Эстәлеккә күсергә

Амур-балыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Амур-балыҡ
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Ctenopharyngodon idella Valenciennes in Cuvier and Valenciennes, 1844


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  163537
NCBI  7959

Амур-балыҡ (лат. Ctenopharyngodon idella, (рус. Белый амур) — Амур йылғаһында һәм Ҡытайҙағы йылғаларҙа йәшәй торған эре балыҡ[1] ; карптар ғаиләһенән сөсө һыу балығы. Оҙонлоғо 120 см-ға, ауырлығы 32 кг-ға ҡәҙәр етә. Кәүҙәһе оҙонса, тәңкәләре эре, көмеш һымаҡ һары төҫтә; йотҡолоҡ тештәре ике рәтле. Көнсчығыш Азияныең тигеҙлек йылғаларында, Рәсәйҙә Амур йылғаһының урта һәм түбән ағымында йәшәй. Енси етлегеү осоро - 6-8 йыл. Йәш балыҡтар - зоопланктон, ҙурҙары үҫемлектәр менән туйына. Үҫеү темпы юғары. Балыҡ тотоу һәм үрсетеү объекты булып тора. Һыулыҡтарҙа үҫемлектәрдән таҙартыу өсөн файҙаланыла.

Балыҡ Ҡарман ДРЭС-ы эргәһендә балыҡсылыҡ хужалығында үҫтерелә[2][3][4].

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)
  2. http://www.bashfish.ru/about/ 2017 йыл 14 июнь архивланған.
  3. https://www.youtube.com/watch?v=5HLLB5xGoJo
  4. http://ufa.rbc.ru/ufa/freenews/592c003e9a7947cd1a8002aa