Аллағыуат улусы
Аллағыуат улусы | |
Аллағыуат улусы — Рәсәй империяһы Өфө губернаһының, аҙаҡ БАССР. РСФСР-ҙың административ-территориаль берәмеге.
Был улыҫ XIX быуат уртаһында Юрматы улусының тораҡ пункттарынан барлыҡҡа килтерелгән. 1879 йылда — 13 тораҡ пункты: Айгөл, Алаҡай, Аллағыуат (улус үҙәге), Айыусы, Ишембай, Ҡарлыҡуй, Ҡоҙаҡай, Мәҡсүт, Мулламуса, Мырҙаш, Түбәнге Бурансы, Хлебодаровка (Наумовка), Юлдаш. 1906 году — 48 ауыл. 1914 йылда улыҫҡа 49 тораҡ пункты инә.
Юрматы улусы Стәрлетамаҡ өйәҙенә[1] һәм РСФСР-ға ҡарай. 1919 йылда — Юрматы кантоны составында, 1922 йылда, Стәрлетамаҡ кантоны ойошторолғас, Аҙнай улусы составына индерелә.
Сәнәғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуҙа улыҫта йәшәүселәрҙең игенселек, малсылыҡ, йөк ташыу һәм септә һуғыу менән шөғөлләнеүҙәре билдәләнә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда — 13 019 кеше: башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, урыҫтар, мордва.
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда — 8 мәсет, 3 сикрәү.
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда — 4 сиркәү-приходной мәктәбе, земский һәм башҡа телдәрҙә белем биреүсе мәктәптәр, урыҫ-башҡорт училищеһы, мәҙрәсә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаблон:Юрматынский кантон