Алтухов Юрий Петрович
Алтухов Юрий Петрович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 11 октябрь 1936 или 1936[2] |
Тыуған урыны | Елань-Колено[d], Елань-Коленовский район[d], Воронеж өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 27 октябрь 2006 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | генетик |
Эшмәкәрлек төрө | генетика |
Эш урыны | Институт общей генетики имени Н. И. Вавилова РАН[d] |
Уҡыу йорто | МДУ-ның биология факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Константин Валерьевич Крутовский[d] |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Алтухов Юрий Петрович (11 октябрь 1936 йыл — 27 октябрь 2006 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-генетигы Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1997), СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1990), биология фәндәре докторы (1973), профессор (1976) Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры (1999)[3]. 1992—2006 йылдарҙа Н.И.Вавилов исемендәге Дөйөм генетика институтының директоры. Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһы лауреаты (1996).
Ю. П. Алтухов Бөтә Союз генетиктар һәм селекционерҙар йәмғиәтенең вице-президенты, бер нисә сит ил фәнни журналдар редколлегияһы ағзаһы булып тора, «Успехи современной биологии» журналының баш мөхәррире, «Генетика» журналының баш мөхәррир урынбаҫары[4].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Петрович Алтухов 1936 йылдың 11 октябрендә Воронеж өлкәһенең Новохоперский районы Елань-Колено ауылында тыуа.
1959 йылда Мәскәү балыҡ сәнәғәте һәм хужалыҡ техник институтын тамамлай, һуңынан Ҡырымда Рәсәй УССР Фәндәр академияһының Карадаг биология станцияһында эшләй башлай. Һуңынан Аҙау-Ҡара диңгеҙ Балыҡ хужалығы һәм океанография институтына күсә. 1962 йылдан — Мәскәү дәүләт университетының биология-тупраҡ факультеты аспиранты. Кандидатлыҡ диссертацияһы Ҡара диңгеҙ ставридаһының эске төр дифференциацияһына арналған[4].
1967 йылда Владивостоктағы Диңгеҙ биологияһы институтының буласаҡ директоры һәм ойоштороусыһы А. В. Жирмунский Ю. П. Алтуховты генетика лабораторияһын етәкләргә саҡыра. Ю.П. Алтухов етәкселегендә генетика лабораторияһы умыртҡаһыҙҙарҙың һәм балыҡтарҙың, башлыса, Тымыҡ океан һөмбаштарының эволюцион һәм популяцион генетикаһы буйынса интенсив тикшеренеүҙәр башлай[4].
1972 йылдан Ю.П.Алтухов Рәсәй Фәндәр академияһының Н.И. Вавилов исемендәге Дөйөм генетика институтында эшләй — популяция генетикаһы лабораторияһы мөдире, директор урынбаҫары, директор (1992—2006).
Алтухов Ю.П. Мәскәүҙә 2006 йылдың 27 октябрендә вафат була, Троекурово зыяратында ерләнә[5].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ю.П.Алтухов популяция, экологик, эволюцион һәм биохимик генетика өлкәһендә махсуслаша. Төрҙәрҙең генетик мономорфизмы һәм популяцияларҙың оптималь генетик төрлөлөгө күренешен аса. Ю.Г. Рычков менән берлектә популяцияларҙың системалы ойоштороу концепцияһын төҙөй. Биологик ресурстарҙы һаҡлау һәм рациональ файҙаланыуҙың яңы алымдарын теоретик һәм эксперименталь яҡтан нигеҙләй. Популяциялар генетикаһы өлкәһендә ғилми мәктәп аса, 250-нән ашыу эш, шул иҫәптән дүрт монография баҫтыра, уларҙың икәүһе Бөйөк Британияла нәшер ителгән. Уның етәкселегендә 45 кандидатлыҡ һәм 10 докторлыҡ диссертациялары яҡлана.
Ул асҡан генетик мономорфизм күренеше нигеҙендә төрҙөң биологик концепцияһын һәм, төрҙөң типологик концепцияһына һәм сальтацион төр яһалышына таянып, төрҙөң градуаль характерҙағы концепцияһын тәнҡитләй.[6].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Наследственное биохимическое разнообразие, его роль в эволюции и индивидуальном развитии» эштәр циклы өсөн Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (1996) һәм Рәсәй Фәндәр академияһының И.И. Шмальшаузен исемендәге премия лауреаты (1995). Дуҫлыҡ ордены (1996). Соросов профессоры (1998)[7].
