Альперов Дмитрий Сергеевич
Альперов Дмитрий Сергеевич | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө |
16 октябрь 1948 (52 йәш) |
Ил | |
Альперов Дмитрий Сергеевич (25 октябрь 1895 йыл — 16 октябрь 1948 йыл) — СССР-ҙың цирк артисы, клоун.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дмитрий Сергеевич Альперов Мәскәүҙә йәшәгән билдәле клоун Сергей Сергеевич Альперовтың улы (1859—1923).
Үҙенең ижади эшсәнлеген акробат-эксцентрик булараҡ башлай. Шунан һуң атаһы С. Альперовтың клоундаларында партнер булып ҡатнаша.
Һуңғараҡ, атаһы менән уртаҡ тел таба алмау сәбәпле, 1914 йылдан үҙаллы рәүештә клоун-сатирик булараҡ сығыш яһай башлай.
Уның ижади эшсәнлегенең ҙур өлөшө Мәскәүҙә уҙа. Уның амплуаһы — дөйөм алғанда, ерән һәм аҡ клоун ролдәре. Башта клоун Макс (М. И. Федоров), унан һуң Мишель (М. П. Калядин) һәм, аҙаҡ килеп, Н. Л. Лавров манежда уның партнерҙары була.
Бигерәк тә совет осоронда Дмитрий Альперов клоунада йүнәлешендә уңышҡа өлгәшә. Альперов илдәге сәйәси ваҡиғаларға битараф ҡалмай, шуға күрә уның сатираһы һәр ваҡыт көн ҡаҙағына һуға.
1929 йылда Владимир Захарович Масстың сценарийы буйынса «Махновщина» һәм 1930 йылда Владимир Маяковскийҙың «Мәскәү тиҙ яна» (рус. «Москва быстро горит») пантомималары ҡуйылышында башҡарыусы һәм режиссёр-ҡуйыусы булараҡ ҡатнаша[1].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Дмитрий Альперовтың һүҙе дошмандарға нәфрәтле һәм киҫкен яңғырай.
«Иҫке цирк аренаһында» (1936) китабы авторы[2].
1948 йылдың 16 октябрендә Мәскәүҙә вафат булған. Ваганьков зыяратының 4 участкаһында ерләнгән[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дмитрий Сергеевич(недоступная ссылка)
- ↑ Белый клоун. Из воспоминаний о Д. С Альперове
- ↑ Где дремлют мертвые
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Альперовы// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Дмитрий Альперов. На арене старого цирка. Записки клоуна. Литературная обработка, предисловие и примечания В. Е. Беклемишевой. М.: Художественная литература. 1936. 404 с.
- Советская цирковая энциклопедия.
- Энциклопедия для детей и родителей. Мир цирка. Том 1. Клоуны. — М.: Кладезь. 1995 г.