Алтай тау округы
Алтай тау округы | |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
---|---|
Административ үҙәк | Барнаул[1] |
Административ-территориаль берәмек | Томск губернаһы[d] |
Алтай тау округы —1834—1896 йылдарҙа Рәсәй империяһындағы эре административ-территориаль структураһы, Көнбайыш Себерҙең көньяғында ҙур территорияны биләгән (формаль рәүештә — Томск губернаһы составында). Округ хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә ғәмәлдә булған административ берәмектәре сиктәрендә (Алтай крайы, Новосибирск, Кемерово, Томск өлкәләрендә, Алтай, Хакасия) һәм Ҡаҙағстан Республикаһының Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһендә урынлашҡан. Ул ведомство территориаль берәмектәре разрядына һәм Себер эре административ берәмектәре составына ингән.
Шулай уҡ Колыван-Воскресенск тау заводтары Император Канцелярияһы булараҡ билдәле була.
Ойоштороу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урыҫ күскенселәре тарафынан, дөйөм алғанда, Себерҙе һәм, айырым алғанда, Алтайҙы үҙләштереү XVII быуаттың икенсе яртыһынан барлыҡҡа килә. Алтайҙа тау эштәре Акинфий Демидов башланғысы буйынса 1723 йылда башлана, бында ул Колыван заводына (1726) һәм Змеиногорск руднигына (1737 нигеҙ һала. Башта округ элекке Колыван-Воскресенск заводы исеме менән йөрөтөлә. Демидов үлгәндән һуң, 1745 йылда, завод хужалары алмашына — Алтай Романовтар батша ғаиләһе милкенә күсә, ә округ рудниктары һәм заводтары Министрҙар кабинеты ҡарамағына күсәләр.
Етештереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Округтың металлургия предприятиелары араһына инәләр: Колыван (1729—1766, 1790—1799), Барнаул (1744—1893), Павловка (1765—1893), Локтев (1789—1893), Гаврилов (1795—1897), Змеев (1805—1893), Алейск(1775—1799), Ирбин (1759—1770), Томск (1771—1864), Гурьев (1816) һәм Сузун (1766—1914).
Көмөш иретеү динамикаһы 1745 йылдағы 44 боттан 1772 йылдағы рекордлы 1277 ботҡа тиклем арта. Артабан, XIX быуаттың уртаһына тиклем, йыл һайын яҡынса 1000 бот иретелгән, 1891—1893 йылдарҙа етештереү 479 ботҡа тиклем кәмей.
1766—1847 йылдарҙа Сузун заводында аҡса һуғыу йорто эшләп килә, ул махсус Себер (1766—1781) һәм Бөтә Рәсәй (1781) баҡыр тәңкәһен сығара.
Округ сәнәғәтендә таш ҡырҡыу заводтары айырым урын биләй: Локтев шымартыу тирмәне (1786—1800) һәм Колыван шымартыу фабрикаһы (1802 йыл).
XIX быуаттың икенсе өлөшөнән Алтай сәнәғәт объекттары (был осорҙа Томск губернаһының административ-территориаль составына ингән) ҡаҙна алтын приискылары һәм промыслалары инә: Царев-Николаевск, Успенск, Терсин, Егорьев, Пезас, Мунгат, Бельсин, Ур, Мрасс һәм башҡалар. Алтын бөртөктәрен табыу буйынса уртаса йыл күрһәткестәре: 1830—1835 һәм 1883—1891 йылдарҙа — 8 боттан алып 1851—1857 йылдарҙа — 40 ботҡа тиклем.
Колыван-Воскресенск заводтары өсөн көмөш мәғдәнде башлыса Змеиногорск, Зырянов, Салаир һәм Риддер ятҡылыҡтары бирәләр. XIX быуаттың икенсе яртыһынан алып Алтай тау округы канцелярияһы Обь һәм Обь-Енисей каналы аша Томск һәм Томск губернаһының башҡа өйәҙҙәре приискыларынан, шулай уҡ Енисей губернаһы Ачинск һәм Енисей өйәҙҙәренең Чулым һәм Енисей приискыларынан алып киленгән бөтә һатыла торған алтынды маркировкалай. Алтай ҡаҙна заводтарының алтынды дәүләт маркировкалауына тиклем ошондай ҡатмарлы рәүештә алып барып еткереүе Себерҙә буржуаз эшҡыуарлығының иртә үҫешенә, Обь пароходлығының ҡыҙыу үҫешенә, ә XIX быуаттың иң аҙағында — Көньяҡ Себерҙә Томск тимер юлының үҫешкән инфраструктураһын барлыҡҡа килтерә.
Идаралығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Акинфий Демидовтың вариҫтарын Үрге Обь яғы төҫлө металлургияһы предприятиеларына хоҡуҡтарынан мәхрүм иткәндән һуң улар үҙәк учреждениеһы идаралығы — Император ғали йәнәптәре Кабинеты ҡарамағына күсәләр. 1748 йылдан Барнаулда таулы округтың идара итеү органдары урынлаша: Колыван-Воскресенск тау етәкселеге (тау канцелярияһы). Уны монарх тәғәйенләгән заводтарҙың төп командиры етәкләй һәм ул округта юғары вазифалы кеше һанала.
1747 йылда Алтайҙағы Демидовтың предприятиелары батша Кабинеты ҡарамағына күскәндән һуң Колыван-Воскресенск заводтарының баш командиры итеп генерал-майор Андреас Бенедиктович Беэр тәғәйенләнә[2].
Етештереү буйынса туранан-тура идаралыҡ тау контораларында туплана. XVIII быуат аҙағында — XIX быуат башында Алтайҙа 8 тау контораһы барлыҡҡа килә: (Барнаул, Змеиногорск, Салаир, Павловка, Сузун, Локтев, Томск һәм Колыван), был ваҡытта Колыван, Алейск заводтары һәм Колыван шымартыу фабрикаһы ғәмәлдән сығарыла. Конторалар ҡарамағында тау һәм завод ҡасабалары була, әлеге ҡасабаларҙа тау администрацияһы, мастеровойҙар һәм эшсе халыҡ, сауҙагәрҙәр, посадскийҙар, цеховойҙар, разночинецтар йәшәй.
1830—1855 йылдар арауығындағы осор Алтай тарихында Алтай тау округының Финанстар министрлығы ҡуртымлығында булған осоро (формаль рәүештә — Томск губернаһы территорияһында). Тейешле указ Кабинет һәм Финанстар министрлығы араһындағы ҡуртым бәйләнештәрен билдәһеҙ срокка нығытыла. 1830 йылда Алтай предприятиелары ҡуртым шарттарында Рәсәй Финанстар министрлығының тау һәм тоҙ эштәре департаменты ҡарамағына тапшырыла. Ҡуртым 1855 йылға тиклем дауам итә. П. К. Фролов тарафынан Колыван-Воскресенск заводтарын 1830 йылда Ф. Ф. Бегерға тапшырыуҙың мөһим үҙенсәлеге була: ошо стандарт процедура аша Финанстар министрлығы округҡа туранан-тура идара итә башлай. Ошо уҡ 1830 йылда тау начальнигы вазифаһы булдырыла, ул округта ағымдағы эштәр өсөн яуаплы була. Ул «урындағы завод хужаһы» тип һанала, уға производство һәм кешеләр менән идара итеүҙең бөтә нескәлектәренә инеү бурыстары йөкмәтелә. Тау начальнигы баш начальнигына ҡарағанда йышыраҡ тау идаралығында рәйеслек итә, ул булмаған саҡта Тау Советын етәкләй, округ идаралығының бөтә бүлектәрендәге эштәрҙең барышын күҙәтә, тау заводтары үҙәктәре буйлап даими рәүештә ревизиялар үткәрә. Инспекцион тикшереүҙәр округтың бөтә учреждениеларының төҫлө һәм ҡара металдарҙы етештереү планын үтәү буйынса эшен көйләү маҡсатында үткәрелә. Томск губернаторы заводтарҙың баш инженеры булараҡ сәнәғәт менән дөйөм етәкселек алып барыу һәм тау администрацияһының эшмәкәрлеген контролдә тотоу бурысы йөкмәтелә. Эште уңышлы алып барыу өсөн губернатор ҡарамағында махсус канцелярия булдырыла. 1830—1855 йылдар арауығында бөтә баш начальниктар тиерлек (Е. П. Ковалевский (1830—1836), А. Н. Шленев (1836—1838),Ф. Ф. Бегер (1838—1840), С. П. Татаринов (1840—1846), П. П. Аносов (1847—1851)) үҙҙәрен күренекле новаторҙар йәки производствоны оҫта ойоштороусылар йәки ике йүнәлеште лә берҙәй уңышлы алып барыусылар итеп күрһәттеләр. Алтай заводтарының баш начальнигы вазифаһы 1864 йылдың 5 апрелендәге указға ярашлы бөтөрөлә, ә тау инженеры тау округы начальнигы тип исемләнә башлай.
