Эстәлеккә күсергә

Андронов Лев Филиппович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Андронов Лев Филиппович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 9 май 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 март 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (53 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Санкт-Петербург консерваторияһы

Андронов Лев Филиппович (9 май 1926 йыл, Ленинград, СССР — 20 март 1980 йыл, Ленинград, СССР) — совет музыкант-гитарасы, музыка педагогы.

1936 йылда ун йәшлек Андронов Ленинград Пионерҙар йортонда В.И. Яшневта алты ҡыллы гитарала уйнарға өйрәнә башлай. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Омск өлкәһенең Черлау ауылына эвакуациялана. Ленинградҡа 1944 йылда ҡайта, өлкәндәр өсөн Н.А. Римский-Корсаков исемендәге киске музыка мәктәбендә П.И. Смирновтың баян класына уҡырға инә., 1946 йылдан П.И Исаковта гитараға уйнарға өйрәнә. Тиҙҙән эшләү сәбәпле уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр була. Бары тик 1968 йылда, инде артист булып, мәктәп иимтихандарҙы экстерн имтихан тапшыра, һуңынан музыка мәктәбен тамамлай һәм 1977 йылда ситтән тороп Ленинград консерваторияһын (класс уҡыусыһы . А. Б Шалов) тамамлай[1].

1944—1948 йылдарҙа П.И. Смирновтың баянсылар оркестрында уйнай. 1946 йылда эшселәрҙең һәм хеҙмәткәрҙәрҙең Бөтә союз үҙешмәкәр сәнғәт смотрында яҡшы сығыш яһай, Мәскәүҙә йомғаҡлау концертында ҡатнаша. 1948 йылдың авгусынан 1949 йылдың ғинуарына тиклем Калугала гитарасы-солист булып эшләй. 1949 йылдың апреленән 1954 йылдың июненә тиклем Ленинградта А. В. Луначарский исемендәге халыҡ музыка ҡоралы фабрикаһында техник контроль бүлегендә ҡабул итеүсе булып эшләй. Бер үк ваҡытта 1949 йылда гитарасы В.Ф. Вавилов менән бергә дуэт ойоштора, дуэт 1962 йылға тиклем эшләй. 1957 йылда дуэт музыкант-башҡарыусылар конкурсында (бронза миҙал) һәм VI Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале сиктәрендә гитарасыларҙың Халыҡ-ара конкурсында (көмөш миҙал) лауреат була. Шулай уҡ 1954 йылда Андронов Ленинград дәүләт эстрадаһында гитарасы-солист сифатында эшләй башлай. 1954—1955 йылдарҙа сиған йыры һәм бейеүҙәре ансамбленең солисы була. 1960 йылда эстрада артистарының Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты була. Шул ваҡыттан алып Луначарский исемендәге музыка ҡоралдары фабрикаһының даими эксперты була[1].

1963 йылдан яңғыҙ гитара концерттары менән сығыш яһай, гастролдәрҙә күп була. Һуңғараҡ уның Ленинград концерттарының яҙмалары радиола трансляциялана, шулай уҡ телевидениела сығыш яһай[2]. Бер нисә тапҡыр СССР буйлап гастролдәрҙә йөрөгән сит ил гитарасылары менән осраша, улар Андроновтың башҡарыу оҫталығын юғары баһалай. Уны сит илгә яңғыҙ концерттар менән сығыш яһарға саҡыралар, әммә ауырыуҙары арҡаһында һәм башҡа сәбәптәр менән СССР-ҙан ситкә тик бер тапҡыр ғына сыға, 1970 йылда башҡа совет артистары менән бергә Монголияла В.И. Лениндың тыуыуына йөҙ йыллыҡ айҡанлы тантанала сығыш яһай. Домрасы В.П. Круглов, виолончелсы Б.М. Пергаменщиков, балалайкасы А. Б. Шалов, скрипкасы Р. Сушанская менән дуэттарҙа сығыш яһай. Йырсылар Б Т. Штоколов, Г А. Карева, В К. Ретюнский, К. И. Шульженкоға аккомпаниатор була[1].

1966 йылда Андроновтың Б.В. Асафьев авторлығында В. А. Федотов етәкселеге аҫтында Ленинград дәүләт филармонияһының Академик симфония оркестры менән берлектә яҙылған оркестр менән гитара өсөн концерты менән пластинкаһы сыға. 1979 йылда испан композиторҙары музыкаһы менән «Лев Андронов, гитара» пластинкаһы яҙыла. Андронов гитараһы 1974 йылда төшөрөлгән (реж. Герштейн. Ю.) «Мин — гитара» документаль фильмында яңғырай. 1970 йылда Бөтә Рәсәй конкурсының жюри составына инә, 1973 йылда Мәскәү камера музыкаһы фестивалендә ҡатнаша[1].

Шулай уҡ уҡытыу эше менән дә шөғөлләнә. 1958 йылдан Ленинградта Беренсе Бишйыллыҡ исемендәге Мәҙәниәт йортоноң неаполитан оркестрында гитара класын алып бара. 1961 йылда үҙенең гитарасы уҡыусыларынан һәм саҡырылған консерватория студенттарынан ҡыллы «Мелодия» ансамблен ойоштора. Ансамбль донъя халыҡтарының йырҙары һәм романстары менән сығыш яһай. Әүҙем гастроль эшмәкәрлеге арҡаһында Андронов коллектив менән етәкселек итеүҙе ҡалдырырға мәжбүр була[1].

1979 йылда Андронов бер юлы дүрт инфаркт кисерә, шуның арҡаһында Ленинград концертынан китә. 1980 йылдың 20 мартында Ленинградта вафат була, Санкт-Петербургта Большеохтинский зыяратында ерләнә[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Лев Филиппович Андронов. История гитары в лицах. Дата обращения: 7 ноябрь 2019.
  2. Лев Филиппович Андронов (1926 – 1980). Lute.ru. Дата обращения: 7 ноябрь 2019.