Андреев Алексей Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Андреев Алексей Васильевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 16 апрель 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй районы, Ермолкин ауыл Советы, Аделькин
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Андреев Алексей Васильевич (16 апрель 1943 йыл) — совет эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә район хакимиәте башлығы. Милләте - сыуаш.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алексей Васильевич Андреев 1943 йылдың 16 апрелендә БАССР-ҙың Бәләбәй районындағы Аделькин (рус. Аделькино) ауылында донъяға килгән. Ауылда урта мәҡтәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә.

1974 йылда Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлай.[1]

Хеҙмәт юлын 1961 йылда ауыл уҡытыусыһы булып башлаған. Совет Армияһы сафтарына саҡырыла. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң Башортостандың Нуриман районы Первомайск урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай, артабан директор шул уҡ мәктәптә урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1979 - 1985 йылдарҙа Яманйылға леспромхозы профкомы рәйесе булып эшләй, уңған тырыш хеҙмәткәрҙе леспромхоз директоры урынбаҫары вазифаһына күтәрелә.

1985 йылдан Ҡыҙыл Шишмә (рус. Красный Ключ) халыҡ депутаттарының ҡасаба Советы рәйесе итеп һайлана, Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә район хакимиәте башлығы вазифаһын биләй. Нуриман районы, 245-се Ҡыҙыл Шишмә һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайланыла.

Ғаилә хәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, ҡатыны менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр [2].

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Андреев Алексей Васильевич/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 16.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 16.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]