1831 йылдан Финанстар министрлығы Колыван-Воскресенск заводтарының һәм Тау идаралығының баш начальнигына приискыларҙы өсөн майҙандарҙы бүлеү һәм Көнбайыш Себерҙә, Ачинск, Минусинск, ә 1838 йылдан шулай уҡ Көнсығыш Себерҙең Красноярск округында шәхси эшҡыуарҙарҙы күҙәтеүҙе йөкмәтә. Министрлыҡ 1835 йылда Барнаул алтын иретмәһе фабрикаһына бөтә Себер промыслаларҙағы алтынды иретергә һәм уға тикшереү үткәреүҙе йөкмәтә. 1842 йылда шәхси приискылар эштәре буйынса Алтай тау идаралығы янында махсус бүлексә асыла. 1856 йылда улар өсөн Тау идаралығы ҡарамағында махсус 5 -се бүлексә булдырыла.
Алтын сәнәғәтселәрен күҙәтеү өсөн тау чиновниктары араһынан өс ревизор ҡуйыла. 1834 йылда Алтайҙа ҡаҙна промыслалар менән махсуслаштырылған идаралыҡ булдырыла, уның башлығы тау контораһы идарасыһы вазифаһында була. 1888 йылда Алтай тау округы начальнигы ҡарамағындағы шәхси алтын промыслалар бүлексәһе бөтөрөлә. Алтын промыслалары менән идара итеү өсөн Көнбайыш Себерҙә һәм Степной генерал-губернаторлығында Дәүләт мөлкәте министрлығы ҡарамағында махсуслаштырылған идаралыҡ булдырыла (Томск ҡалаһында).
Барнаул һәм уның күршеләш өйәҙҙәренең айырым территориаль-иҡтисади инфраструктураһы формалашыуы юғары даирәләге етәкселәр араһында әүҙем бәхәс тыуҙыра, һөҙөмтәлә 1917 йылдың 17 июнендә рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте (министр-рәйесе — А. Ф. Керенский) тарафынан улар Томск губернаһы составынан сығарыла һәм яңы булдырылған Алтай губернаһына күсереләләр.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фольклор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алтай тау округы территорияһында үҙенә башҡа тау заводы фольклоры барлыҡҡа килә, уның тәү башлап асыусыһы — Мисюрев Александр Александрович («Алтай Бажовы»). Уның 1930-сы йылдарҙа баҫтырып сығарылған фольклор йыйынтыҡтары билдәлелек яулай һәм бер нисә тапҡыр ҡабаттан баҫтырыла (Легенды и были. Фольклор старых горнорабочих Юж. и Зап. Сибири. [Предисл. М. Азадовского], 2 доп. изд., Новосиб., 1940; Предания и сказы Зап. Сибири, Новосиб., 1954 и т. д.).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тау заводтары округтары
- Алтай тау округы начальниктары
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Барнаул (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. Андреевский — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1891. — Т. III. — С. 82.
- ↑ Ҡалып:ВТ-РБС+
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алтай: Историко-статистический сборник по вопросам экономического и гражданского развития Алтайского горного округа. — Томск, 1890.
- Карпенко З. Г. Горная и металлургическая промышленность Западной Сибири в 1700—1860 годах. — Новосибирск, 1963.
- Жидков Г. П. Кабинетское землевладение (1747—1917 гг.). — Новосибирск, 1973.
- Соболева Т. Н., Разгон В. Н. Очерки истории кабинетского хозяйства на Алтае (вторая половина XVIII — первая половина XIX в.). Управление и обслуживание. — Барнаул, 1997.
- Пережогин А. А. Военизированная система управления Колывано-Воскресенского (Алтайского) горного округа (1747—1871 гг.). — Барнаул, 2005.
- Бородаев В. Б., Контев А. В. Исторический атлас Алтайского края: картографические материалы по истории Верхнего Приобья и Прииртышья (от античности до начала XXI века). — Барнаул, 2006.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ф. Мейн «Топографическая карта Алтайского Горного округа», 1864 г. 2019 йыл 7 апрель архивланған.
- Пережогин А. А. КОЛЫВАНО-ВОСКРЕСЕНСКИЙ ГОРНЫЙ ОКРУГ
- Роспись горно-заводских чинов и их обязанностей Его Императорского Величества собственных Колывано-Воскресенских горных заводов (по рекапитуляции 1799 года)(недоступная ссылка)
- В. В. Ведерников, Реформы 1834 и 1883 г. в Алтайском горном округе 2015 йыл 4 июль архивланған.
- Пережогин А. А. Формирование института военного суда в Колывано-Воскресенском Горном округе (1747—1780 гг.)