Эстәлеккә күсергә

Хмелёв Анатолий Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Анатолий Хмелёв битенән йүнәлтелде)

Хмелёв Анатолий Павлович (12 март 1937 йыл) — хеҙмәт ветераны, тау инженеры. 1982 йылдан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш инженеры, 1989 йылдан — директор, 1992—1998 йылдарҙа — генераль директоры. Рәсәй Тау фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1994), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтёры (1994), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), Халыҡтар Дуҫлығы (1991) һәм «Почёт Билдәһе» (1979) ордендары кавалеры.

Анатолий Павлович Хмелёв 1937 йылдың 12 мартында Башҡорт АССР-ының Ҡалтасы районы Күтәрем ауылында тыуған.

Урындағы мәктәптә урта белем алғандан һуң Свердловск тау институтына[1] уҡырға инә һәм «тау инженеры» һөнәре буйынса уны 1959 йылда тамамлай.

Йүнәлтмә буйынса хәҙерге Ырымбур өлкәһендәге Гай тау-байыҡтырыу комбинатына ебәрелә, 1976 йылғаса унда участка мастеры, участка начальнигы, карьерҙың техник етәксеһе, карьер начальнигы һәм рудниктың баш инженеры, комбинаттың баш инженерының тау эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй.

1976—1981 йылдарҙа – Монголия Халыҡ Республикаһындағы «Эрдэнэт» совет-монгол уртаҡ тау-байыҡтырыу комбинатының махсус шахта төҙөү участкаһында баш инженер һәм рудник начальнигы була.

1982 йылда Башҡорт АССР-ының Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш инженеры итеп тәғәйенләнә, 1989 йылда — директор итеп ҡуйыла, 1992—1998 йылдарҙа — генераль директоры вазифаһында хеҙмәт һала.

20-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм биш уйлап табыу авторы, шул иҫәптән:

  • Минеральные ресурсы Учалинского горно-обогатительного комбината. — Уфа, 1994 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]