Андреев Иван Ильич
Андреев Иван Ильич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 февраль 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | Авиатор |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Ленинградский институт инженеров гражданского воздушного флота[d] |
Андреев Иван Ильич (14 февраль 1953 йыл) — авиатор, БАЛ Башҡортостан авиалиниялары осоштар етәксеһе, «Башаэронавигация» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директорының беренсе урынбаҫары. Өфө ҡалаһының Киров районы Туҡай һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте - урыҫ [1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Ильич Андреев 1953 йылдың 14 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған.
Өфөлә урта мәктәпте тамамлағас, Кировоград осоусы-штурман училищеһында уҡый.[2]
Хеҙмәт юлын 1970 йылда Өфө телефон аппаратураһы заводында слесарь булып башлаған.
1971 — 1973 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән.
Запасҡа ҡайтарылғандан һуң 1976 йылдың февраленән Өфө берләштерелгән авиаотрядында авиадиспетчер, өлкән диспетчер булып эшләй. 1983 йылда Ленинград Граждандар авиацияһы академияһын тамамлай. 1981 йылдан БАЛ Башҡортостан авиалиниялары осоштар етәксеһе итеп үрләтелә. 1999 йылда ГУП «Башаэронавигация» дәүләт унитар предприятиеһы төҙөлә. Андреев Иван Ильич яңы предприятие генераль директорының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[3]
Өфө ҡалаһының Киров районы 24-се Туҡай һайлау округынан 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советына депутат итеп һайлана.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ғаиләһендә ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 12 созыв (БАССР)
- ↑ Андреев Иван Ильич/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ [1]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 16.