Эстәлеккә күсергә

Алтай дәүләт техник университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алтай дәүләт техник университеты
Нигеҙләү датаһы 1942
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы АлтГТУ
Эшмәкәрлек төрө Юғары белем[1] һәм техническое образование[d][1]
Описание девиза Латин теле
Девиз тексы Scientia est potentia
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Барнаул
Урын Рәсәй
Уҡыусылар һаны 20 000[2]
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][3]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Барнаул, Рәсәй
Диапазон IPv6 2001:b08:b::/48[4]
Рәсми сайт astu.secna.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Алтайского технического университета[d]
Карта
 Алтай дәүләт техник университеты Викимилектә

И. И. Ползунов исемендәге Алтай дәүләт техник университеты.  — Алтай крайындағы иң ҙур юғары уҡыу йорто, Алтай крайының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт үҙәге. Илдең иң яҡшы йөҙ юғары уҡыу йорто исемлегенә инә[5].

Уҡытыу һәм фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

АлтДТУ ике филиалды: Бийск технология институтын һәм Рубцовск индустриаль институтын; 10 вәкиллекте, 17 территориаль ресурс үҙәктәрен, 6 институтты, 6 факультетты, 49 кафедраны, шулай уҡ колледжды[6] үҙ эсенә ала.

Университетта 84 һөнәр һәм йүнәлеш буйынса уҡытыу алып барыла[7]. Хәрби уҡыу үҙәге бар — Алтай крайындағы бөтә юғары уҡыу йорттары араһында берҙән-бер[8]

- Махсус технологиялар факультеты (ФСТ)[9]. 11 кафедра, 15 лаборатория.

- Энергетик факультет (ЭФ). 4 кафедра, 14 лаборатория.

- Информацион технологиялар факультеты (ФИТ). 6 кафедра, 7 лаборатория.

- Төҙөлөш-технология факультеты (СТФ). 8 кафедра, 14 лаборатория.

- энергомашиналар төҙөү һәм автомобиль транспорты факультеты (ФЭАТ). 5 кафедра, 4 лаборатория, 1 автомәктәп.

- Юғары уҡыу йортона әҙерләү факультеты (ФДП)

- Биотехнологиялар, химия һәм аҙыҡ-түлек инженерияһы институты (ИнБиоХим). 7 кафедра, 25 лаборатория һәм үҙәк, 2 тегеү үҙәге.

- Архитектура һәм дизайн институты (ИнАрхДиз). 4 кафедра, 5 лаборатория.

- Иҡтисад һәм идара итеү институты (ИЭиУ). 7 кафедра.

- Өҫтәмә профессиональ белем биреү институты (ИРДПО).

- Гуманитар институты (ГИ). 5 кафедра, 1 лаборатория.

- Ситтән тороп уҡыу институты (ЗИ).

И. И. Ползунов һәйкәле

Буласаҡ университет 1941 йылдың аҙағында Барнаулға эвакуацияланған Запорожье машиналар эшләү институты базаһында барлыҡҡа килә. 1942 йылдың 23 ғинуарында уҡ Запорожье машиналар эшләү институты базаһында Барнаул машиналар эшләү институты (БМИ) ойошторола. 1942 йылдың 23 февралендә БМИ-ла дәрестәр уҡытыла башлай, ә беренсе 13 инженерҙың сығарылыш датаһы — 1943 йылдың майы. Алтайҙағы техник юғары уҡыу йортоноң беренсе директоры Л. Г. Исаков була, ул был вазифала 1952 йылға тиклем ҡала.

1943 йылдың декабренән юғары уҡыу йорто Алтай машиналар эшләү институты тип йөрөтөлә башлай. 1944 йылда институттың үҙ студенттар ятағы, шулай уҡ уҡытыусылар өсөн йорт һәм лабораториялар, кабинеттар, китапхана өсөн биналары барлыҡҡа килә.

Һуғыштан һуңғы тәүге йыл юғары уҡыу йорто тарихында Рубцовск ҡалаһында киске факультет филиалы барлыҡҡа килеү менән билдәләнә, уның ойоштороусыһы һәм беренсе етәксеһе булып профессор Т. А. Животовский тора.

1945—1946 йылдарҙа юғары уҡыу йортонда барлығы ике генә факультет була: автотрактор һәм механика-технология факультеттары, унда 447 студент белем ала; 12 кафедрала 47 штаттағы уҡытыусы эшләй. Методик эшкә ҙур иғтибар бүленә: асыҡ лекциялар, методик семинарҙар, уҡытыусылар конференциялары үткәрелә, студенттар өсөн уҡыу әсбаптары сығарыла, шәхси уҡытыу методикалары эшләнә, студенттар аудиториянан тыш эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. Уҡытыусылар һәм студенттар үҙҙәре уҡыу өсөн кәрәкле приборҙар төҙөйҙәр. Институт етәкселеге ҡала һәм край предприятиелары менән бәйләнештәр ойоштора; уҡыу йорто базаһында фәнни-техник сессиялар һәм конференциялар үткәрелә.

