Тихомиров Анатолий Георгиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Анатолий Тихомиров битенән йүнәлтелде)
Тихомиров Анатолий Георгиевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 23 март 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Ҡалтыман, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 апрель 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө дирижёр, музыка педагогы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Тихомиров Анатолий Георгиевич (23 март 1899 йыл — 12 апрель 1980 йыл) — СССР-ҙың хор дирижёры, музыка-йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың тәүге музыкаль коллективтарын ойоштороусы һәм уларҙың етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1954).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анатолий Георгиевич Тихомиров 1899 йылдың 23 мартында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе[1] Ҡалтыман ауылында тыуған.

1919—1922 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Хәрби комиссариаты сәйәси бүлегенең Дәүләт хоры артисы була. 1929 йылдан алып — концерт-эстрада бюроһының вокал квартеты етәксеһе.

1935—1939 йылдарҙа — Башҡорт совет профессураһы рус һәм башҡорт вокал хор студиялары етәксеһе һәм ойоштороусыһы.

1938—1940 йылдарҙа параллель рәүештә Өфө музыка училищеһының хор һәм теоретик фәндәр класында һәм Башҡорт АССР-ы Хор йәмғиәтенең ауыл хорҙары өсөн дирижерҙар әҙерләү буйынса курсында уҡытыусы булып эшләй[2]

Хор етәксеһе булып өҙөклөктәр менән 1941—1955 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында, 1944 йылда Башҡортостан радиокомитетында хор етәксеһе булып эшләй. 1955—1959 йылдарҙа Анатолий Георгиевич Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында баш хормейстер була.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тихомиров Анатолий Георгиевич хор өсөн күп һанлы рус, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарынының авторы һәм шулай уҡ рус һәм башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен эшкәртеүсе булып тора.

Баҫмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хор өсөн алты башҡорт халыҡ йырҙары. Өфө: Баш. китап нәшриәте, 1962.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Фоменков М. К истории развития хорового искусства в Башкирии в первые годы Советской власти //Вопросы истории башкирской музыкальной культуры. Уфа, 1990.
  2. Советские хоровые дирижёры. М., 1986.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]