Креационизмға ҡараш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Петрович үлгәндән һуң креационист Сергей Вертьянов барлыҡ төрҙәрҙе Алла барлыҡҡа килтергән, тигән раҫлауҙарҙы уға өҫтәп яҙған.[8]. Әммә Шрайбер Эше кеүек билдәле булған суд процесында дәғүәләш булып сығыш яһаған Вертьянов быны Алтуховтың «Генетические процессы в популяциях» дәреслегенән цитата менән раҫлай алмай. Был дәреслектә Алтухов эволюцияның синтетик теорияһын тәнҡитләй, ләкин эволюция һөҙөмтәһендә төрҙәр барлыҡҡа килеү фактын шик аҫтына ҡуймай.[9].
Төп эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алтухов Ю. П. Популяционная генетика рыб. — М.: Пищевая промышленность, 1974. — 245 с.
- Алтухов Ю. П. Генетические процессы в популяциях. — 3-е изд. — М.: Академкнига, 2003. — 432 с. — ISBN 5-94628-083-X.
- Altukhov Yu.P. Population Genetics: Diversity and Stability. — London. 1990. — ISBN 3-7186-4984-5
- Алтухов Ю. П., Салменкова Е. А., Омельченко В. Т. Популяционная генетика лососевых рыб. — М.: Наука, 1997. — 287 с. — ISBN 5-02-005218-3.
- Altukhov Yu. P., Salmenkova E. A., Omelchenko V. T. Salmonid Fishes: Population Biology, Genetics and Management. — Oxford, 2000. — ISBN 0-632-05587-1.
- Altukhov Yu. P. Intraspecific Genetic Diversity: Monitoring, Conservation, and Management. — Berlin, 2006. — ISBN 10 3-540-25490-0.
- Мәҡәләләре
- Алтухов Ю. П., Рычков Ю. Г. Популяционные системы и их структурные компоненты. Генетическая стабильность и изменчивость // Журнал общей биологии. — 1970. — Т. 31, № 5.
- Алтухов Ю. П., Рычков Ю. Г. Генетический мономорфизм видов и его возможное биологическое значение // Журнал общей биологии. — 1972. — Т. 33, № 3.
- Алтухов Ю. П. Генетико-демографический кризис в современной России // Сборник пленарных докладов Х Международных Рождественских образовательных чтений. — М. : Отдел религиозного образования и катехизации Русской Православной Церкви, 2002. — 352 с. — С. 160—172
- Алтухов Ю. П. Монолог о генетике // Человек. — 2003. — № 6.
- Алтухов Ю. П. Современный экологический кризис // Два града. Диалог науки и религии / Под ред. В. Н. Катасонова. — М.: Институт философии РАН, 2002. — ISBN 5-89552-068-5
- Алтухов Ю. П. Внутривидовое генетическое разнообразие: мониторинг и принципы сохранения // Генетика. — 1995. — Т. 31. № 10.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #122770439 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Заслуженные профессора Московского университета | Летопись Московского университета
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Юрий Петрович Алтухов. Некролог // Экологическая генетика. — 2006. — Т. 4. — № 3. — С. 36—37.
- ↑ Могила Ю. П. Алтухова на Троекуровском кладбище
- ↑ Алтухов Ю. П. Вид и видообразование // Соросовский Образовательный Журнал. — 1997. — № 4. — С. 2—10.
- ↑ Соросовские Профессора
- ↑ Куприянов А. Оскорбление лицедействием. Первый раунд антидарвинистского фарса завершился: детали. 2007 йыл 20 сентябрь архивланған. // Полит.ру, 27 февраля 2007 г.
- ↑ Алтухов Ю. П., 2003, с. 282
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Юрия Петровича Алтухова РФА рәсми сайтында
- Фотопортрет Ю. П. Алтухова в галерее выдающихся учёных МГУ «Портрет интеллекта», созданной в 2005 году к 250-летию университета (фото Сергея Новикова).
- Статья на сайте ИОГен РАН
- 11 октябрҙә тыуғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- Воронеж өлкәһендә тыуғандар
- 27 октябрҙә вафат булғандар
- 2006 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- Мәскәү юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар
- Рәсәй генетиктары
- СССР ФА мөхбир ағзалары
- Биология фәндәре докторҙары