1947 йылдың август айында институт Алтай ауыл хужалығы машиналары эшләү институты (АИСХМ) итеп үҙгәртелә.

Төп уҡыу корпусы

1959 йылдың 20 майында, хөкүмәт ҡарарына ярашлы, Алтай ауыл хужалығы машиналары эшләү институты базаһында Алтай политехник институты (АПИ) ойошторола. Ошо уҡ йылда Бийск ҡалаһында киске факультет барлыҡҡа килә, һуңыраҡ Алтай политехник институты филиалы итеп үҙгәртелә.

1959 йылдың йәйендә уҡыу-производство корпусы һәм ике яңы ятаҡ, ә көҙ — АПИ-ның төп уҡыу корпусы төҙөлә башлай.

2016 йылда АлтДТУ Рәсәй вуздары рейтингынды 72-се урынды биләй[10].

АлтДТУ-ның программалау буйынса командаһы һәм көйәрмәндәре (2008)

АлтДТУ-ла йыл һайын халыҡ-ара программалау буйынса ACM команда олимпиадаһы ярымфиналы үткәрелә[11] Барнаулда Себер, Алыҫ Көнсығыш командалары, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан командалары йыйыла, шул уҡ ваҡытта башҡа үҙәктә, Санкт-Петербургта, Рәсәй Федерацияһының Европа өлөшө командалары йыйыла, һәм Интернет селтәрен ҡулланып һөҙөмтәләр синхронлаштырыла. АлтДТУ-ның «Программа инженерияһы» (информацион технологиялар факультеты) һөнәре студенттары командалары һайлап алыу һөҙөмтәһендә был чемпионаттың финалына уңышлы эләгәләр һәм призлы урындар биләйҙәр:

— ACM ICPC 2006 йыл финалы (Сан-Антонио,АҠШ) — АлтДТУ-ла алтын миҙал, 3 абсолют урын[12];

— ACM ICPC 2009 йыл финалы (Стокгольм, Швеция) — АлтДТУ-ла көмөш миҙал, 8 абсолют урын[13].

2019 йылдың ғинуарында университеттың һыу һәм боҙҙо асыҡлау өсөн Ерҙән ситтәге объекттарҙың йөҙөн ультратауышлы быраулау физик принциптарын эшләү буйынса проекты Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды һәм Ҡытай тәбиғәт фәндәре дәүләт фонды грантын ота. Гранттың суммаһы йылына 1,3 млн һум тәшкил итә, ә проект үҙе ике йылға иҫәпләнгән.

Исеме Ваҡыты
1. Л. Г. Исаков 1942 — 1952
2. К. Д. Шабанов 1952 — 1960
3. В. Г. Радченко 1960 — 1987
4. В. В. Евстигнеев 1987 — 2007
5. Л. А. Коршунов 2007 — 2012
6. О. И. Хомутов 2012
7. А. А. Ситников 2012 — 2016
8. А. М. Марков 2017 — хәҙергә тиклем

Билдәле уҡытыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Матиевский Дмитрий Дмитриевич — техник фәндәр докторы, ДВС кафедраһы профессоры, фәнни эш буйынса проректор.

- Евстигнеев, Владимир Васильевич — физика-математика фәндәре докторы, профессор; 1987—2007 йылдарҙа университет ректоры.

- Коршунов, Лев Александрович — «Государственная налоговая служба» кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре докторы, доцент; 2007—2012 йылдарҙа университет ректоры.

  1. 1,0 1,1 Altajskij gosudarstvennyj techničeskij universitet im. I.I. Polzunova // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. http://russia.edu.ru/interdbv/interdbv/altaygpu_polzunov/
  3. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  4. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:b08:b::/48&type=inet6num
  5. Polzunov Altai State Technical University — Ranking & Review (инг.)
  6. Университетский технологический колледж им. академика В. В. Петрова : АлтГТУ
  7. Направления и специальности : АлтГТУ
  8. Военный учебный центр : АлтГТУ
  9. Факультет ФСТ : АлтГТУ
  10. Рейтинги вузов 2017. raexpert.ru. Дата обращения: 29 май 2018. Архивировано 9 апрель 2018 года. 2018 йыл 9 апрель архивланған.
  11. NEERC ICPC - сибирская группа вузов. neerc.altstu.ru. Дата обращения: 16 декабрь 2015. 2015 йыл 22 декабрь архивланған.
  12. Results World Finals 2006. icpc.baylor.edu. Дата обращения: 16 декабрь 2015. 2015 йыл 23 декабрь архивланған.
  13. Results World Finals 2009. icpc.baylor.edu. Дата обращения: 16 декабрь 2015. 2019 йыл 18 октябрь архивланған.