, Хонда вторая, Константинова шестая.
- ↑ Юниор 2017 года .
- ↑ Российская фигуристка Алина Загитова победила на Lombardia Trophy РИА Спорт, 15 сентября 2017
- ↑ Cup of China. Загитова одержала итоговую победу, Радионова — третья, Туктамышева — седьмая. Sports.ru, 4 ноября 2017
- ↑ Trophée de France. Загитова победила, Сотскова — вторая, Осмонд — третья.
- ↑ Финал Гран-при. Загитова одержала победу, Сотскова — 2-я, Осмонд — 3-я
- ↑ Чемпионат России. Загитова победила, Сотскова — 2-я, Цурская — 5-я, Туктамышева — 7-я, Радионова — 10-я
- ↑ Чемпионат Европы. Загитова победила, Медведева — 2-я
- ↑ Алина Загитова: «Чтобы следить за моими выступлениями на льду, бабушка подружилась с компьютером»
- ↑ Highest Total Scores: Ladies . ISU Results. Международный союз конькобежцев (10 декабрь 2016). Дата обращения: 10 декабрь 2016.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Путин поздравил Загитову с победой на чемпионате мира. 2019, 22 марта (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 март 2019)
- Алина Загитова: победа на Олимпийских играх это приятное удивление. Вести. Ru сайты, 2018, 23 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 февраль 2018)
- XXIII Зимние Олимпийские игры. Выступление фигуристки Алины Загитовой 2018 йыл 18 февраль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2018)
- Алина Загитова (рус.)(рус.) на сайте fskate.ru
- isu name|id=00101053|name= Алина Загитова Сайт Международного союза конькобежцев
- Алина Загитова готовится к дебюту во взрослом фигурном катании 2018 йыл 9 апрель архивланған.
- https://proufu.ru/news/spec/svobodnaya_ploshchadka/pervuyu_zolotuyu_medal_olimpiyskikh_igr_rossii_prinesla_bashkirka_alina_zagitova/?utm_referrer=https%3A%2F%2Fzen.yandex.com